Барыһы ла Еңеү өсөн
13 Сентября , 15:26

"Бесәй" позывнойлы шәфҡәт туташы

Архангел үҙәк район дауаханаһының «Кошка» позывнойлы шәфҡәт туташы үҙ теләге менән МХО зонаһына киткән. 2022 йылда уҡ ул алғы һыҙыҡҡа барырға теләгән, әммә ул ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарҙы алмағандар. 2025 йылда үҙ теләгенә ирешкән - РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән.

"Бесәй" позывнойлы шәфҡәт туташы"Бесәй" позывнойлы шәфҡәт туташы
"Бесәй" позывнойлы шәфҡәт туташы

Ул фронт янындағы госпиталдә эшләй: яраланған яугирҙарға ярҙам итә, йыш ҡына ут аҫтында медицина ярҙамы күрһәтә. Уның әйтеүенсә, иң мөһиме — үҙеңде ҡулда тоторға, берҙәм һәм килешеп эшләргә, кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә.

Алғы һыҙыҡта медицина хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә, ялһыҙ эшләй. Уларға дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, һыу һәм кәрәкле әйберҙәр килтергән волонтёрҙар ҙур ярҙам күрһәтә.

«Кошка» МХО-ның үҙен ныҡ үҙгәртеүен таный: ул талапсаныраҡ, йыйнағыраҡ булып киткән, ваҡытты һәм яҡын кешеләрен нығыраҡ ҡәҙерләргә өйрәнгән.

«Аҙағына тиклем булам. Медицина ярҙамы һәр ваҡыт кәрәк», — ти ул.

Фото: https://arhvest.ru/news/localnews/2026-08-14/koshka-medsestra-iz-arhangelskogo-rayona-na-svo-4781745?clckid=8a786f4a

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас