Барыһы ла Еңеү өсөн
11 Сентября , 12:00

Яугирҙарҙың фәрештәһе - “Башҡорт”

Мобилизацияға эләккән шахтер Руслан Иҙелбаев уны оҙатырға килеүселәргә киң йылмайҙы: “Дошмандарҙы шәп кенә еббәрәбеҙ ҙә, тиҙҙән ҡайтып та етәбеҙ!” Әммә “тиҙҙән” тигәне өс йылдан ашыу ваҡытҡа һуҙыла...

Яугирҙарҙың фәрештәһе - “Башҡорт”Яугирҙарҙың фәрештәһе - “Башҡорт”
Яугирҙарҙың фәрештәһе - “Башҡорт”

“Нимә менән шөғөлләндемме? Балет менән...”

...2003 йылда армияға саҡырылған Учалы егете Руслан Иҙелбаев Һамар ҡалаһындағы хәрби часҡа, разведротаға эләкте. Элиталы ротаны тик спортсыларҙан - спорт мастерлығына кандидаттарҙан, 1-се разрядниктарҙан ғына туплағайнылар. Ул, Руслан, берҙән-бер бейеүсе булып сыҡты. Беренсе көндән алып һалдаттар өсөн “күңелле” көндәр башланды. Командирҙары, әйтерһең дә, уларҙың йәнен сығарырға һүҙ ҡуйышҡандай, егеттәрҙе иртәнге сәғәт ундан алып киске унға тиклем йүгертте генә: физик көстө, сыҙамлылыҡты һәм реакция тиҙлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән интенсив күнегеүҙәрҙән - тулы экипировкала тиҫтәләрсә саҡрым дистанцияға “марш-ынтылыштар”ҙан башлап, көс һәм махсус күнекмәләр, көрәштең төрлө төрҙәре менән шөғөлләнергә мәжбүр иттеләр. Уның араһында төрлө ҡоралдан атырға һәм һуғыш алып барыу тактикаһына өйрәттеләр. Психологик тотороҡлолоҡҡа, стрессҡа сыҙамлылыҡҡа ла һынанылар. “Спецназ”ға әҙерләйҙәрме ни! Башҡорт егете спортсыларҙан ҡалышмай. Улай ғына ла түгел – йүгереүҙә, “марш-ынтылыштар”ҙа Русланды ҡыуып та етә алмайҙар.

- Һин нимә менән шөғөлләндең ул? - тип аптырай иптәштәре көсө, сыҙамлығы менән хайран иткән йүгерек батырҙан.

- Балет менән, - ти Руслан артыҡ иҫе китмәй генә.

- Китсәле! Ысынмы?! – ышанмайҙар.

- Ысын, - тип көлә бейеүсе. – Балет станогы янында торолдо инде шунда...

 Аяҡҡа портянка урап, кирза итек кейеп, ГТО тапшырғандарында, йүгереү буйынса 1-се разрядҡа норманы үтәй. Командир текләп ҡарай:

- Армияға саҡлы нимә менән шөғөлләндең, Иҙелбаев?

- Балет менән, - ти. - Бейеүсе мин...

Бейеүсе!

Ә бит Руслан һис тә бейеүсе булырға хыялланманы, осраҡлы ғына рәүештә сәнғәт донъяһына барып керҙе. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһында бейеүсегә уҡып йөрөгән ике туған апаһы ихластан урта һөнәри уҡыу йортон маҡтағас, “Байрамғол” совхозының данлыҡлы “Ләйсән” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейегән әсәһе, әллә һин дә шунда уҡырға бараһыңмы, тип һораны. 14 йәшлек Руслан, шуға тиклем 6-7 синыфтарҙа Ринат Жамалов ҡуйған бейеүҙә бер тапҡыр бейегән кеше, бер аҙ уйланып торҙо ла, бара-аайым улайһа, тип һуҙҙы. Әлбиттә, инә алманы, кире мәктәбенә туғыҙынсы синыфҡа ҡайтты. Көҙгөһөн уҡыу урынына баҫыуҙа картуф-сөгөлдөр йыйған мәлдә училищеға саҡырыу килде. Барырғамы-юҡмы, тип уйлап йөрөнө...

Төркөмдә өс кенә егет булып сыҡтылар. Уҡырға күңелен һалманы беренсе уҡыу йылында. Иҫәпкә бар, һанға юҡ кеүек йөрөнө. Ә икенсе йылы бейеү буйынса педагог Зөлхизә Ҡолбәйетова уға ныҡлап тотона: “Мин һинән бейеүсе яһайым!” Һәм Русландың, гүйә икенсе тыны асыла – бейеүгә башкөлләй ғашиҡ була! Сабыш аты нисек ярыш алдынан эске көсөнә сыҙай алмай, ярһып-атлығып тора, Руслан да шулай бейемәйенсә бер минут та түҙә алмай - дәрте ташҡын булып тышҡа бәреп-атыла ғына! Ҡойоп ҡуйғандай матур һын-килбәтле, тәү ҡараштан ҡыҙҙарҙың һушын алырлыҡ сибәр һәм иң мөһиме – бик талантлы егетте легендар Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә ҡуш ҡуллап алалар. Унда инеү бәхете бик һирәктәргә генә эләккәне барыһына ла мәғлүм. Донъя сәхнәләрен бер иткән ансамбль составында бейеү сыныҡтыра, ауыртыуҙарға түҙергә, физик һәм психик мөмкинлектәрҙең сигендә эшләргә, ҡаты дисциплинаға өйрәтә. Ошоларҙың барыһы ла армияға алынғас, бик тә ярап ҡала.

Уңалмаҫлыҡ яра-эҙҙәр

Һамарҙағы разведка үҙәгендә “учебка”нан һуң уны Кавказға ебәрәләр. Йәш разведчикка Баш разведка идаралығының махсус тәғәйенләнештәге отрядында Чечнялағы, Ингушетиялағы контртеррористик операцияларҙа ҡатнашырға тура килә. Өс йыллыҡ көсөргәнешле хәрби хеҙмәт күңелендә һис ҡасан онотолмаҫлыҡ, уңалмаҫлыҡ яра-эҙҙәр ҡалдыра. Тәүге яуҙы кисә генә кисергәндәй иҫләй:

- Ҡурҡыныс булманы. Адреналин саманан тыш ташты. Һин үҙеңде супер герой кеүек тояһың. Һис бер ҡурҡыуһыҙ алышҡа ташланаһың. Һиңә аталар, ә һин ағас артына йәшеренәһең, автоматтың буш магазинын алыштыраһың да, ҡабаттан сығып атаһың... Ҡурҡыу аҙаҡ килде. Яу үткәс, яраланған, һәләк булған иптәштәрҙе күргәс. Һуғыштың уйын түгеллеген аңлағас...

Сәхнәнән - ер аҫтына

Тик йәшлеккә генә хас шатлыҡ осҡондары күңелендә һүрелеп, армиянан өлкәнәйеп ҡайтҡан Руслан ансамблдә эшләүен дауам итә, гастролдәрҙә бихисап илдәрҙе, ҡалаларҙы күрә. Ә 2008 йылда бейеүсе егет тормошон ҡырҡа үҙгәртә - Учалыға ҡайтып, ер аҫты руднигына эшкә төшә. Яп-яҡты, балҡып торған сәхнәне, алҡыштарҙы, тамашасылар һөйөүен ер аҫты ҡараңғылығына, ауыр техникаға, вентиляция геүләүенә алыштыра. Шахтер хеҙмәтенең ни ҡәҙәрем хәүефле, ауыр икәнен үҙе ер аҫтында эшләгән кеше генә белә. Башҡаларға быны аңлатып булмай. Көслө ихтыярлы, ҡыйыу, быуындары ныҡ кешеләрҙең һөнәре ул. Русландың тап шул сифаттарға эйә булыуына шахталағы ун биш йыл хеҙмәт стажы дәлил.

Үҙ яйы менән, һөйөнөстәре-көйөнөстәре менән һәүетемсә барған тормошо 2022 йылда тағы кинәт үҙгәрә – мобилизацияға эләгеп, махсус хәрби операцияға юллана.

Тәүге хәрби бурыс

Ҡазанда “учебка”, Ростов өлкәһендә дислокация, Кременная ҡалаһы янында взвод командиры сифатында һуғышҡа инеү...

Үҙҙәренең тәүге хәрби бурысы тураһында “Башҡорт”тоң үҙенән дә яҡшыраҡ итеп бәйән итеп булмаҫ. Шуға ла һүҙ уға:

- Беҙҙең 9-сы рота полкыбыҙҙың элитаһы тип һанала. Һәм һәр кем МХО-ла тап ошо подразделениела хеҙмәт итеү мөмкинлегенә лайыҡ булыуы менән ғорурлана. Рота егеттәре хатта десантсылар тураһында төшөрөлгән билдәле «9-сы рота» фильмы геройҙарына оҡшарға тырыша, легендар һәм данлыҡлы 9-сы ротала хеҙмәт итеүҙәрен ғорурланып һыҙыҡ өҫтөнә алалар. Башта үҙем дә: «Бәлки, был юҡҡа түгелдер?..» - тип уйланым. Ә бәлки, ябай ғына тура килеүҙер... Ҡыҫҡаһы, хәлдәр шулайыраҡ ине.

Ғинуарҙа беҙҙең ротаның 3-сө взводын яңы позицияларға күсерҙеләр. Беҙгә иһә окоп ҡаҙып, үҙебеҙгә беркетелгән яуаплылыҡ зонаһында оборона тотоу бурысы ҡуйылды. Беҙ батальон штабына әллә ни алыҫ булмаған урында урынлашҡайныҡ. Бер мәл «Бафик» - Ҡытайҙа етештерелгән радиостанция аша - 3-сө взвод бәйләнешкә сыҡты. Рота командирына беҙгә табан килеүсе дошман менән атыш барыуы тураһында хәбәр иттеләр. Эфирҙа яңғыраған борсолоу һәр кемде хәүефкә һалды.

Төш етте. Артта, беҙҙән ни бары 30 метр самаһы алыҫлыҡта торған 120 миллиметрлы миномёт батареяһының һәр залпы ҡолаҡты шаулатып, бөтә тәнде һелкетеп ебәрә ине. Шул мәлдә беҙҙең штаб начальнигының (урыны йәннәттә булһын) 3-сө взвод менән бәйләнешкә сығырға тырышҡанын ишеттек. Ул рота командирын саҡырҙы ла саҡырҙы, әммә яуап урынына шикле тынлыҡ ҡына ине. Һәр кем үҙенсә уйланды, төрлөсә фараз итте: улар менән нимә булды? Уйҙарыбыҙ хәүеф тулы ине.

Мин, взвод командиры булараҡ, бер мәл ныҡлы ҡарарға килдем дә, пуля кеүек штабҡа атылдым.

Батальон штабында көсөргәнеш һиҙелә ине. Атмосфера үтә лә борсоулы. Ҡараңғы, тәмәке төтөнөнә сорналған блиндажда офицерҙар һәм бер нисә элемтәсе араһынан күҙҙәрем менән штаб начальнигын эҙләп таптым. Уға мөрәжәғәт итеүем устав буйынса түгел, ә үҙ туғаным һәм иптәшем менән һөйләшкән кеүек булды. Штаб начальнигы:

- Беҙҙең «Өсөнсө» (3-сө взвод) бер ни тиклем ваҡыт инде бәйләнешкә сыҡмай. Нимә тәҡдим итәһең, “Башкир”? - тип һораны.

- Миңә һәм взводымдан бер нисә яугирға «Өсөнсө» янына тиклем марш-ынтылыш яһарға рөхсәт итәһегеҙме?

Ул:

- Тыңла, Башкир, бер аяғың бында булһын, икенсеһе - шунда! - тине. - Һәм егеттәрҙең бер нисәүһен миңә ҡалдыр әле, ни генә булмаҫ...

Мин боролоп, үҙебеҙҙең блиндажға йүгерҙем. Егеттәремде йыйып, бөтә хәлде аңлаттым һәм уларҙың реакцияһын күҙәтеп торҙом. Егеттәрҙең күҙҙәрендә ниндәйҙер яҡты романтика осҡоно, башҡорт яугирҙарының ҡыйыулығы һәм тәүәккәллеге балҡып китте.

Барыһы ла бер тауыштан:

- Мин барам! Мин барам! - тинеләр.

Йәш егеттәрҙең дәрте һәм ҡыйыулығы миңә лә ышаныс өҫтәне. Иптәштәремә тағы ла нығыраҡ таяндым. Нисек кенә ауыр булмаһын, кем бара, ә кем батальон штабына ярҙамға ҡала - шуны һайларға тура килде. Уларҙың һәр береһен, кемдең нимәгә һәләтле икәнен белә инем. Һәм һәр береһенә үҙен күрһәтеү мөмкинлеге бирергә теләнем.

«Өсөнсө»гә тиклем яҡынса ике километр ине.

Һәр кем ҡорал-ярағын, кәрәкле әйберҙәрен әҙерләне: бронежилет, каска, боеприпастар. Өҫтөбөҙҙәге йөктөң ауырлығы яҡынса 20 килограмға етә ине.

Мин төркөм башында йүгерҙем. Өҫтөмдә бронежилет, АК-74 өсөн магазиндар менән “разгрузка”, гранатомет һәм уға 10 граната, үҙемдең снайпер винтовкаһы һәм уның өсөн биш магазин. Бөтәһе лә тактик ҡайышҡа эләктерелгән.

МХО зонаһындағы тәүге марш-ынтылышыбыҙ шулай башланды.

Йүгергәндә даими рәүештә ҡоралдарымды рәтләп барырға тура килде. Автомат гел уң тубығыма һуғып, ныҡ ауырттырҙы. Подствольниктың (ГП-25) мушкаһы салбар балағына эләгеп, хәрәкәтте сикләне. Ҡыҫҡаһы, хәлдәр шәптән түгел ине.

Артҡа әйләнеп, егеттәремдең хәлен ҡарап барҙым. Марштың ауырлығы уларҙың йөҙөндә сағылғайны.

Мин дә йәш егет түгел. Етмәһә, ер аҫтында, шахтала, 15 йыл эшләү ҙә эҙһеҙ үтмәне. Был организмға үҙ йоғонтоһон яһаны. Маңлайҙан тир аға, ҡышҡы сатлама һыуыҡ һауанан еңелсә тын ҡыҫыла. Шул мәлдә армиялағы хеҙмәтем иҫкә төштө. Өс йыл хәрби разведкала хеҙмәт итеүем, Төньяҡ Кавказда ГРУ махсус тәғәйенләнеш ғәскәрҙәрендә булған саҡтарым...

Разведкаға мин физик әҙерлегем, сыҙамлылығым, етеҙлегем, көсөм һәм түҙемлегем арҡаһында эләктем.

Ә армияға тиклем мин балет артисы - ябай итеп әйткәндә, бейеүсе - булып Ф. Ғәскәров исемендәге ансамблдә эшләнем. Ысын мәғәнәһендә Ғәскәров мәктәбе мине дисциплиналы һәм көслө һалдат итеп тәрбиәләне. Тап ошо әҙерлек арҡаһында разведкаға эләктем. Разведкаға, нигеҙҙә, спортсыларҙы, КМС-тарҙы, төрлө разрядлы спортсыларҙы, көрәшселәрҙе, боксёрҙарҙы һәм башҡа физик яҡтан әҙер егеттәрҙе һайлайҙар ине. Ә мин бер үҙем - бейеүсе. “Учебка”ла физик әҙерлек буйынса миңә тиң кеше булманы. Бөтәһе лә аптырап, гражданка тормошонда ниндәй спорт төрө менән шөғөлләнеүем менән ҡыҙыҡһынды. Яуап биргәс, миңә ышанманылар. Барыһы ла аптырай ине.

Мобилизацияға тиклем бер йыл тай боксы менән шөғөлләнеүем дә миңә бик ныҡ ярҙам итте.

Ошо мөмкинлектән файҙаланып, тренерым С. Юрьевичҡа рәхмәтемде белдерәм!

Юлдың яртыһына еткәс, тыным асылып киткәндәй булды. Аяҡтарҙа еңеллек, күңелдә яңынан көс, рух күтәренкелеге барлыҡҡа килде.

Төркөм башында мин биргән темп егеттәр өсөн ауыр ине. Һәр 10–20 метр һайын артҡа боролоп, уларҙы ҡараным. Иҙеүҙәре асыла төшкән, йөҙҙәре тирләгән, тын алыуҙары ауырлашҡан. Ләкин маҡсатҡа етергә ынтылыш, ихтыяр көсө, еңеүгә ышаныс һәм ысын ирҙәрсә ҡыйыулыҡ уларға ярты юлда туҡтарға, бирешергә ирек бирмәне.

Ниһайәт, 3-сө взвод яҡынса урынлашырға тейешле ергә килеп еттек. Тирә-яҡта тынлыҡ.

Тиҙ генә бер окопҡа йүгереп төшөп, хәлде баһаланым һәм һыуыҡ һауа үпкәләргә тулғансы, тәрән итеп тын алдым. Төркөм дә килеп етте һәм яныма урынлашты.

- Нимә, егеттәр, рәхәтме? - тип шаяртып мөрәжәғәт иттем.

Яуап итеп барыһы ла тик аһ та оһ ҡына килделәр. Бер аҙ тын алғас, яйлап урман эсенә индек.

Тирә-яҡта абсолют тынлыҡ һәм тыныслыҡ. Әйтерһең дә, ниндәйҙер фантастик фильм эсенә эләккәнбеҙ... Башта беренән-бере ҡурҡынысыраҡ уйҙар йүгереште.

Беҙ артыҡ шауламай, автоматик рәүештә тиерлек, икешәрләп тиҙ генә ҡуйы, беҙгә ят һәм үле тынлыҡҡа сумған урман эсенә үттек. Һәм 3-сө взводтың яңы төҙөлөп ятҡан блиндаждарына барып еттек.

Минеңсә, шул мәлдә мин генә түгел, барыбыҙ ҙа бер үк ваҡытта асыу ҙа, борсолоу ҙа, үпкә лә кисергәнбеҙҙер. Сөнки улар тыныс ҡына... ял итә ине! Рота командирын уларҙың блиндаждарынан бер аҙ ситтәрәк таптым.

- Нимә булды? Ниңә бында килеп йөрөйһөгөҙ? - тип ул мине ниндәйҙер ғәжәпләнеү менән, хатта битарафыраҡ ҡаршы алды.

- Иптәш капитан, беҙ ярҙамға килдек, - тип яуап бирҙем.

- Ниндәй ярҙам? Һин нимә? Барыһы ла яҡшы, Башкир! Ана, алдараҡ десантсылар кемделер күреп, бер аҙ атышҡан. Беҙҙә барыһы ла яҡшы, - тип өҫтәне ул.

- Ә ниңә, иптәш капитан, бәйләнешкә сыҡманығыҙ? Штаб начальнигы һеҙҙең өсөн борсола!

- Хәҙер үҙем уға хәбәр итәм.

Ул һүндерелгән радиостанцияһын ҡабыҙҙы ла, батальон штабы менән бәйләнешкә сыҡты. Ябай ғына, бер ни булмағандай:

- Мин... Беҙҙә барыһы ла тыныс. Бер ниндәй ҙә ваҡиға юҡ, - тине.

Шул саҡта, ниндәйҙер хыянатҡа оҡшаған кеүек хәлдән һуң, әсе үпкә тойҙом. Үҙем өсөн түгел. Егеттәрем тураһында уйланым. Ғүмеребеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйып, бушҡа килеүебеҙҙән күңелемде аңлатып булмаҫлыҡ ауырлыҡ баҫты...

Мин егеттәремә ышандым, улар миңә ышанған кеүек үк.

Беҙҙең өсөн был тәүге хәрби бурыстарҙың береһе ине. Һәм тап шулай итеп беҙҙең «таҫма» аръяғындағы тәүге хәрби бурысыбыҙ башланды.

Минең взводтағы һәр бер башҡорт шул көндән алып үҙҙәренең ни тиклем батыр, ныҡышмалы, көслө булыуын күрһәтте. Һәм һуңынан һәр яу һайын быны раҫланы.

Позывнойы “Башҡорт”

2023 йылдың ноябрендә Северодонецк ҡалаһы өсөн һуғышта “Башҡорт” тәүге тапҡыр яралана: дошмандарҙың диверсион-разведка төркөмө менән атышыу барышында ҡулына граната ярсығы килеп эләгә. Яраланғанына иғтибар итмәй, һуңғаса алыша, позициянан бер аҙым артҡа сигенмәйҙәр. Ярсыҡты госпиталдә алалар һәм бер-ике көндән ул ҡабаттан взводында була.

...2024 йылдың ғинуар айында хәрби заданиенан ҡайтырға сығалар. Аҙналар буйына барған алыштарҙан, йоҡоһоҙ төндәрҙән, туҡтауһыҙ үлем менән күҙгә-күҙ осрашыуҙарҙан көсөргәнеш електәренә үткән, һуңғы сиккәсә арыған, тамам йонсоған яугирҙар төндә генә бара. Аяҡ аҫтындағы миналарға баҫмаҫҡа, яңылыштан дошмандарҙың засадаларына ҡапмаҫҡа, нисек тә үҙҙәрен асмайынса-һиҙҙермәйенсә барырға тырышҡан егеттәрҙең нервылары өҙөлөр сиккә етеп тартылған... Һәм шул мәлдә уларҙы дрон ҡыуып етә. Ундағы төндәрҙең ҡаралығы... Шуға ла аңғармай ҡалалар уның килгәнен. Тепловизор менән йыһазландырылған дрон ташлаған мина шартлауынан төрлөһө төрлө яҡҡа сәселә. Данис тигән егет, мин яраландым, тип ҡысҡыра. “Башҡорт” та аяғының ауыртыуын һиҙә, йығылғанда ауырттырҙым, шикелле, тип уйлай. Блиндажға барып йәшеренгәс кенә, аяғының ярсыҡтан яраланғанын күрә... Оҙаҡ ятырға ирек булмай, бер нисә көн антибиотиктар менән дауаланғас, взвод командиры ҡайтанан ут эсенә инә...

2024 йылдың апрелендә сираттағы яра – тағы аяҡҡа... Дошмандарға ҡаршы ҡалҡан булып ҡалҡҡан башҡорт егеттәре үҙҙәрен аямай һуғыша. Русландың тәненә йәнә ике ярсыҡ килеп ҡаҙала. Ҡанға батҡан килеш етәкселек итеп, шул ерҙе бирмәҫ өсөн бар хәрби тәжрибәһен, оҫталығын, көсөн һала. Бер аҙна бара аяуһыҙ һуғыш. Ете көндән генә уларҙы алыштырырға башҡа төркөм килеп етә. Йүнләп дауаланып та бөтмәйенсә, бер айҙан взвод командиры үҙенең яугирҙары янына сафҡа баҫа, яуҙың уртаһына инеп китә.

...2024 йылдың майында позицияға китеп барғанда ул идара иткән бортлы “УАЗ”икты дрон ҡаршы ала. “Башҡорт” ырғып төшә лә, ташландыҡ блиндажға табан йүгерә. Дрон уға килеп бәрелә, минаһы түңкәрә һуға - Русландың арҡаһындағы рюкзак менән сумканы өҙгөсләп шартлата. Тәгәрәп киткән яугир күҙ асып йомғансы аяғына баҫа, квадрокоптер уны артабан баҫтыра. Егеткә дошмандар автоматтарҙан, гранатометтарҙан аталар һәм аяғына пуля эләгә. Аяғы уртаға ярылғандай тойола...

Урман һыҙатынан ни бары исеме генә ҡалған – ағастарҙың төптәре генә һерәйешеп тора, олондары сатай-ботай һибелгән, тамырҙары аҡтарылып сығып, юлға кәртә ише ята. Еңел һөйәкле Руслан яраланмаған булһа, һис бер ауырлыҡһыҙ уларҙы һикереп, йә елдәй етеҙ елеп, урап үтер ине лә... Улар яулап алған урмандан дошмандарға тиклем 400 метр самаһы ер. Ике арала асыҡ ялан. Урман аша йүгерә алмағас, Руслан уның ситенән - ялан буйынан йүгерергә ҡарар итә: “Күрһәләр – күрерҙәр, үлтерһәләр – үлтерерҙәр... Ләкин урманда ҡалһам, дрон мине шунда уҡ үлтерәсәк, сөнки ҡасып өлгөрөп булмаясаҡ”. Урман ситенә сыға ла, бар көсөн туплап, үҙҙәренекеләр яғына йомола: “Мине өйҙә Мәликә ҡыҙым көтә. Мин Мәликә өсөн тере ҡалырға, бынан иҫән сығырға тейеш. Аллам, зинһар, көс бир! Тере ҡалырға форсат бир, Аллам! Мин булдырам! Ҡыҙым хаҡына мин бөтә булдырам!”

Яраланған аяғына баҫҡан һайын йәненә мең уҡ ҡаҙалғандай, алҡымынан алған көслө ауыртыу үҙәккенәһен өҙөүгә ҡарамай, тештәрен ҡыҫып, ҡарашы менән һауаны ярғандай, асырғаланып йүгерҙе лә йүгерҙе “Башҡорт”. Үҙенә үҙе бойорҙо: “Үлем хаҡында уйламаҫҡа! Тик йәшәү тураһында!” Шайтан ҡотҡоһо-тыны, гүйә, мейегә үтте: “Йөрәгеңде ҡыпһыуырға алған ауыртыуға биреш тә ҡуй, ниңә сипранлайһың, барыбер ҡотола алмаясаҡһың, йығыл һәм бөтә ауыртыуҙар юҡҡа сығасаҡ...” Уң яурынындағы фәрештәһе иһә дәрт өҫтәргә маташты: “Руслан, ошоға тиклем һин күпме тапҡыр әжәл менән маңлайға-маңлай осраша яҙҙың, ләкин сослоғоң, тәүәккәллегең, ҡыйыулығың менән бирешмәнең, гел алға ғына барҙың, бөгөлөп төшмәнең! Был юлы ла һин булдырасаҡһың, һин көслө кеше! Һинең йәшәргә маҡсатың бар – кескәй генә сабый ҡыҙың өйҙә көтә! Һин уны үҙеңдең ҡосағыңда, йөрәгең тәңгәлендә генә ҡыҫып бәүетеп үҫтерергә тейеш! Етәкләп балалар баҡсаһына алып барырға, мәктәпкә йөрөтөргә, хәреф танырға өйрәтергә тейеш! Илағанында, йығылып ауыртынған сағында һин йыуатырға тейеш уны! Һин уның таянысы, терәге, яҡлаусыһы булырға тейеш! Минең атайым бар, тип ҡыуанып йәшәргә хоҡуғы бар Мәликәмдең! Шуға ла һин йүгер, йүгер, бирешмә!” Һәм “Башҡорт” йүгерҙе лә йүгерҙе!

Тиҫтәләрсә яугирҙы имен-аман ут эсенән алып сыҡҡан, бихисап яралыны үлемдән ҡотҡарған, уларға ғүмер бүләк иткән Руслан Иҙелбаевты шул мәлдә әллә күпме фәрештә үҙҙәренең ҡанаты аҫтына алғандыр. Тере ҡайтҡан улдарын, хәләл ефеттәрен, атайҙарын күреп, ҡыуаныстан илаған ата-әсәләрҙең, ҡатындарҙың, балаларҙың кешелекле, батыр, ҡаһарман йөрәкле взвод командирына булған рәхмәттәре, изге теләктәре, доғалары үлемдәрҙән һаҡлаған япма булып ҡаплап торғандыр, дошман күҙҙәренән һаҡлағандыр. Башҡаса аңлатып та булмай, нисек итеп уның ауыр яраланған аяғында, унан ҡалмайынса эҙәрлекләгән дрондан ҡаса алыуын, үҙебеҙҙекеләр яғына тиклем йүгереп етеүен. Ысын мөғжизә лә, “Башҡорт”тоң сыҙамлығы ла, ныҡлығы ла, ихтыяр көсө лә!

Уттар, һыуҙар аша үтеп, ҡот осҡос һуғыштың ғазап тулы әсе һурпаһын ғарҡ булғансы эскән Руслан Иҙелбаев. Күҙҙәрендәге төпһөҙ һағыш - шул йылдарҙың, шул айҙарҙың, шул көн-төндәрҙең юйылмаҫ мисәте...

Госпиталдәрҙә операция артынан операция кисереп, 2025 йылдың декабрендә хәрби хеҙмәтен тамамлаған яҡташыбыҙ. Әлеге ваҡытта взвод командиры яңынан шахтер булып эшләп йөрөй. Уның “Батырлыҡ өсөн”, Жуков һәм генерал Шайморатов миҙалдары менән наградланғанын күптәр белмәй ҙә. Күңеле матурлыҡҡа ынтылған тыйнаҡ яугир һуғышта нимәләр күргәнен, кисергәнен һөйләргә лә яратмай. Уны тыңлаһаң, һуғышта ла түгел, ә кәртә артында ғына ойошторолған уйында күңел асып тик йөрөгән кеүек. Хатта бер иптәше, унда тик ятҡансы, исмаһам, берәй нәмә яҙып ят, тип шаярта. Шаяртыуҙы күтәреп ала Руслан: “Эйе, беҙ бында тик ятабыҙ. Һөрөмлө күк, суйын ямғыр аҫтында ҡыҙынып...”

- Әле үткән тормошомдо күҙ алдынан үткәрәм дә, яҙмыш мине үҙе шулай һынауҙарға әҙерләгән, тигән һығымтаға киләм, - тине “Башҡорт” һаубуллашыр алдынан. – Әгәр ҙә бейеүҙәге, армиялағы, шахталағы әҙерлегем булмаһа, мине МХО-ла нимә көтөрөн күҙаллауы ҡыйын түгел... Мин үҙемде батыр тип һанамайым. Кемдәр яу яланында башын һалды – шулар батырҙар. Уларҙы, уларҙың фиҙаҡәрлеген, батырлығын халҡыбыҙ онотмаһын.

Фото: Руслан Иҙелбаев.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас