Барыһы ла Еңеү өсөн
9 Сентября , 12:05

Уларға пластик хирургтар ҙа ярҙам итә

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы пластик хирургия клиникаларының береһе менән килешеү төҙөгәйне. 2025 йылдың көҙөнән йөҙөндә  яра йәрәхәте булған ветерандар бында бушлай  юғары технологиялы ярҙам ала.     

Уларға пластик хирургтар ҙа ярҙам итәУларға пластик хирургтар ҙа ярҙам итә
Уларға пластик хирургтар ҙа ярҙам итә

 

   Күптән түгел Ҡалтасы районынан 22 йәшлек Артур Хөснөтдиновҡа операция яһанылар. Хирургтар операцияның тәүге этабында пациенттың үҙ туҡымаларын ҡулланып, танауын тергеҙҙе һәм битендәге яранан ҡалған   йөйҙәрҙе тигеҙләне.  

"Алғы һыҙыҡта яугирҙарыбыҙ ил мәнфәғәтен яҡлап, тыныслыҡ өсөн һаулығын һәм ғүмерен бирә. Беҙҙең бурыс — уларға бында, тылда ярҙам итеү», — ти клиниканың баш табибы Лейсән Изотова. Артур үҙе операциянан һуң киләсәккә ышаныс менән ҡарай. " Үҙем өсөн дә, балаларым өсөн дә матур булырға теләйем. Табиптарға рәхмәт», – ти ул.

  МХО ветераны 2024 йылдың майында  ауыр яраланған, ҡул суғы ампутацияланған һәм бите ныҡ йәрәхәтләнгән.  Яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн Артур Ҡаһарманлыҡ орденына  лайыҡ булған.

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас