

Был турала Дим районы хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
"Дема" позывнойлы яугир, Өфөнөң Дим районында тыуып үҫкән Алексей Гилев, 2024 йылда алғы һыҙыҡҡа юллана. Контрактҡа ҡул ҡуйылғанға тиклем ул автосервиста эшләй: бала саҡтан техника менән мауыға, машиналарҙы йүнәтә һәм механизмдарҙы бик яҡшы белә. Ситтә ҡалырға теләмәй, егеттәргә ярҙам итеү өсөн фронтҡа барырға була ла инде.
Алексей элек армияла хеҙмәт итмәгән һәм контрактҡа тиклем танкыларҙы киноларҙа, һүрәттәрҙә генә күрә. Әммә бүлеүҙә командование уның техниканы яҡшы белеүен тиҙ баһалай. Машиналар менән эшләү тәжрибәһе ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бронетехниканы үҙләштереүгә ярҙам итә. Хәҙер ефрейтор танк взводында механик-водитель булып яуҙарҙа ҡатнаша. Ул машинаны идара итеү генә түгел, ә танкты һүтеп, йыйып, теләһә ниндәй өҙөклөктө бөтөрә һәм хәрби бурыстарҙы үтәгәндән һуң техниканы тергеҙә ала.
Уның менән иңгә-иңде терәп Өфө һәм Салауат яугирҙары хеҙмәт итә. Хеҙмәт итеү осоронда улар бер-береһенә ысын туғандар булып киткән. Батырлығы һәм профессионализмы өсөн Алексей «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм Жуков миҙалдары менән бүләкләнә. Яугир ике тапҡыр яралана, әммә госпиталдән һуң үҙенең иптәштәре янына сафҡа кире ҡайта.
Өйҙә уны декретта булған ҡатыны Арина һәм ике балаһы көтә. Һигеҙ йәшлек улдары Максим кадет класында уҡый, ә кесе ҡыҙы Аннаға 1,4 йәш.
Ҡыйыу яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Фото: https://vk.ru/ufa.dema