

...2025 йылдың апрель айы. Уларҙың взводына дошмандар биләгән урман һыҙатын яулап алыу бурысы ҡуйылды. Өс йыл дауамында алғы һыҙыҡта йөрөгән Учалы егете, мотоуҡсылар бүлексәһе командиры Айгиз Ғарипов заданиеға ҡуҙғалыр алдынан һәр ваҡыттағыса иптәштәрен ҡарашы менән барланы: “Бурысты үтәп, барыбыҙға ла имен-һау ҡайтырға яҙһын”. Бер мәлгә генә күҙҙәрен ергә төбәп, асылда иһә, үҙ-үҙенә йомолоп, эске көсөн бер йомғаҡҡа, күкрәк ауыҙына тупланы: “Һин бөтә булдыраһың, Айгиз!”
Позицияларҙы һиҙҙермәй генә биләү өсөн урау юлдан марш-ынтылыш – 17 саҡрым. Башлыса урман һыҙаттары буйлап: ағастан - ағасҡа, аҙымдан - аҙымға. Дошман эргәлә генә булыуы мөмкин, шуға күрә ҡыҫҡа аҙымдар менән мөмкин тиклем шым хәрәкәт итергә кәрәк. Аяҡ аҫтына ҡарарға онотмайһың, сөнки дошман үҙ позицияларына яҡын килеү юлдарын миналай. Үҙеңдең барлығыңды асмайынса, оло һаҡлыҡ менән генә дошмандар нығынған урынға мөмкин тиклем яҡыныраҡ барғанда, көтөлмәгәнлек факторы һинең файҙаға. Нисә урман һыҙатын яуланылар икән? Айгиз иҫләмәй ҙә. Һәр хәлдә иҫәпһеҙ-һанһыҙ. Ҡайһы саҡта ошо ерҙәр тик урман һыҙаттарынан ғына торған һымаҡ. Һәм иң ҡанлы, оҙайлы алыштар ҙа урман һыҙаттарында бара. Дошман уларға нығынып, теше-тырнағы менән йәбешеп ята. Сөнки урман һыҙаты – ябай ағастар ғына түгел. Ул – йәшеренеп һыйыныу урыны, терәк, контроль нөктәһе. Был һуғышта тотош йүнәлештәрҙең яҙмышы ошондай урман һыҙаттарында билдәләнә.
Һөжүм таңда башланды. Һағыҙаҡтар ояһын таяҡ менән болғап ебәрҙеләрме ни! Күккә дошмандың тиҫтәләрсә дрондары күтәрелде. Пропеллерҙарынан һауа геүләп тирбәлде. Минометтар, пулеметтар телгә килде. Әжәл конвейеры эшенә тотондо – ике яҡта ла шартлауҙар туҡтауһыҙ яңғыраны. Айгиздар флангтарҙы биләп, позицияларҙы тотто, пулеметсылар - дошманға баш ҡалҡытырға форсат ҡалдырмаҫҡа, гранатометсылар нығытмаларҙы ҡаҡшатырға тырышты. Үлем тимер сыбыртҡыһы менән кешеләрҙе уңлы-һуллы ҡырҙы. Сәғәттәр буйына дауам иткән аяуһыҙ алыш барышында Айгиз менән взвод командиры, “Башҡорт” позывнойлы яҡташы, бер ҡайынға килеп терәлеүе булды, өҫтәренә дрон граната ташланы. Икеһе ике яҡҡа осто. Айгиз “Башҡорт”ҡа ҡараны: “Их, Русландың аяғы яраланды!” Уға ярҙамға ынтылырға итте, әммә ҡапыл хәле бөттө. Һауа етмәгәндәй тойолдо, эсе әсетеп китте. Ҡулы менән ҡапшарға уйлағайны, еп өҙөрлөк тә хәле булманы. Башында уйҙары ла яйлағандай, йәбешкәккә әйләнгәндәй ине. Әйтерһең дә, бер юлы ялҡауландылар. Көслө ауыртыу алҡымдан алды: “Хәҙер күҙҙе йомһам, ауыртыу-һыҙланыуҙар бөтәсәк... Юҡ-юҡ, үлергә ярамай миңә. Таралма, Айгиз...” Шул мәлдә гөрһөлдәүҙәр аша “Башҡорт”тоң тыныс тауышын ишетте: “Левый”, тәрән итеп тын ал. Беҙ һинең менән сығасаҡбыҙ, ишеттеңме?” Командирының ышаныслы тауышы Айгизға йән өргәндәй булды. Ыҙа тулы ҡарашы менән генә: “Есть, командир!” - тип эстән яуапланы. “Был мәхшәрҙә ҡайҙа икәнлекте асыҡлайыҡ та тәүҙә... – бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәгән “Башҡорт”тоң йөҙөндә көсөргәнеш сағылып үтте, - аҙаштыҡ, буғай. Разведкаға барып киләм, ә һин йоҡлама, килештекме? Мин тиҙ генә”. Аяғы яраланған Руслан уның автоматын алды ла, күҙ асып йомғансы юҡ булды. Ғәжәп кеше ул. Унан 13 йәшкә өлкән Руслан Иҙелбаев менән Айгиз мобилизацияланғас, Ҡазанда “учебка”ла танышты. Шунан бирле бергәләр. Армияла сағында уҡ хәрби разведка идаралығының подразделениеһы сафында Чечняла, Ингушетияла, Владикавказда хәрби операцияларҙа ҡатнашҡан яҡташы уларҙы үҙ ҡанаты аҫтына алды, тәжрибәһе менән уртаҡлашты, яу алымдарына өйрәтте. Һаман да беҙҙе хәстәрләй, тип уйланы Айгиз. Яҡында ғына квадрокоптерҙың геүелдәүе ишетелде. Хәленән килһә, ситкә тәгәрәр, йәһәт кенә йәшенер, ҡасыр ине лә бит... Дрон уның өҫтөндә байтаҡ ваҡыт эленеп торҙо. Ахырҙа, барыбер үлә, боеприпасты әрәм итмәйем, типтер, артабан осто.
Ваҡыт туҡтаны. Тамағы кипте. Тәне ҡорошто. Ауыртыу көсәйгәндән-көсәйҙе. Кинәт мейеһен йәшен тиҙлегендә яман уй ярып үтте: “Әллә... әллә ташланымы икән мине?!” Шул уҡ секундта хәтәр уйҙы ҡыуҙы: “Я-яҡ, Руслан ундай түгел. Ниндәй оят шулай тип уйлауым да...” Ҡурҡыныс уйҙан йышайған тынын ҡайтанан рәтләргә кереште: “Руслан миңә тәрән итеп тын алырға ҡушты. Тын алырға...” Тирә-яҡта шартлауҙар тымманы – урман һыҙаты өсөн һәләкәтле алыш ҡыҙыу дауам итте. Кеше тәндәрен тураҡлаған суйын ит турағысының ҡот осҡос тауыштары араһында ниндәйҙер ғиллә менән “Башҡорт”тоң яҡынлағанын тойҙо Айгиз. Командиры үҙе менән тағы бер яралы яугирҙы һөйрәтеп килтергәйне: “Маладис, Айгиз! Хәҙер үҙебеҙҙекеләр яғына сығасаҡбыҙ”.
Хәүефле юл буйына мең үлеп, мең терелгән Айгизға “Башҡорт” йоҡларға ирек бирмәне: “Йоҡлама! Йоҡлама, “Левый”!” Инде ауыртыуға сыҙай алмай, мәңгелеккә күҙҙе йомдом, тигәндә командирының тауышы яңынан терелтте: “Әйҙә, туғанҡай, бирешмәйек! Түҙәбеҙ! Саҡ ҡына ҡалды. Мин һиңә үлергә ирек бирмәйем, ишетәһеңме?! Һине өйҙә инәйең, атайың, кәләшең, улың көтә. Һин ҡайтып етергә тейеш!”
Сикһеҙ оло ыҙалар менән, дрондарҙан, миномет утынан ҡасып, миналарҙы урап, ике тиҫтәгә яҡын ерҙе шыуышып үтеп, үҙҙәренекеләргә етә алдылар. Ул мәлгә Айгиз үҙенең тереме-юҡмы икәнен аныҡ ҡына тоймай ҙа ине. Хәленең мөшкөллөгөн медиктарҙың вердикты раҫланы: “Не жилец...” Үлем хәлендә ятҡан яугир ишетмәй, тип уйланылар, ахыры. Ә ул ишетте. Дошман гранатаһының ярсығы эсәктәрен алты ерҙән тишкеләгәнен, эсе тулы ҡан булғанын аҙаҡ ҡына белде. Ә ул мәлдә һыныуҙан, тамам өмөтһөҙлөккә төшөүҙән Русландың медиктарға төбәлгән һүҙҙәре һаҡланы: “Ул ныҡ егет! Айгиз бирешмәй ул!”
...Үҙе лә саҡҡа атлап йөрөгән “Башҡорт” ҡайҙандыр машина табып, өс яралы иптәшен ут ямғыры аҫтында тылға ҡарай алып китә. Авдеевкаға етәрәк уларҙы дошмандарҙың FPV-дроны ҡаршылай. Минән ҡасып ҡотола алмаҫһығыҙ тигәндәй өҫтәренә ябырыла. Иптәштәренең ғүмерен һаҡлап ҡалырға бар көсөн түккән Руслан шунда ла һалҡын ҡанлылығын юғалтмай, атаканы көтөп ала һәм һуңғы секундта ғына машинаны кинәт бер яҡҡа бороп, газға баҫа. Граната ситтәрәк шартлай.
- Минең ҡотҡарыусым, погонлы фәрештәм - “Башҡорт”, һуңғы һулышымаса уға рәхмәттәр уҡыясаҡмын, - ти Айгиз. - Бер ғүмерҙе инәйем бүләк итһә, икенсе ғүмерҙе миңә ул бүләк итте. Минән башҡа тағы ла әллә күпме егетте ҡотҡарҙы яҡташым. Ә теге урман һыҙатынан дошмандар бәреп сығарылды!
Үҙенән бигерәк ҡотҡарыусыһы хаҡында һөйләргә ынтылған тыйнаҡ холоҡло Айгиз Сораман ауылынан. Гөлсөм менән Ғәбдрәхим Ғариповтарҙың улы. Һуғышҡа тиклем ҡәҙимге тормош менән йәшәгән ябай ауыл егете. Ауыл мәктәбен тамамлаған, Белорет педагогия колледжында “физкультура уҡытыусыһы” специальносына уҡыған, өйләнгән, “Урал таштары” предприятиеһында эшләгән, буш ваҡыттарында футбол уйнаған. 2022 йылдың 25 сентябрендә повестка килгәс, тимәк, шулай кәрәк, тип ил һағына баҫҡан. 2023 йылдың декабрь аҙағында, бихисап контузияларҙы, шул арҡала бер күҙе күрмәүен иҫәпләмәгәндә, беренсе тапҡыр ауыр яралана. Госпиталдә оҙағыраҡ дауаланып ятыу мөмкинлеге булһа ла, ул үҙенең дуҫ-иптәштәрен ҡалдырырға теләмәй, кире часына ҡайта һала. Йүнләп һауығып та бөтмәйенсә яуға инә: яугирҙаштары менән иңде-иңгә терәп, яңынан позицияларҙа көслө ут аҫтында оборона тота. Ул көндәрҙә зәңгәр күк ҡараға әйләнә, һауа – шыр төтөнгә. Ерҙең аҡтарылыуынан ул күсәренән ысҡыныр кеүек тойола. Тәүлектәр әйләнәһенә дауам иткән ҡот осҡос яуҙар барышында Айгиздың ҡулы ике урындан яралана. “Дошмандар 30 декабрҙә генә баҫымды кәметте, шул саҡта яралыларҙы, шул иҫәптән взвод командирыбыҙҙы ла, эвакуацияланылар”, - тип һөйләй батыр яҡташым.
Киләсәк өсөн үҙен аямай яуызлыҡҡа ҡаршы көрәшкән Айгиз Ғариповтың, һулаҡай булғанға “Левый” позывнойлы мотоуҡсылар бүлексәһе командирының, күкрәген “Хәрби батырлыҡтары өсөн”, I һәм II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары, Генерал Шайморатов исемендәге миҙал биҙәй. Шулай уҡ территорияларҙы азат иткәндә айырым ҡаҙаныштары, күрһәткән ҡаһарманлығы, ҡыйыулығы өсөн “Батырлыҡ” билдәһе менән наградланған. Һәр награда артында – үлемесле алыштар, яуланған терәк пункттары, үтәлгән хәрби заданиелар һәм йөрәккә бураҙналар һалған юғалтыуҙар. Һәр награда - Айгиздың ҡорос ихтыяры, рух көсө, тәүәккәллеге һәм илгә тоғролоғо билгеһе.
Бөгөн ул тимер юлы цехында монтер-юлсы булып эшләп йөрөй. Ветеран футбол командаһы составында уйнай. Ә өйҙә - һөйгәне, ике балаһы көтә. Ошо уның өсөн баһалап бөткөһөҙ иң ҙур бәхет, иң юғары награда.
Ошо көндәрҙә генә Айгиздың атаһы мәрхүм булды. Уның һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Фото: Автор.