

«Башҡорт батальоны» каналы хәбәр итеүенсә, ул етәкләгән подразделение дошман позицияларын уңышлы штурмлап, мөһим бурысты үтәп сыҡҡан.
Рәмил Рауилов «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында яугирҙәрҙең рухын күтәреү һәм хәрби-сәйәси эштәр буйынса яуаплы вазифаны башҡара. Хәл иткес һөжүм ваҡытында уларҙың төркөмө ҡаты артиллерия уты аҫтында ҡала, өҫтәүенә, дошман дрондары ла туҡтауһыҙ һөжүм итә. Ошо ҡурҡыныс шарттарҙа ла беҙҙең егеттәр бирешмәй, алған позицияларын ҡулдан ысҡындырмай.
Ауыр контузия алыуына ҡарамаҫтан, «Әмир» хәрби бурысын ахырынаса үтәй. Күрһәткән ҡаһарманлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн ул Суворов, II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» миҙалдары, шулай уҡ генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде.
Беҙҙ яугирҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!