Барыһы ла Еңеү өсөн
2 Сентября , 04:20

Ҡаһарманлығың онотолмаҫ, ҡурҡыу белмәҫ яугир!

«Һуғыш ҡорбанһыҙ булмай шул. Беҙ алғы һыҙыҡта дошман менән алышабыҙ. Йәшерен-батырын түгел, ҡурҡыныс, хәүеф һағалап ҡына тора. Ялдан килһәм, минең отрядтың ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу йөрәкле башҡорт егеттәре алғы һыҙыҡҡа китеп, береһе лә кире әйләнеп ҡайтмауын белдем. Зиниә, был юғалтыу мине ныҡ тетрәндерҙе...» – тип шылтыратҡан штурм отряды командиры Владимир Мамзеров ҡатынына.  

Ҡаһарманлығың онотолмаҫ, ҡурҡыу белмәҫ яугир!Ҡаһарманлығың онотолмаҫ, ҡурҡыу белмәҫ яугир!
Ҡаһарманлығың онотолмаҫ, ҡурҡыу белмәҫ яугир!

 

Зиниә лә был һүҙҙәрҙән тетрәнеп, күҙҙәренән мөлдөрәп йәштәр тама. «Буян» позывнойлы иренең башҡорт егеттәре менән бергә һуғышыуҙары, командир булараҡ, уларҙы ҡурсалап ҡына йөрөтөүе хаҡында белә ине. Уға ла ныҡ ҡыйын була. Ни эшләргә белмәй. Шул саҡта Зиниә тиҙерәк һуғыш бөтөп, тормош иптәшенең һәм уның яуҙаштарының иҫән-һау еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп белгән доғаларын уҡый...
Был ғәҙел, ихтирам яулаған ышаныслы командир, ысынлап та, мөкиббән китеп Зиниәгә ғашиҡ була. Мәскәү ҡалаһындағы «Декон» асыҡ акционерҙар йәмғиәте заводында бергә эшләп йөрөгәнендә бер күреүҙән оҙон ҡара сәсле, зифа буйлы һылыу ҡыҙға күҙе төшә. Володя уны бер йыл буйына күҙәтеп йөрөй. Яҡындан танышҡас, ҡыҙға дуҫлыҡ тәҡдим итә. Шулай бер мәл Зиниәнең тыуып үҫкән төйәгенә бергә ҡайталар. Баймаҡ районындағы бәләкәй генә Ғүмәр ауылына килеп төшкәс, егет балаларса шатланып: «Ҡәҙерлем, мин һинең ауылыңдың хозур тәбиғәтенә лә иҫем китте. Әгәр теләһәң, әйҙә ошонда йәшәйек», – тип һөйгәненә шунда уҡ кейәүгә сығырға тәҡдим яһай.
Ульяновск өлкәһендә тыуып үҫкән урыҫ егете башҡорт һылыуына ғашиҡ булып, ҡыҙҙы ғына түгел, республикабыҙҙы ла яратып, төпкөл ауылда төпләнергә дәрт итер тип кем уйлаһын инде? Күрәһең, яҙмыштыр. Ә бит был ауыл халҡы ла уны шунда уҡ үҙ итә. Оҡшатмаҫлыҡ та түгел шул Владимирҙы, үҙенә тартып ҡына тор­ған холҡо, ихласлығы ылыҡтыра ла ҡуя тирә-яҡтағыларҙы. Хатта уға Вәсил исеме менән өндәшә башлайҙар. Быға Владимир-Вәсил үҙе лә шатланып бөтә алмай.
Шулай егет хыялын тормошҡа ашырып, бер йылдан һуң Ғүмәрҙә һөйгәне менән туй яһай. Ул көндө ауыл гөрләп тора. Урыҫ егетенән бар башҡорт йолаһын үтәтеп, яратҡан кейәүҙәренә әйләндерәләр.
– Мамзеровтарҙың туйҙары беҙҙең ауылда үҙе бер тарихи мәл булды. Күсмә ЗАГС урманда уҙғарылғайны. Сараны үҙем алып барҙым. Эй, матур, иҫтәлекле туй үтте. Урыҫ кейәүебеҙҙең башҡортса бейеп барыһын аптыратыуын ғына әйт әле. Бәхетле ғаилә ауылда ике ҡатлы йорт һалып сыҡты. Йәштәр барыһын һоҡландырып, гөрләтеп донъя көтә башланы, – ти Ғүмәр балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миңзәлә Үҙәнбаева.
Ғаилә башлығы Магнитогорск ҡалаһында эшкә урынлаша. Ә йорт хужабикәһе Зиниә һөйгәненә туптай малай табып бирә. Хатта Владимир алдан башҡорт ир-азаматтарҙың исемлеген кәләшенән яҙҙырттып, барыһының мәғәнәһен өйрәнә. Һайлай торғас, Хәсән исемендә туҡтала. Тап шул исемде улына ҡуша. Баланың тәүге һүҙе лә «атай» була. Быға Владимирҙың шатланғанын күрһәгеҙ икән!
Бына шулай Мамзеровтар бәхеткә сорналып ҡына йәшәп ятҡанда илебеҙҙә өлөшләтә мобилизация иғлан ителә. 2022 йылдың 26 сентябрендә ғаилә башлығы Владимир ҙа Баймаҡ ҡалаһынан бер нисә автобус тулы егеттәр менән тәүге көндө үк Ҡазан ҡалаһына хәрби әҙерлек үтергә китә. Артабан инде махсус хәрби операцияға юллана. Яуҙа ҡыйыу, етди, намыҫлы кесе сержант, өлкән тоҫҡаусы Владимир Мамзеров мотоуҡсылар ротаһының штурм отряды командиры булып китә.
Ә ауылдағы ҡәҙерле ғаиләһе көтөлмәгән хәлдән шаңҡып ҡала. Бер үҙҙәренә ныҡ ҡыйын була. Аҙнаһына – бер, ҡайһы саҡ айына бер генә тапҡыр шылтыратышып һөйләшеп алалар. Яугир алғы һыҙыҡҡа инеп китһә, йоҡолары – йоҡо, ашаған аштары аш булмай. Бәйләнешкә инеүен, иҫәнлеген белдереүен түҙем­һеҙлек менән көтә 9 айлыҡ сабый менән ҡалған йәш ҡатын. Секунд, минут, сәғәт, көн, аҙна, ай… Көткән саҡта ул ваҡыты ла бик яй үткән һымаҡ…
Яуҙа ҡыйыу атай янындағы бар һалдаттарын төрлөсә ҡурсалап, һаҡлап алып йөрөй. Янындағы яугирҙар ҙа командирҙарын хөрмәтләп, бар әйткәндәрен теүәл үтәргә, еңеү көнөн тиҙерәк яҡынайтырға тырышып ҡына тора. Алғы һыҙыҡта барған аяуһыҙ алыштарҙың береһендә командир ике тапҡыр ҡаты яралана, хатта ҡайһы бер мина ярсыҡтары тәненән алынмайынса тороп ҡала...
«Буян» дүрт тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға яҡындары янына ҡайтып китә.
– Улымдың атаһы ялға ҡайтҡан саҡтарында йүгереп йөрөп бар эштәрҙе башҡар­ҙы. Ауылдаштар, туғандар ҡыҙыҡһынһалар ҙа, ул яуҙағы хәлдәрҙе һөйләп, береһен дә борсолдорғоһо килмәне, буғай. Гел һүҙҙе шаярыуға бора ла ҡуя ине, үҙен тик ыңғай тулҡында тоторға тырышты. Шул уҡ ваҡытта бергә алышҡан яуҙаштарын да хәтерҙән сығарманы. Минең алда егеттәре менән һөйләшмәһә лә, һиҙә инем гел бәйләнештә булғанын. Үҙе бигерәк ихлас, ярҙамсыл, тәүәккәл ине ул,– ти күҙ йәштәрен һөртөп Зиниә Әхмәр ҡыҙы. – Яуҙа улыбыҙ Хәсәнде үтә ныҡ һағынды. Атаһын онотмаһын өсөн йыш ҡына видеобәйләнешкә инеп тор­ҙоҡ, улыма фотоларын күрһәтеп, уның хаҡында һөйләнем. Бер ҡыҫҡаса ялға ҡайт­ҡанында улым: «Атай ҡайтты, атай ҡайтты!» – тип ҡыуанып сәпәкәйләне. Был бәхетле мәлдәребеҙ башҡаса бер ҙә булмаясаҡ...

  Владимир 2024 йылдың 25 декабрендә шылтыратып: «Беҙ алғы һыҙыҡҡа ҡуҙғалабыҙ», – тине тиҙ-тиҙ генә. Шунан башҡа элемтә булманы… Көн дә көтәм, ә хәбәр юҡ… Үҙемде тыныс тоторға тырышам, сөнки илен, халҡын, ғаиләһен ярат­ҡан ҡыйыу иремдең еңеп ҡайтырына һис шигем юҡ ине... Шулай ҙа иң яҡын дуҫтарына шылтыраттым. Миндә уларҙың телефон һандары бар. Барыһына ла элемтәгә сыҡтым, бер кем, бер нәмә лә һөйләмәй… Ауыр тынлыҡ һәм тик бер һүҙҙе генә әйтәләр: «Белмәйем...»

Һуңғы ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында ирем бик тынғыһыҙланып, унда булырға кәрәк, егеттәрем көтәлер, тип әйткәне иҫемә килеп төштө. Яуға оҙатырға барғанда ҡапыл ғына ул: «Башҡаса ҡайта алмаҫмын инде», – тине лә күҙҙәремә шул тиклем итеп тултырып ҡараны…
Бер мәл 22 ғинуар көнө «Һаҡмар» позывнойлы яугир үҙе миңә сыҡты элемтәгә. Ул оҙаҡ өндәшмәй торғас: «Зиниә, ныҡ бул, һиңә дөрөҫөн әйтәйемме?» – тимәһенме. Үҙем ҡалтырана-ҡалтырана: «Әйтә башлағас, һөйлә инде», – тинем. «Беҙгә ныҡ ауыр. Үҙебеҙ ҙә ышана алмайбыҙ шундай яҡын, кешелекле командирыбыҙҙы мәңгегә юғалтҡаныбыҙға... Ә бит ул беҙҙе яҡлап һыуға ла, утҡа ла инергә һәр ваҡыт әҙер булды... Гел ҡурсалап, һаҡлап ҡына йөрөттө. Ныҡ ауыр, үҙен генә һаҡлап ҡала алманыҡ… Зиниә, ул командир булғас, тиҙләтеп алып сығырҙар, эҙләп өҙгөләнмә...», – тине ныҡ тулҡынланып «Һаҡмар». Шул мәлдә яратҡан кешем менән бергә тормош көтөргә, тигән яҡты хыялдарым селпәрәмә килеүен аңлап, үкһеп-үкһеп иларға тотондом...
Шулай ҙа ирем терелер тигән өмөтөм һүрелмәгәйне, тик алғы һыҙыҡта бергә булған «Суета» позывнойлы яугир шылтыратып, хәлдең нисегерәк булыуы хаҡында илай-илай һөйләгәс кенә ышандым уның үле хәбәренә. Был ҡот осмалы көн 2024 йылдың 27 декабре ине.., – ти ирен мәңгегә юғалтҡан Зиниә ханым.
Ҡыйыу командир, кесе сержант Владимир Анатольевич Мамзеров илебеҙ өсөн алғы һыҙыҡта 32 йәшендә генә батырҙарса һәләк була. Ул «Донбассты азат иткән өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнаш­ҡан өсөн», «Ҡыйыулыҡ, тәүәккәллек һәм батырлыҡ өсөн», «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалдары һәм вафатынан һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә.
– Беҙҙең кейәү балаҡай ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында өлкәндәр менән дә, балалар менән дә осрашырға яратты. Береһендә Ярат мәктәбенә килеп, уҡыусы малайҙар менән өҫтәл теннисы уйнап, уларҙың күңелдәрен күреп ҡайтһа, икенсеһендә Ғүмәр балалар баҡсаһында кескәйҙәргә байрам ойошторорға ла өлгөр­ҙө.
Оло ҡайғы, ҙур юғалтыу, «ине» тип һөйләргә генә ҡалды хәҙер. Һөйөклө атай, абруйлы ғаилә башлығы, ауыл халҡының яратҡан кейәүе Владимир Анатольевич өсөн үҙе яратып төпләнгән башҡорт ере һуңғы төйәгенә лә әйләнде. 23 февраль көнө уны яҡташтары шул тиклем күп йыйылып, ҡәҙерләп, ҙур хөрмәт менән һуңғы юлға оҙатты, – ти мәктәп директоры Миләүшә Юлдашбаева.
Иле, халҡы, яугирҙарының оло хөрмәтен яулаған батыр командир менән ғорурланабыҙ. Тыныс йоҡла, башҡорт кейәүе!

 

Зөһрә ХӘКИМОВА.
Фотолар ғаилә архивынан.

Ҡаһарманлығың онотолмаҫ, ҡурҡыу белмәҫ яугир!
Ҡаһарманлығың онотолмаҫ, ҡурҡыу белмәҫ яугир!
Ҡаһарманлығың онотолмаҫ, ҡурҡыу белмәҫ яугир!
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас