

Был сәфәребеҙ Ырымбур менән Башҡортостан сигендәге Ыҡ буйынан былтыр уҡ башланып киткәйне. Махсус хәрби операция биләмәһенә даими ярҙам ебәреп торған Йәрмәкәй районының Тарҡаҙы ауылына барып, ирекмәндәр менән танышып ҡайтҡайныҡ. Йыл буйы улар менән бәйләнеш өҙөлмәне – телефон аша хәл-әхүәл белешеп торҙоҡ. Уларҙың изгелеге, тырышлығы, еңеүгә ышанысы һәм башҡарған эштәре башҡаларға өлгөлө күрһәткес булып, күңелдәрҙе маяҡтай нурланы. Яҙ аҙағы ине, сираттағы һөйләшеүҙә “МХО-ға ярҙам. Йәрмәкәй” ирекмәндәр ойошмаһының төп штабы етәксеһе Лилиә Шәймәрҙәнованың һүҙҙәре күңелгә уйылып ҡалды.
– Ир-егеттәр яу ҡырында еңеү өсөн ғүмерен аямай алышһа, беҙҙең апай-ағайҙарыбыҙ, һеңлеләребеҙ уларға ярҙам ойоштороу өсөн ваҡытын да, ҡул көсөн дә, аҡсаһын да йәлләмәй. Былтыр бит һеҙ бары тик беҙҙең ауыл халҡы менән генә аралаштығыҙ. Ә оҙатылған гуманитар ярҙамдарға барлыҡ район халҡының көсө инә. Ойошмабыҙҙың район буйынса 23 филиалы эшләй. Йәше-ҡарты, төрлө милләт һәм дин вәкилдәре еңеүгә оло ышаныс менән, ҡан-ҡойошта йөрөгән һалдаттарға изгелек эшләү маҡсаты менән йәшәй. Уларҙың эшмәкәрлеге лә яугирҙар менән бер ҡатарҙан баһаланалыр, тип уйлайым... – тине ул.
Ысынлап та, битараф ҡалғандар, “ярҙам итерҙәр әле”, тип яуаплылыҡты башҡалар иңенә күсергәндәр менән сағыштырғанда, ирекмәндәр рәтендә булып, даими рәүештә аныҡ эштәр менән булған һәр кем погонһыҙ һалдаттар исемлегендә түгелме? Ошо турала бер аҙ уйланып йөрөгәндән һуң, тағы ла бер Ыҡ буйҙарына барып, изгелеккә тулы мәрхәмәтле күңелдәр менән аралашып, уларҙың батырлығына шаһит булып ҡайтырға ниәтләнем.
Яңы Шах ауылы
Оло юлдан алыҫ ҡына урынлашҡан был бәләкәй генә ауыл былтыр үҙенең 165 йыллығын билдәләгән. Бында Советтар Союзы Геройы, авиация дивизияһының өлкән штурманы Ғәли Мәжитов, билдәле композитор Рәйес Ханнанов, дин әһеле Фидан Тимербаев тыуып үҫкән.
Урындағы ирекмәндәр ойошмаһы ҙур ғорурлыҡ менән герой исемен йөрөтә. Тау битләүендә урынлашҡан кескәй генә мәҙәниәт йорто – ойошма ағзаларының аҙнаһына бер нисә тапҡыр осрашыу урыны. Етәкселәре – оҫта гармунсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Мәзитов.
Мәҙәниәт йортона ингәндә уңған апайҙар – Нәзилә Хәбибуллина, Әлфиә Мирғәлиева, Луиза Бабажанова, Фирҙәүес Мөхәмәҙиева, Сания Әхмәҙуллина, Венера һәм Рита Фәррәховалар мәж килеп һаҡселтәр үрә ине. Был – йыл ярым эсендә Яңы Шахтар үргән 185-се селтәр икән. “Күп осраҡта әҙер каркасҡа ептәрҙе үҙебеҙ сатрашлап бәйләп сығабыҙ ҙа, таҫмалар үрәбеҙ. Бер осор ҡаты ептән эшләнгән әҙер сетка һатып алғайныҡ, яраҡһыҙ булып сыҡты. Ялға ҡайтҡан яугирҙар менән һөйләшкәйнек, ундайҙарҙы күтәреп йөрөтөү ауыр була, тинеләр. Шуға күрә, хәҙер үҙебеҙҙең ҡул эшенә өҫтөнлөк бирәбеҙ”, – ти апайҙар.
Даими рәүештә осрашыу урынына йөрөй алмаған олораҡ апайҙар өйҙәрендә ҡул эше менән була. Әлфирә Йосопова, Нәйрә һәм Резеда Шәрәфетдиновалар, Гөлзимә һәм Дания Ғүмәровалар ҡыш буйы һалдаттарға йылы ойоҡбаш бәйләй.
– Ауылыбыҙҙың һәр йортонда ил яҙмышына битараф булмаған кешеләр йәшәй. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ саҡырыуҙы, әйтеүҙе көтөп ултырмай – үҙҙәре әүҙемлек күрһәтә. Урамда күреп ҡалһалар ҙа, ниндәй ярҙам ойошторабыҙ, тип торалар. Әле бына уттай ҡыҙыу эш ваҡыты, һәр кемдең үҙ хужалығында эше, мәшәҡәте етерлек. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, оҙаҡламай сираттағы ярҙам оҙатыла, тигәс, дәррәү генә килеп, эш менән булалар. Үҙҙәре һәр эшкә маһир – кәрәк икән, туҡмаҫ ҡырҡалар, кәрәк икән, өй икмәге бешереп, сохарый киптерәләр. Кем ҡул көсө менән ярҙам итә алмай, шул беҙгә кәрәк-яраҡ, материалдар алыу өсөн аҡса килтерә, һалдаттарға кейем-һалым һатып алып тапшыра. Ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа беҙҙең эште күреп, ярҙам итеп тора, – ти Рәмил ағай, ирекмәндәре менән ғорурланып.
Ауылдың абруйлы ғаиләһе, йәш быуынға өлгө булып 56 йыл бергә донъя көтөүсе Бикбаевтарҙы ла телгә алмай булмай. Ғүмере буйы уҡытыусы булып эшләгән Рәсимә апай менән Нил ағай ай һайын тиерлек һалдаттарға аҡсалата ярҙам күсерә, күптән түгел яҡташ һалдаттар һорауы буйынса һыуытҡыс алып ебәргәндәр. Ул тәғәйен полкка барып етеп, егеттәрҙән рәхмәтле сәләм килгән. “Оло йәштә булғас, ҡул эше менән булыша алмайбыҙ, шуға матди ярҙам булһа ла күрһәтәбеҙ”, – ти Бикбаевтар.
Мәҙәниәт йортоноң бер бүлмәһендә бер нисә биҙрә таҙартылған көнбағыш орлоҡтары күреп ҡалдым. Һораулы ҡарашыма Лилиә Шәймәрҙәнова аңлатма бирҙе:
– Алғы һыҙыҡта йөрөүсе һалдаттарҙы тәүлектәр буйы ризыҡ менән тәьмин итә алмайҙар – дошмандар туҡтауһыҙ һөжүм ойоштора, тигәс, оҙаҡ уйландыҡ. Нимә әҙерләргә була һуң? Аш әҙерләй алмайҙар, һәр ваҡыт консервалар ҙа булып тормай, етмәһә, ҡалай һауыттарҙы күтәреп йөрөү еңел түгел. Шул саҡта сәтләүек һәм орлоҡ менән әҙерләнгән козинактар тураһында мәғлүмәткә юлыҡтым. Әгәр 100 грамм бешкән һыйыр ите 190 килокалория тәшкил итһә, орлоҡтарҙан һәм сәтләүектәрҙән әҙерләнгән козинакта был күрһәткес 500 – 580-гә барып етә. Тимәк, кеҫәһенә генә һалып алған осраҡта ла, һалдатта асығыу тойғоһон баҫырлыҡ, көс-ҡеүәт бирерлек, тәмле лә, витаминдарға бай ҙа ризыҡ буласаҡ. Шуға күрә беҙҙең район ҡатын-ҡыҙҙары уны әҙерләү рецебын өйрәнеп, етештереү эшенә тотондо, – ти.
Әлбиттә, сәтләүек ҡушҡанда козинактарҙың тәме лә, шифаһы ла күберәк була. Әммә уларҙың хаҡы юғары булыуы бер кемгә лә сер түгел – күпләп һатып алыу мөмкинлеге юҡ. Көнбағыш орлоғо ла арзан түгел ул. Шулай ҙа сәбәп итеүселәргә Аллаһы Тәғәлә үҙе ярҙам ебәрә. Йәрмәкәйҙәрҙең шифалы һәм туҡлыҡлы ризыҡ эшләүен белгән Туймазы фермеры Фәрит Хөснуллин, ярҙамдан тип, 57 тоҡ таҙартылған көнбағыш алып килеп биргән. Тағы – шәрбәт, ә шәрбәткә шәкәр менән бал да кәрәк. Йәнә лә бер шәхси эшҡыуар – Рауил Аҡбаров биш тоҡ шәкәр тапшырған. Районда умартасылар байтаҡ, козинак өсөн дә, гуманитар ярҙам менән ебәреүгә лә балды йәлләмәй. Мәҫәлән, Исламбахты ауылынан Рәйлә һәм Радик Кәлимуллиндар ғына центнерҙан ашыу татлы ризыҡ биргән.
Козинак эшләү еңел түгел. Таҙартылған булһа ла, көнбағыш орлоҡтары сүпле һәм бысраҡ була. Мөзәйнә Закирова, Лилиә Джумаева, Хәсән Шәрәфетдинов, Әлфирә Йосопова һәм уның ейәнсәре Милена өйҙәрендә орлоҡтарҙы берәмләп тигәндәй сүпләп, таҙартып, һыуҙа ҡат-ҡат йыуып, әҙерләп ҡуя. Артабан уны йәшерәк ҡатын-ҡыҙҙар еренә еткереп табала ҡыҙҙыра – кибеп етмәһә, козинак тиҙ арала әсеп, ашарға яраҡһыҙ булып ҡала.
Семен-Макар ауылы
Козинак етештереү өсөн көнбағыш әҙерләүсе апай-инәйҙәрҙе бында ла осраттым. “Изгелек ҡыл” ирекмәндәр ойошмаһы ағзалары ине улар. Мәҙәниәт йортоноң фойеһына йыйылып, Елена Васильева, Галина Тетенкова, Рима Коростелева, Нина Васильева, Галина Макеева, Лида Ильина, Галина һәм Татьяна Исаевалар полиэтилен ҡапсыҡтарға таҙартылған орлоҡтарҙы тултыра ине.
– Һәр кемдең йәше бара, ә ваҡ эш башҡарыу, орлоҡ бөртөкләп ултырыу еңел түгел – күҙгә көс төшә, ҡан баҫымы күтәрелеүе мөмкин. Әммә шуға ҡарамайынса, һәр кем ныҡышмал рәүештә ярҙамға килә, – ти ойошма етәкселәре Зинаида Мурзакова менән Павел Коростелев.
“Орлоҡ булғанда таҙартайыҡ әле!” – ти ҡатын-ҡыҙҙар. Бынан тыш, улар гуманитар йөк өсөн дарыу үләндәре йыйып, киптереп, пакеттарға тултырып, сәй әҙерләгән, миндек бәйләгән. Ә ҡыш көнө окоп һәм землянкалар өсөн парафинлы шырпы әҙерләгәндәр. Әйткәндәй, Зинаида Геннадьевна уларҙы әҙерләү буйынса башҡа ауылдағы ирекмәндәр өсөн йыш ҡына оҫталыҡ дәрестәре үткәреп тора.




Семен-Макар – райондағы иң ҙур сыуаш ауылдарының береһе, уға 1795 йылда нигеҙ һалынған. Ауылға инеү менән юл ситендә часовнялы шишмә ҡаршы ала. Матурлап эшләнгән улаҡтан юлсылар һыуһын ҡандыра, һауыттарға һыу тултырып ала. Шишмәне тәртипкә килтереүсе лә, часовняны эшләүсе лә ауылдың оҫта ҡуллы уҙаманы – Владимир Яковлев. Ә ҡаршыла ғына төҙөк һәм матур үҙ йорто, ҡатыны Любовь менән бәхетле ғүмер кисерәләр. Ҙур баҡсаларында ниндәй генә йәшелсә-емеш үҫтермәй улар?! Яковлевтар йыл һайын уларҙан һалдаттарға ла өлөш сығара – гуманитар йөк өсөн ҡайнатмалар, тоҙланған һәм ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән йәшелсәләр, кишер, картуф тапшыралар.
Владимир Иванович ҡышын һалдаттар өсөн “буржуйкалар” әҙерләй. Шул турала һөйләргә үтенгәс, тыйнаҡ ҡына итеп:
– Нимәһен һөйләргә инде: бер ауырлығы ла юҡ. Үҙең тимерҙән иретеп-йәбештереп эшләһәң ҡатмарлы, әлбиттә. Ә мин бер хәйлә уйлап таптым: фреондан бушаған баллондан мейес эшләүе тиҙ ҙә, еңел дә. Былтыр ҡыш 20-гә яҡынды эшләп ебәрҙем. Көҙгә табан тағы ла тотонорға инде. Тик бына буш баллон табыуы мәшәҡәт, кешеләр уның әһәмиәтен уйламай, сүплеккә ташлай ҙа ҡуя. Тағы ла берәй хәйлә уйлап тапмай булмаҫ, – тип йылмая оҫта ҡуллы ағай.
Фотоға төшөүҙән дә баш тартты, шулай ҙа ҡышын гуманитар йөк әҙерләгән саҡта ирекмәндәр төшөргән бер фотоһын интернет селтәренән табып алдым.
Ауылдан бер яҡ ситтәрәк ике ҡатлы мәктәп урынлашҡан. Тик ул, балалар һаны етмәү сәбәпле, ябылған. Әммә ауыл халҡы бинаны буш тотмай: бында бер түгел ике ирекмәндәр ойошмаһы эшләй. Алдараҡ яҙып үткән “Изгелек ҡыл” төркөмөнән тыш, “Еңеү өсөн!” ойошмаһы ла бар. Уны беҙҙең ҡәләмдәшебеҙ, русса сыҡҡан “Йәрмәкәй яңылыҡтары” гәзите хеҙмәткәре Татьяна Сергеева етәкләй.
– 2022 йылда төрлө йәштәге 18 ҡатын-ҡыҙ тупланып, махсус хәрби операция биләмәһенә ярҙам ойошторорға ҡарар иттек. Әлбиттә, ярҙамды бөтә ауыл менән йыябыҙ, ә төркөмдәге ҡатын-ҡыҙҙар уларҙы ойоштороу һәм кәрәкле әйберҙәр әҙерләү менән була. Иң тәүге эшебеҙ – ит быҡтырыу булды. Итте Семен-Макарҙа ғына түгел, ә тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә тапшырҙы. Артабан апай-инәйҙәр йыйған шифалы үләндәрҙән махсус пакеттарға сәй тултырҙыҡ, – ти төркөм етәксеһе.
Ауыл халҡы һәм ситтә йәшәүсе яҡташтар аҡсалата ла ярҙам күрһәтә. Күмәк көс менән һалдаттарға ноутбук һәм планшет (113 һәм 29 мең һумлыҡ), разведка дрондары өсөн батарейкалар, яралыларҙың ҡанын туҡтатыусы 40 дана гемостат пакет (дөйөм хаҡы 70 мең һум), йылы кейемдәр, урын-ҡаралты йыйылмалары һатып алынған.
Беҙ барғанда ҡатын-ҡыҙҙар – Елена һәм Зинаида Исаевалар, Светлана Филиппова, Валентина Путу, Елена Савельева, Зоя Колесникова, Валентина Никитина, Любовь Яковлева, Лиандра Макеева, Әлфиә Байкова, Светлана Семенова, Надежда Еремеева, Надежда Герасимова, Валентина һәм Елена Артемьевалар, Людмила һәм Нина Павловалар өҫтәл тирәләй йыйылып, һаҡселтәр өсөн таҫма әҙерләй ине. Бындай күмәк көс һәм күп ҡул талап иткән барлыҡ эш ҙур ойошҡанлыҡ менән башҡарыла – йыл әйләнәһенә апай-инәйҙәр туҡмас ҡырҡа, һаҡселтәр үрә, ҡоро аш өсөн йәшелсәләр турай, ә ҡышҡы оҙон кистәрҙә ойоҡбаш бәйләй. Иҫәп-хисап алып барылған дәфтәрҙәге бер яҙма күҙемә салынып ҡалды: 81 төк марлянан барлығы 18 мең дана медицина салфеткалары әҙерләнгән. Әйтеүе генә анһат: тауарҙан 30Х45 см ҙурлыҡта киҫәктәр ҡырҡып, бөкләп һалып, төрөп ултыр әле. Күпме ваҡыт һәм сыҙамлыҡ талап ителә?!
Татьяна Сергеева әйтеүенсә, яу ҡырындағы ауылдаш һәм яҡташ егеттәргә йыш ҡына посылка ла ебәреп торалар. “Уларҙың рәхмәт һүҙҙәре һәм илебеҙгә ярҙам итә алыуыбыҙ беҙгә көс-ҡеүәт бирә”, – ти уңған апайҙар.
Йылан-Шишмә ауылы
Йәрмәкәй районындағы ирекмәндәр эшмәкәрлеге ҙур бер сәнәғәт ойошмаһын хәтерләтә. Дөйөм эштәрҙән тыш, һәр ауыл етештереү өсөн үҙенә тәғәйен айырым тауар алған. Йылан-Шишмә ауылы ҡатындары “Изгелек нуры” ирекмәндәр клубына берләшеп, һалдаттарға “леший” костюмы етештерә.
Миҙгелгә ҡарап һайланған (аҡ, көлһыу, ҡара йәшел, һарғылт һәм аралаштырған) төҫлө таҫмаларҙан әҙерләнгән был кейем дрондар атакаһы һәм разведка ваҡытында яугирҙарға дошман күҙенән йәшеренеү мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ эҫе ҡояштан һәм ел-ямғырҙан да һаҡлай. Ул универсаль размерҙағы халаттан һәм башлыҡтан тора. Эше мәшәҡәтле һәм ваҡ: махсус каркасҡа ептән үрелгән ваҡ селтәр беркетелә һәм һәр шаҡмаҡ ҡушылған ергә ҡырҡылған таҫмаларҙы (яҫылығы 4 – 5 мм, оҙонлоғо 20 см тирәһе) берәм-берәм бәйләп сығырға кәрәк. Әйткәндәй, тауарҙарҙың һаҡселтәр таҫмалары ҡырҡҡандан һуң ҡалған бер генә киҫәге лә әрәм-шәрәм ителмәй – “леший” өсөн файҙаланыла.
Йылан-шишмәләр был эшкә теүәл бер йыл элек тотонған һәм ошо ваҡытта 250-нән ашыу костюм, 180-гә яҡын башлыҡ үргән.
– Беҙ махсус операция биләмәһендә йөрөгән һалдаттар яҙмышына бер нисек тә битараф ҡала алмайбыҙ. Сөнки ауылыбыҙҙан ғына 16 ир-егет ил тыныслығы өсөн яуға юлланды һәм, үкенескә күрә, уларҙың бишәүһе батырҙарса һәләк булды. Тағы ла өсәүһенән күптән хат-хәбәр юҡ. Һәр көндө илгә – тыныслыҡ, һалдаттарға иҫәнлек теләп кенә торабыҙ. Беҙҙең клубтан кеше өҙөлмәй. Кемдер айына бер-ике тапҡыр килеп китә, кемдәрҙер көн һайын – һәр кем үҙ мөмкинлегенә ҡарай. Ярҙамдан баш тартмайбыҙ, – ти “Изгелек нуры” етәксеһе Елена Алексеева. – “Леший” костюмына таҫмаларҙы башҡа ауыл ирекмәндәре лә киҫеп ебәрә, шуға күрә тиҙ арала ҙур күләмдә комплект өлгөртә алабыҙ. Улар өсөн махсус станок-каркас кәрәк, уны ла үҙебеҙҙең ир-егеттәр эшләп бирҙе. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар окоп шырпыһы, медицина салфеткалары, сәй, туҡмас, яралылар өсөн бәйләүестәр ҙә әҙерләп тора. Йыйылырға мөмкинлек булһа, эшен табабыҙ.
Ауылда бер нисә йыл элек республика Башлығы ярҙамы менән мәктәп һәм балалар баҡсаһы өсөн яңы бина төҙөлгән. Ә элекке балалар баҡсаһын ирекмәндәргә тапшырғандар. Кәрәк-яраҡ, әҙер тауарҙар һаҡлау өсөн айырым бүлмәләр билдәләнгән, ингән ергә костюмдар эшләү станоктары урынлашҡан. Сәй эсеү өсөн өҫтәлдәр ҙә бар: бер йыйылғанда, тип иртәнән кискә тиклем эшләй ҡатын-ҡыҙҙар.
Ирекмәндәрҙең иң олоһо Елизавета Илларионоваға 81 йәш. Аяҡтары ауыртыу сәбәпле, ул оҙаҡ йөрөй алмай – “леший” башлыҡтарын өйҙә ултырып ҡына эшләй. Ҡыҙы Елена изге эшкә ҡушылғас, әсә кеше лә ситтә ҡалырға теләмәй.
– Бала саҡтан эш менән булып өйрәнгән кешеләр бит беҙ, тик ултырырға яратмайым. Станокты өйгә алып килеп биргәйнеләр, көн һайын бер нисә сәғәт шуның менән булам. Ҡыш буйы 50-нән ашыу шлем әҙерләнем. Минең ярҙам һалдаттар ғүмерен ҡотҡара икән, ошонан да ҙурыраҡ изгелек булыуы мөмкинме һуң? Теләге булған һәр кем ярҙам өсөн мөмкинлек тә, ваҡыт та табасаҡ, – ти Елизавета Викторовна.








Түбәнге Ҡарамалы ауылы
Бындағы “Хәстәрлекле йөрәктәр” ирекмәндәр ойошмаһы оло һынау алдында тора. Быға тиклем йыйылыу, ярҙам ойоштороу, туплау урыны булған мәҙәниәт йорто 2026 йылдың февраль айында ябылған. Тулыһынса.
Мәҡәлә башында яҙыуыбыҙса, башҡа ауылдарҙың ябылған мәктәптәре, иҫке балалар баҡсалары тулыһынса ирекмәндәргә биреп ҡуйылһа, бында бинаны бикләп, асҡысын алып киткәндәр. Махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ярҙам ойоштороу өсөн түләү талап итмәйенсә, йөрәк ҡушыуы буйынса ең һыҙғанып эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн буш торған бинаны ла ҡыҙғаныусылар ил яҙмышы тураһында уйланмаймы икән әллә, тигән уй килә башҡа.
Ә Түбәнге Ҡарамалыларға айырым бина бик кәрәк. Уларҙың эшмәкәрлеге бәләкәй генә кейем тегеү фабрикаһын хәтерләтә: ҡатындар үҙ теген машиналары менән һалдаттарға банданалар, футболкалар, бәйләүестәр тегә. Улар йорттарында ла эшләй ала әлбиттә, әммә кәрәкле үлсәм буйынса тауарҙы үлсәп, бесә белергә лә кәрәк бит. Икенсенән, күмәкләп башҡарғанда, эш тә ырамлыраҡ бара.
– Һалдаттарға һәр ваҡыт кейем-һалым кәрәклеген беләбеҙ, ә һатып алыу ҡиммәткә төшә. Ярҙам итке килә. Бер шулай ҡатындар менән гуманитар ярҙамға туҡмас ҡырҡырға йыйылғанда, йәйгелеккә еңел, йоҡа футболка, банданаларҙы үҙебеҙ тегә алмаҫбыҙмы икән, тигән уйға килдек. Арабыҙҙа бер профессиональ тегеүсе – Гөлнур Сәфиуллина бар. Ҡалғандарыбыҙ өй күлдәге, алъяпҡыс кеүек ябай ғына кейемдәрҙе тегештерә ине. Гөлнурҙың ярҙамына ышандыҡ та, эшләп ҡарарға булдыҡ, – ти ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Рита Шәйҙуллина.
Шулай итеп, оҫта ҡуллы уңғанбикәләр – Әлфиә Аҫылгәрәева, Мәхтүмә һәм Райхана Шәйхиевалар, Гөлсирә Кәбирова, Гөлиә Ямалиева, Әлфирә Әхмәтғәлиева, Гөлнур Сәфиуллина, Гөлшат Булатова, Гөлүзә Миңлекәева, Рита һәм Мәғдәнис Шәйҙуллиналар бер булып эшкә тотона. Дүрт ай эсендә улар 700 дана бандана, 80 футболка һәм 101 бәйләүес етештергән. Араларында “рекорд” ҡуйыусылар ҙа бар. Мәҫәлән, Мәхтүмә апай үҙе генә 215 бандана һәм 25 футболка теккән. Тағы ла ҡатындарҙың изге эшен ишетеп, Спартак ауылында йәшәүсе изге күңелле Анна Чукаева исемле ҡатын да 24 футболка тегеп тапшырған.
Ирекмәндәр ойошмаһы тегеү эшенән генә тормай – был ҡатындар ауылдың башҡа халҡы менән бергә аш өсөн киптерелгән йәшелсә етештерә, туҡмас ҡырҡа, ҡыш буйы окоп шырпылары етештерә, ойоҡбаш һәм муйынса (манишка) бәйләй. Оло йәштәге инәй-олатайҙар аҡсалата ярҙам күрһәтә һәм әйберҙәр алып бирә. Фәнил ағай Хөснуллин үҙе генә әллә күпме түшәк алып биргән. 85 йәшлек Мәхтүмә инәй Әхмәтғәлиева ай һайын пенсия аҡсаһынан ирекмәндәргә кәрәк-яраҡ алыр өсөн өлөш сығара. Шулай уҡ Зарема Шәйҙуллина, Айгөл Мифтахова, Музаяна Мохтарова, Гөлсимә Саҙретдинова, Фаил һәм Фәнил Шәйҙуллиндар ҙа ойошма ағзаларынан нимә кәрәклеген һорашып ҡына тора.
Ауылдың шәхси эшҡыуары Гөлүзә Миңлекәева яралыларға йәки алғы һыҙыҡҡа тиҙ арала ярҙам ойоштороуҙарын белеү менән ойоҡбаштар, тәпешкәләр, гигиена кәрәк-яраҡ, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек һатып ала. Ул шулай уҡ магазинына “МХО яугирҙарына ярҙам өсөн” тигән махсус ҡумта ҡуйған. Ауыл халҡы ла, ҡунаҡҡа ҡайтыусылар ҙа, юлаусылар ҙа унда аҡсалата үҙ өлөшөн ҡалдырып тора.
Әлегә ирекмәндәр кәрәк саҡта берәйһенең йортонда осраша. Тик һәр кемдең үҙ мәшәҡәте, эше, килер ҡунағы була. Артабан ойошма тулы ҡеүәттә эшләй алырмы, юҡмы – ауыл советы һәм район етәкселегенән тора. Еңеү өсөн ҡан ҡойған ир-егеттәр, госпиталдә ятҡан яралылар өсөн бәләкәй генә ярҙамдың да оло әһәмиәткә эйә булыуын аңлаусылар табылыр, моғайын.
“Аҡҡалфаҡ” апайҙары
Юлъяҙма башында Семен-Макар һәм Яңы Шах ауылы апайҙарының көнбағыш орлоғо таҙартыуы тураһында яҙып үткәйнем инде. Ә козинак етештереүҙе (шулай уҡ үҙҙәре лә орлоҡто таҙарта), ҡаптарға тултырыуҙы үҙ өҫтөнә алған айырым төркөм бар. Йәрмәкәй ауылының алтмыш йәштән өлкән апайҙарын – Альбина Нурыева, Тәнзилә Ханнанова, Рәфиҙә Хәмиҙуллина, Сирина Арыҫланова, Нурия Мифтахова, Мөнирә Мазулина, Роза Шәмсетдинова, Сәриә Юнысова, Зөлфиә Шайғанова һәм Зәриә Ғәлимоваларҙы берләштергән “Аҡҡалфаҡ” йәмәғәт ойошмаһы ул. Социаль фонд янында эшләп килгән Өлкән быуын аралашыу үҙәге (Центр общения старшего поколения) ағзалары ла улар.
Улар гуманитар ярҙам ойоштороуҙы һаҡселтәр үреүҙән башлаған. Артабан алғы һыҙыҡ өсөн туҡмас ҡырҡҡандар, банкаларға салат япҡандар, окоп шәмдәре, шырпылары эшләгәндәр. Госпиталдәргә медицина салфеткалары ла әҙерләгән улар. Социаль фонд бинаһының аш-һыу әҙерләү уңайлылыҡтары булған айырым бүлмәне үҙҙәре ҡарамағына биргәндән һуң, апайҙар ныҡлап козинак эшләргә тотонған.
Был тәмлекәсте әҙерләүҙәрен тәүгә үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Бер стакан балға 3 стакан шәкәр ҡушып, ҡайната-ҡайната шәрбәт эшләйҙәр. Ҡуйы булһа, ярты стакан һыу өҫтәргә лә була, ти апайҙар. Тик шәрбәт шыйыҡ та булырға тейеш түгел, юғиһә орлоҡтар таралып торасаҡ. 8 стакан көнбағыш орлоғона шәрбәтте һалып бутайҙар ҙа, батмустарға бүлеп, тигеҙләп һалалар һәм уҡлау менән ныҡ баҫмай ғына, тығыҙлап йәйәләр. Һыуынмаҫ борон козинакты кәрәкле ҙурлыҡта (ғәҙәттә 10х15 см ҙурлыҡтағы ҡапсыҡтарға һыйырлыҡ итеп) ҡырҡалар һәм ярты сәғәт тирәһе киптерәләр. Артабан инде уларҙы төрөп, ҡумталарға тултырырға ғына ҡала.
“Аҡҡалфаҡ”тар эшкә генә түгел, йыр-моңға ла маһир, һәр береһе таланты менән айырылып тора. Етәкселәре лә кем бит әле – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ханнанова! Райондағы бер генә мәҙәни һәм спорт сараһы ла уларһыҙ үтмәй. Республика буйлап сәйәхәт итергә лә өлгөрәләр. Бына шундай шәп апайҙар менән дә танышырға насип булды.
Яңы Турай ауылы
– Балаҡайым, беҙҙе фотоға төшөрмә инде, йәме. Был әбейҙәр нимә ҡарап йөрөй икән, тиерҙәр. Еңеүҙе яҡынайтайыҡ, үҙебеҙҙең егеттәргә аҙ ғына булһа ла ярҙамыбыҙ тейһен, тип ошонда киләбеҙ ҙә етәбеҙ...
Яңы Турай мәҙәниәт йортоноң бер бүлмәһендә сал сәсле, мөләйем генә ике инәй сәй тултыра ине. Үҙен Тәкмилә Бәхтигәрәева тип таныштырғанына – 88, ә Зәбирә Мөхәмәтоваға 73 йәш икән. Әйткәндәй, улар ирекмәндәр клубы барлыҡҡа килгәнсе үк гуманитар ярҙам йыйыуҙы иғлан итһәләр, өйҙәрендә сохарый киптереп, туҡмас ҡырҡып тапшырып торғандар.
– Инәйҙәр, һеҙҙең изгелекте бөтә донъя белергә тейеш! Алла бирһә, еңеүҙе күрергә насип булһын. Ул бөйөк байрамда мотлаҡ ошо клубҡа килеп, һеҙҙе бейегәнде ҡараясаҡмын әле! – тим, күңелем күтәрелеп.
– Бирһен Хоҙай! Бейербеҙ, Аллаһ насип итһен!
Кескәй генә ауылдың йыйнаҡ ҡына мәҙәниәт йорто күңелгә өмөт, йылылыҡ бүләк итте: ошондай инәйҙәр ил яҙмышын ҡайғыртып йөрөгәндә, киләсәгебеҙ мотлаҡ яҡты, бөйөк һәм еңеүле булырға тейеш! Ә геройҙар беҙҙең арала йәшәй – ике инәйҙең күҙ нурҙарын, ҡул көстәрен түгеп, бөртөкләп кенә күстәнәс тултырыуы үҙе бер ҡаһарманлыҡ та баһа!






Мәҙәниәт йортоноң икенсе бүлмәһендә йәшерәк ҡатындар – Нурия Юлдашева, Рузилә Фәррәхова, Зөбәржәт Сәлимгәрәева, Зөлфиә Бәхтегәрәева, Руфина Вәлиуллина, Зөлфиә Ғәниева, Гөлсөм һәм Нурия Хөснуллиналар һаҡселтәр (йыл ярымда 210-сы селтәр!) үрә ине.
– Махсус хәрби операция башланғас, һәр кем ҡулынан килгәнсе һалдаттарға ярҙам ебәреп торҙо, тик дөйөм эш алып барылмай ине. 2025 йылдың яҙында ауылдың иң әүҙемдәре тупланып, “Изге ҡулдар – изге эштәр” ирекмәндәр ойошмаһы төҙөнөк. Ойошҡанлыҡ һөҙөмтәләре күренә – эштәр шәберәк китте. Ауыл клубына йыйылып, һөйләшеп-килешеп, яҡын арала ебәреләсәк гуманитар ярҙам өсөн нимәләр кәрәк, шуны етештерергә тырышабыҙ. Беҙҙә ололар күп, улар Ҡөрьән аштарында таратылған хәйер аҡсаларын һалдаттарға кәрәк-яраҡ алырға беҙгә бирә. Бынан тыш, фермерыбыҙ Илгизәр ағай даими рәүештә финанс ярҙам күрһәтә. Ә Нурия һәм Әнүәр Юлдашевтар ҡоро аш әҙерләү өсөн йыш ҡына ҡорбан салып, ит тапшыра, – ти ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Руфина Вәлиуллина.
Тарҡаҙы ауылы
“МХО-ға ярҙам. Йәрмәкәй” ирекмәндәр ойошмаһының төп штабы Тарҡаҙы ауылының элекке мәктәп бинаһында урынлашҡан. Бындағы ике ирекмәндәр төркөмөнә – “Бал ҡорттары” һәм “Дуҫлыҡ”ҡа – барлығы 55 кеше тупланған. Яҡшы эшкә күрһәткес булған тарҡаҙыларға Ырымбур өлкәһенең 2-се Степановка ауылынан да ҡушылыусылар бар.
Бинаның ҡайһы бер бүлмәһе әҙер аҙыҡ-түлек, кейем-һалым келәте булараҡ ҡулайлаштырылған. Икенселәрендә етештереү өсөн кәрәк булған материалдар тупланған. Һаҡселтәр үреү өсөн ҙур каркас элекке класс кабинетында тора. Теген машиналары, окоп шәмдәренә парафин иретеү ҡоролмаһы – һәр бүлмә ниндәйҙер эшкә тәғәйенләнгән. Был бүлмәләрҙә “Бал ҡорттары” төркөмөнөң ҡыҙҙары һәм ир-егеттәре “хужа”. Фойела ҙур теннис өҫтәле, уға ниндәйҙер схема төшөрөлгән.
– Был – беҙҙең яу яланынан яралыларҙы алып сығыу өсөн каркасһыҙ тактик носилка эшләү һыҙмаһы. Элек беҙ уны тығыҙ, ҡалын тауарҙан тегә инек. Һалдаттар уның бер аҙ уңайһыҙ булыуын әйтте: үҙең менән йөрөтөү ауыр һәм тәҫләп алғанда ла күп урын биләй. Интернет селтәренән эҙләй торғас, ошо төргә тап булдыҡ. Был “носилка-волокуша” ныҡлы капрон стропанан, селтәр рәүешендә тегелә. Йыйып алғанда кеҫәгә һыймалы ғына, ә үҙе кешене күтәрерлек ныҡ. Ялға ҡайтҡан һалдат килеп күргәйне: “Йәтеш һәм ныҡ!” – тип баһа бирҙе.
Һуңғы арала шулай уҡ яңы һөнәр үҙләштерҙек: паракорд тигән ныҡлы ептән “браслет выживания” үрәбеҙ. Уны һәр һалдат үҙе менән йөрөтә һәм кәрәк саҡта бер нисә секундта һүтеп, 5 метр оҙонлоҡтағы баулы була. Хужалыҡ эшендә, дошмандың ҡулын бәйләргә, йөктө нығытырға кәрәк ул. Шулай уҡ яраланған саҡта тығыҙ итеп бәйләп, ҡанды ла туҡтатырға була. Үкенескә күрә, ҡыҙыу ҡояш аҫтында жгуттар сафтан сыға, – тип аңлатма бирҙе ҡатын-ҡыҙҙар.
Тарҡаҙы ҡатын-ҡыҙҙары тағы ла яҡшы сифатлы, иң мөһиме – еңел, йоҡа, шул уҡ ваҡытта йылылыҡты тоторлоҡ, ел-ямғыр үткәрмәҫлек дронға ҡаршы одеялдар тегә. Уның тышы, ғәҙәттәгесә, камуфляж тауарҙан булһа, эсенә икешәр ҡат металлаштырылған полиэфир пленка һәм спанбонд тауары ҡуйыла. Тик ҡатлы одеялды теккәндә машинаның энәләре оҙаҡҡа сыҙамай икән.
“Дуҫлыҡ” төркөмө апайҙарын ауылдаштары шаяртып “3 в 1” тип йөрөтә. Ирекмәнлек эшен дә алып баралар, кәрәк икән, сәхнәлә сығыш яһайҙар, йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмайҙар – ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары бит! Улар мәктәп ашханаһын “үҙләштергән” – гуманитар ярҙам өсөн сәк-сәк бешереү, сохарый киптереү, туҡмас ҡырҡыу кеүек эштәрҙе тулыһынса үҙ өҫтәренә алғандар.
– Беҙ көн һайын йыйылып тормайбыҙ. Бер көн килеп, 50 – 70 йомортҡанан ҡамыр баҫабыҙ ҙа, йә туҡмас, йә сәк-сәк әҙерләйбеҙ. Икенсе көндө уларҙы контейнерҙарға тултырабыҙ. Берәй аҙна өй эштәре менән булышабыҙ ҙа, тағы йыйылабыҙ. Йомортҡаны һәр кем үҙе алып килә, ә ондо халыҡтан йыйылған аҡсаға һатып алабыҙ, – ти етәкселәре Әлфирә Ялаева.
Ауылдың оло йәштәге инәйҙәре лә изге эштән ситтә ҡалмай. Улар бер-береһенә ҡышын – кис ултырыуға, йәйен хәл белешергә йөрөшөп, медицина салфеткалары эшләй, бер тапҡыр ҡулланырлыҡ пакеттарға сәй тултыра, “леший” костюмына таҫма ҡырҡа, ойоҡбаш бәйләй. Беҙ барғанда ла инәйҙәр – Резида Шәрифуллина, Әлиә Заһирова, Фәнүзә Насриева, Ғилмибиян Мохтасаровалар бер булып сәй тултыра ине. “Һәр көн илебеҙгә еңеү теләп доға ҡылабыҙ. Һалдаттар иҫән-имен ғаиләләренә ҡайтһын, тип теләйбеҙ. Беҙ инде оло, йәштәр тыныс тормошта йәшәһен ине”, – тип изге теләктәр менән оҙатып ҡалды улар.
Йәрмәкәй районы ирекмәндәре хәрби госпиталдәр һәм МХО өсөн барлығы 33 төрлө тауар етештерә. Әлеге ваҡытта ирекмәндәр ойошмаһы етәксеһе Лилиә Шәймәрҙәнова һалдаттар өсөн ҡоро аш әҙерләү процесын ныҡлы өйрәнеп, уны етештерергә ризалашҡан айырым төркөм эҙләй.
– Алғы һыҙыҡтағы егеттәр ҡайһы саҡта тәүлектәр буйы ризыҡһыҙ ултыра. Шундай мәлдә уларҙы козинак менән ҡоро аш ҡотҡара ла инде. Ҡапҡа тултырылған ашҡа һыу ҡойоп ҡына бутарға кәрәк. Козинак эшләй башланыҡ, ә бына аш әҙерләү – бик ҡатмарлы процесс, уны тулыһынса өйрәнеп бөтә алмайбыҙ. Әле беҙ Татарстандың Ютазы районындағы “УруССуп” ирекмәндәре менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Уларға ярма, йәшелсә, ит ебәрәбеҙ, ә улар шул ризыҡтан эшләгән аштарҙың яртыһын беҙгә ҡайтара, яртыһын үҙҙәренең һалдаттарына ебәреү өсөн алып ҡала. Әлеге ваҡытта туңдырғыста 95 кг ит ята, үҙемдең ғаиләм һәм ҡатын-ҡыҙҙар менән 50 баш тауыҡ әҙерләп ҡуйҙыҡ. Уларҙы район халҡынан йыйылған аҡсаға арзан хаҡҡа һатып алдыҡ. Ә быға тиклем Ленар Ахунйәнов һәм тағы ла бер нисә кеше ҡорбан салып, һарыҡ ите тапшырҙы. Ҡоро аш әҙерләү өсөн тауыҡ ите яҡшыраҡ, сөнки мал итенән әҙерләгәндә уны тулыһынса майынан арындырырға кәрәк. Бешкән итте, йәшелсәләрҙе дөрөҫ итеп киптерергә, ярманы бешерергә – ҡыҫҡаһы, әҙерләү процесы оҙаҡ һәм ҡатмарлы, уның өсөн айырым кешеләр кәрәк. Әлегә яуаплылыҡ алырға теләүселәр юҡ. Ә ялға ҡайтҡан һалдаттар уның күп күләмдә кәрәклеген әйтә. Ғөмүмән, беҙ һалдаттар менән гел аралашып, нимә кәрәклеген һорашып торабыҙ. Улар әйткән әйбер булмаһа, уны нисек эшләргә, әҙерләргә икән, тип баш вата башлайбыҙ һәм барыбер берәй әмәлен табабыҙ, – ти Лилиә Мәғсүм ҡыҙы.
...Ыҡ буйынан ил яҙмышы һағында торған һалдаттарға ылау-ылау ярҙам оҙатыла. Уларҙы оло еңеүгә өмөт менән Йәрмәкәй халҡы туплай һәм әҙерләй. Изгелеккә, мәрхәмәткә тулы һәр күңел ризыҡ, кейем, кәрәк-яраҡ менән бергә ут эсендә йөрөгән Башҡортостан, Рәсәй һалдаттарына өмөт, йәшәү, рух көсө лә бүләк итә.
Киләсәктә Еңеү йылъяҙмаһы яҙылғанда мотлаҡ тыл ҡаһармандарына ла иғтибар булыр, тип ышанам. Шул мәлдә Йәрмәкәй районы ауылдарының бергә тупланған ирекмәндәре лә мотлаҡ телгә алыныр. Сөнки башҡалар менән бер рәттән уларҙың изгелеге беҙҙе ошо Еңеүгә табан алып бара ла инде...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
автор фотолары.





