Барыһы ла Еңеү өсөн
29 Августа , 14:13

Иҫләһендәр өсөн...

Бер кемде лә онотмаһын Тыуған ил! 

Иҫләһендәр өсөн...Иҫләһендәр өсөн...
Иҫләһендәр өсөн...

 Ватанды һаҡлаусылар тураһында хәтер - илебеҙ мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө, төп ҡиммәттәрҙең береһе. Яуҙарҙа ҡатнашып, исемдәрен данға күмгән ата-бабаларҙың батырлыҡ эстафетаһын бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар дауам итә. Тыныс тормошта ҡәҙимге кешеләр: эшселәр, табиптар, водителдәр, уҡытыусылар, трактористар, урмансылар һәм башҡа һөнәр вәкилдәре һуғыш яланында арыҫландай алыша. Уларҙың ҡаһарманлығы, фиҙаҡәрлеге, Ватанға тоғролоғо оло ихтирамға лайыҡ. Һәм геройҙарыбыҙ тураһында хәтерҙе һаҡлау – мөҡәддәс бурысыбыҙ. Киләсәк быуындар өсөн, кем икәнебеҙҙе онотмаҫ өсөн мөһим. Әлеге ваҡытта батыр яугирҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында мемориалдар төҙөлә, патриотик акциялар, йәштәр менән осрашыуҙар ойошторола, Герой парталары булдырыла. Учалы районы Уральск ауылынан Юлиә Әхмәтова ла изге эшкә үҙ өлөшөн индерә. Ул Учалы районы геройҙарына арнап, видеороликтар эшләй. Роликтарын күргәс, Юлиә йә вебдизайнер, йә рәссам, йә шуның ише берәй өлкәлә эшләгән ижад кешеһелер, тип күҙалларға ла мөмкин. Әммә автор – нейроселтәр менән ҡыҙыҡһынған ябай ҡатын. - Мин Уральск участка дауаханаһында санитарка булып эшләйем, әлеге ваҡытта декрет ялында, өйҙә донъя көтәм, - тине өс бала әсәһе. – Нейроселтәр менән мауығыуым ике йыл элек, мәрхүм ата-әсәйемде фотоларҙа йәнләндерергә маташыуҙан, башланды. Ролик эшләп ҡарағайным, оҡшаны. Уны соцселтәрҙәге сәхифәмә ҡуйҙым. Шуны күреп, бер ҡатын махсус хәрби операцияла һәләк булған туғаны тураһында ролик эшләүемде һораны. Унан һуң, “Үлемһеҙҙәр полкы”на фотоһүрәттәр кәрәк ине, тип мөрәжәғәт иттеләр. Байтаҡ фото йыйылып киткәс, батыр учалыларҙың иҫтәлегенә 9 Майға ҡарата коллаж эшләргә уйланым. Ирекмәндәр штабы аша белешеп, һәләк булған яҡташтарымдың яҡындарына шылтыраттым, яҙҙым, нимә эшләргә теләүемде аңлаттым. Хәҙер мутлашыусылар күп бит, шуға ла ҡайһы берәүҙәр ышанманы, “игнор” итте. Ҡалай ҙа 35 яугирҙың фотоһын тупланым, уларҙың исем-шәрифен, тыуыу-үлеү даталарын асыҡлағас, “Иҫләһендәр өсөн” тигән ролик тыуҙы. Видео донъя күргәс, башҡа яугирҙарҙың ата-әсәләре миңә бәйләнешкә сыҡты, үҙҙәренең дә улдарын шунда өҫтәүемде һоранылар. Өҫтәп тормай, айырым роликтар булдырҙым. Әлеге ваҡытҡа бөтәһе дүрт ролик эшләнде. Сәфәр ауылынан үҙҙәренең батырҙарын айырым эшләтеп алдылар. Хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың яҡындары ла ҡайһы ваҡыт айырым роликтарға заказ бирә. Бәлки, видеоны соцселтәр аша таратҡас, яугирҙарҙың берәйһе күреп таныр, өҫтәмә мәғлүмәт менән бүлешер, тигән өмөттә. Әйткәндәй, ике йыл дауамында хәбәрһеҙ юғалғандар иҫәбендә йөрөгән бер ир тураһында роликты яуҙаш иптәше күреп, уның һәләк булыуы хаҡында хәбәр итте. Ләкин ҡатыны ирен барыбер, иҫәндер, ҡайтыр, тип көтә... Юлиә видеороликтарҙы төнгә ҡарай, кескәй ҡыҙын йоҡларға һалғас, эшләргә тотона. Ҡәһүә эсә-эсә компьютер артында таңға тиклем ролик менән булышып ултырыуы ла бар. Фотолағы һәр кем хәтеренә һеңә. Даталарына ғына ҡарап та, яугирҙың исем-шәрифен иҫләй, йөҙө күҙ алдына баҫа. Иле өсөн башын һалған батыр ир-егеттәрҙең фотоларын йәнләндергәндә, Юлиәнең күҙ йәштәре үҙенән-үҙе түгелә. Яҡындарын ҡара ҡайғыларға һалып, яҡты донъяларҙан бик иртә киткән батырҙарҙың нурлы йөҙҙәренә ҡарап, их, йәшәһәгеҙсе, тигән уйҙарҙан үҙәге ҡат-ҡат өҙөлә. Бик күп көстө, ваҡытты алһа ла, Юлиә изге эшен дауам итергә ниәтләй: “Фашизм, нацизмға ҡаршы аяуһыҙ көрәштә һәләк булған ҡаһармандарҙың рухы алдында баш эйәйек. Тыуған ил бер кемде лә онотмаһын!”

Фото: Ю. Әхмәтова. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас