

...Учалы районының Рысай ауылынан Ғәлиә Мөнир ҡыҙы Мөхәмәтшина менән Салауат Сәлим улы Мөхәмәҙийәровтарҙы саф, яҡты хистәр – бер-беренә булған һөйөү ҡауыштыра, сәстәрен-сәскә бәйләй. Өйләнешкәндән һуң да яратып һәм яратылып ҡына йәшәгән йәш ир менән ҡатындың ғаиләһендә бер-бер артлы өс бала донъяға килә: Сәлим, Диана, Самат. Мөхәббәттән яралған үтә һөйкөмлө, матур балаларҙың өсөһө лә яҡындарының ҡыуанысына, һөйөнөсөнә, бәхетенә әйләнә. Бигерәк тә Саматты, йөҙөнән йылмайыу өҙөлмәгән, һәр саҡ ҡояштай балҡыған кинйәкәйҙе, ғаиләлә бөтәһе лә сикһеҙ ярата, уңайы сыҡҡан-сыҡмаған һайын иркәләтә, һөйөп тә туя алмайҙар. Атайлы-инәйле, олатайлы-нәнәйле өс бала бәхет ҡосағында кинәнеп, аҡыллы, тәртипле булып үҫә.
Биш йәшлек Самат олатаһы үлгәнен йүнләп аңламай ҙа ҡала. Бәләкәй баланың аңы был ауыр хәлде бөтөнләй ҡабул итмәй. Ике йылдан өйҙәренә ҡурҡыныс ҡайғы ишек ҡаға – ҡапыл ғына атаһының йөрәге туҡтап, йән бирә. Иртәле-кисле яҡын кешеһен таптырған малаҡай атаһын ныҡ юҡһына. Кескәй йөрәген яндырған ҡайғы-һағышты аңлатып, һөйләп бирә алмай, инәкәйенә, нәнәйенә һыйына. Ә туғыҙ айҙан иң оло ҡайғы баштарына ауҙарылып төшә – яман шеш ауырыуы инәкәйҙәренең ғүмерен өҙә. Аяҡ аҫтынан ер киткән саҡта, ҡайғынан һығылғандарында өс бала бер нәнәйҙәренә күҙ терәп тороп ҡала. Балалар ғәзиздәрен көтөүҙән туҡтамай, атай менән инәйҙәре йылмайып-көлөп, ана-бына ҡайтып инерҙәр кеүек тойола. Ә ысынбарлыҡ уларҙы аяуһыҙ һынауҙы дауам итә: ҡайҙалыр кабинеттарҙа ултырған яуаплы кешеләр балаларҙы тыуған өйҙәренән, нәнәйҙәренән тартып алып, балалар йортона илтә, һуңынан бөтөнләй сит кешеләргә опекаға бирәләр. Шаңҡыу артынан шаңҡыу кисергән бер туғандарҙың ниндәй хәл-торошта булыуын күҙаллауы ҡыйын түгел...
- Беҙҙең кисергәндәр... – тип ауыр көрһөнә етем балаларҙың яратҡан нәнәйе, ғүмер буйы малсылыҡта - алдынғы һауынсы, быҙау ҡараусы булып эшләгән Фәниә Әхәт ҡыҙы. - Кейәүемдең йөрәге йәш сағынан ауыртты. Их, ошо йөрәкте ергә һалып тапар кәрәк ине, тип әсенә торғайны. Малды бәйләгәнендә телефондан һөйләшеп кенә торғанда йөрәге туҡтаны мәрхүмкәйҙең. Ҡыҙым ире артынан туғыҙ айҙан һуң китеп барҙы. Хәлегеҙҙән килмәйәсәк, тип балаларҙы хөкүмәт йортона алып киттеләр. Күпме ҡырталашып, йөрөп, инәлеп ҡараным, фәтүәһеҙ. Бер ҡатын менән ир алты баланы, шул иҫәптән минең дә ейән-ейәнсәремде, үҙҙәренә опекаға алды. Бынан тыш ике баланы алдараҡ алған булғандар, үҙҙәренең ике бала. Балаларымдың хәлен белешергә йыш барҙым шул ауылға. Алты йылдан һуң, опекун ҡатын үлгәс кенә, балаларҙы миңә бирҙеләр.
Бер-береһе өсөн өҙөлөп, үҙ-ара татыу үҫә улар. Диана туғыҙҙы бөткәс, Белорет педагогия колледжына уҡырға инә. Самат ауыл мәктәбендә алтынсы синыфтан алып туғыҙынсыға тиклем уҡый. Туғыҙҙы тамамлағас, колледжға түләүлегә инә, әллә ни оҡшатмаймы, уҡыуын ташлай. Нәнәйе уны ауыл һөнәри-техник училищеһына тракторсыға уҡырға индерә. Повестка килгәс, ҡасып йөрөмәй, армияға барып ҡайтам да, шунан һуң уҡып бөтөрмөн, ти. Аят уҡытып, иптәштәрен саҡырып, табын ойоштороп, 2025 йылдың 14 майында матур итеп оҙаталар. “Учебка”ға Воронежға эләгә, 11 июндә присяга ҡабул итә. Бер аҙҙан Оборона министрлығы менән контракт төҙөй.
- Форсаты сыҡҡан һайын шылтыратырға, үҙенең хәлдәрен белгертеп торорға тырышты балаҡайым. Шылтыратҡан һайын беренсе һүҙе: “Нәнәй, хәлдәрең нисек? Бер кем дә рәнйетмәйме?” – булыр ине. Октябрь аҙаҡтарында отпускыға ҡайтам, тип ҡыуанды. Ләкин аҙаҡ, минең урынға бер ағайҙы ҡайтарҙылар, тик һин ҡайғырма, ноябрь башында ҡайтырһың, тинеләр, тип мине йыуатты. Һуңғы шылтыратҡанында, һине бушҡа көттөрҙөм, был юлы ла ҡайтып булманы, декабрҙә ҡайтып килерһең, тип вәғәҙәләнеләр, тине. Аяҡтарым, ҡулдарым ярсыҡтарҙан тишкеләнеп бөттө, ҡайтҡас, күрһәтермен, тигән булды.
Декабрь башында төндә шылтырау яңғыраны. Телефонды алһам, ейәнем менән бергә хеҙмәт иткән иптәше, Бүздәк егете. “Беҙҙе шартлаттылар, Самат һәләк булды”, - тине. Ышанманым. Таң менән хәрби комиссариатҡа барҙым. Эҙләүгә бирҙем. Һуңынан хәрби комиссариаттан “Мотоуҡсылар взводы гранатометсыһы, ефрейтор Самат Салауат улы Мөхәмәҙийәров махсус хәрби операцияла хәрби заданиены үтәү барышында 2025 йылдың 12 декабрендә хәбәрһеҙ юғалған” тигән ҡағыҙ килде...
Самат, ябыҡтым, 95 килонан 70-кә төштөм, тип әйткәнендә, ҡайтһаң, нимә теләйһең, шуны бешереп ашатырмын, тигән инем дә бит... Ул ҡоймаҡ, ҡыҫтыбый ашарға яратты. Яңы 2025 йылды икәү бергә генә ҡаршы алған инек, ағаһы менән апаһы дуҫтары менән булды. Күп иткәнсе бешеренгәнмен, өҫтәл тулы ризыҡ. Самат улымдың, нимәнән ашай башларға икән, тип йылмайып ултырғаны һаманғаса күҙ алдында. Саматты бөтәһе лә яратты. Шул тиклем дә һәйбәт, алсаҡ ине... Самат армияға киткән көндө Сәлим ағаһына, нәнәйемде ҡарап тороғоҙ, бер кем дә рәнйетмәһен, тигән, һаман мине хәстәрләгән... Ҡасан уны тыуған яҡҡа ҡайтарырҙар, билдәһеҙ. Майҙа килтерәсәкбеҙ, тигәйнеләр, инде көҙ етеп бара, ә ул һаман юҡ... Исмаһам, ҡәберенә барып йөрөр инем, һөйләшер инем балаҡайым менән...
Йәшләй генә иле өсөн һәләк булған Саматыбыҙ онотолмаһын... Үҙемдең ҡәҙерле Дамир улым да махсус хәрби операцияла 2023 йылдың 19 авгусында хәбәрһеҙ юғалды. Улыҡайым фронтҡа юлланғанда, ғәфү итегеҙ, әгәр ҡайта алмаһам, тип сығып киткәйне... Штурмлаусылар снайперы ине. Бер туғанымдың улы, үҙ балам кеүек яҡын Игорь Лисин да 2025 йылдың 11 июненән алып хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә. Уларҙы ла онотмаһындар...
Үкһеп илаған Фәниә апайҙы, батыр егеттәрҙең әсәһен, нәнәйен йыуатыр һүҙҙәр таба алмайым. Һәр тамсы күҙ йәше йөрәгемде өҙгөсләй... Тиҙерәк һуғыш бөтһөн, фажиғәләр тамамланһын, алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәгән ир-егеттәребеҙ еңеү менән үҙ аяҡтарында ҡайтһын ине...
Нацистарға ҡаршы батырҙарса һуғышҡан, тере сағында - “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” миҙалы менән, үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены һәм генерал Шайморатов миҙалы менән наградланған Самат Мөхәмәҙийәровтың яҡты йөҙө һәр саҡ күҙем алдында булыр. Уны оноторлоҡ түгел.
Фото: Самат Мөхәмәҙийәров.
Видео: Юлиә Әхмәтова.