Барыһы ла Еңеү өсөн
20 Августа , 18:51

Батыр иҫтәлегенә ат ярышы ойошторолдо

Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылы үҙенең яугирҙарын онотмай. Иҫәндәренә гуманитар ярҙам ойошторалар, ялға ҡайтҡандары менән осрашыуҙар үтә.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Батыр иҫтәлегенә ат ярышы ойошторолдоБатыр иҫтәлегенә ат ярышы ойошторолдо
Батыр иҫтәлегенә ат ярышы ойошторолдо

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы яу яланында төрлө хәлдәр була. Ауыл халҡы уларҙың яҡты рухтарына бағышлап доғалар ҡыла, исемдәрен мәңгеләштереп, саралар ойоштора.

Күптән түгел Фаил Ниғәмәтуллинды хөрмәтләп иҫкә алып, уның иҫтәлегенә атлы спорт байрамы ойошторҙо. Был юҡҡа түгел: яугир ил һағына юлланғансы тиклем йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Сарала ат сабышы, «Ауҙарыш» уйыны, гер күтәреү һәм турникта күтәрелеү буйынса ярыштар, балалар өсөн күңелле уйындар һәм конкурстар үтте. Спортсыларҙы Ниғәмәт ауыл советы башлығы Амур Әминев, яугирҙең атаһы Факил Ниғмәтуллин сәләмләп, яугир тураһындағы иҫтәлектәре менән бүлеште. 

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова