Барыһы ла Еңеү өсөн
18 Августа , 13:31

Ғүмер китабының яңы бите

Махсус хәрби операция ветераны Илнар Зәлилов үҙен яңы өлкәлә – ауыл хужалығында тапҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғүмер китабының яңы битеҒүмер китабының яңы бите
Ғүмер китабының яңы бите

Ҡыҙыу нөктәләрҙә хеҙмәт иткәндән һуң тыныс тормошҡа нисек яраҡлашырға?

Ошо һорауға яуап биреп, үҙ тарихы менән өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә алынған Ҡырмыҫҡалы уҙаманы Илнар Зәлилов уртаҡлашты, тип яҙа Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте:

- «Старый» тигән позывнойҙы ул йәшенә бәйле алған: саҡырылған мәлдә 42 йәшлек ир взводта иң олоһо булған. 2024 йылдың октябрендә ауыр яраланыуы сәбәпле хеҙмәте өҙөлә, һөҙөмтәлә Илнар Илдар улы аяғынан яҙа һәм инвалидлыҡ ала. Реабилитациянан һуң яугир 2025 йылда тыуған яғына ҡайта һәм тормош иптәше Гөлсәсәк Ришат ҡыҙының ярҙамы менән тормошоноң яңы сәхифәһен аса. Бының өсөн сәбәптәр күп – дүрт балаһы һәм ейәне бар, улар өсөн атай һәм олатай – ғаилә башлығы һәм өлгө алырлыҡ кеше.

Бөгөн хәрби хәрәкәттәр ветераны үҙен яңы өлкәлә – ауыл хужалығында тапҡан. Элек ҡатыны менән ике һыйыр тотһалар, бөгөн, дәүләт ярҙамы менән, хужалыҡтары һиҙелерлек киңәйгән. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге тарафынан социаль контракт нигеҙендә («Ғаилә» милли проекты) бирелгән 350 мең һумлыҡ субсидияға ғаилә тағы ла 5 баш эре мөгөҙлө мал һатып алған. Ит һәм һөт етештерергә планлаштыралар.

Ләкин ветерандың миссияһы бының менән генә тамамланмай – Илнар Илдар улы МХО ветерандары ассоциацияһында мөһим звеноға әйләнгән: ул хәрби иптәштәренә реабилитация үтергә, тыныс тормошҡа яңынан яраҡлашырға ярҙам итә. Окоптарҙы ғәҙәти көнкүрешкә алмаштырыуҙың ни тиклем ауыр икәнен ул үҙе лә бик яҡшы белә.

Тормошҡа бындай ҡараш сикһеҙ хөрмәт уята. Еңеүҙе яҡынайтыуға индергән өлөшөгөҙ өсөн һеҙҙең алдығыҙҙа, яугирҙар, баш эйәбеҙ! Һаулыҡ, именлек һәм тыныслыҡ теләйбеҙ!

Фото: https://vk.ru/karmadm

Ғүмер китабының яңы бите
Ғүмер китабының яңы бите
Автор:Баныу Ҡаһарманова