Барыһы ла Еңеү өсөн
16 Августа , 03:35

Яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – бурысыбыҙ

Башҡортостан халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә даими ярҙам күрһәтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – бурысыбыҙЯугирҙарыбыҙҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – бурысыбыҙ
Яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – бурысыбыҙ

Түбәндә Асҡын районының Ҡашҡа ауыл биләмәһенән яҡшы хәбәрҙәр:

“Бөгөн беҙ һеҙгә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ҡатыны үтенесе буйынса башҡарған изге эшебеҙ тураһында һөйләп бирергә теләйбеҙ. Уға ихатаһын тәртипкә килтерергә ярҙам иттек: ер эштәре башҡарылғандан һуң ҡалған артыҡ тупраҡты һәм сүп-сарҙы сығарып түктек — канализация һәм баҙ ҡаҙыу менән бәйле эштәр башҡарылғайны.

Был — беҙҙе йортонан алыҫта һаҡлаған кешенең ғаиләһенә күрһәтелгән ҙур булмаған ярҙам. Бындай ғаиләләргә ярҙам итеүҙе һәм ауыр минуттарҙа улар янында булыуҙы мөһим, тип иҫәпләйбеҙ”.

“СВО-ла һәләк булған ауылдашыбыҙҙың ата-әсәһенең үтенесе буйынса уларға ҡырсынташ килтереп бирҙек.

«Уралуниверсалстрой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәксеһе Винер Ғәрәевкә ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ!”

Был хәбәрҙәр “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмдән. Афарин!

Һәр бер яугирыбыҙҙы өйҙә имен-һау көтәбеҙ!

Фото: Администрация СП Кашкинский сельсовет, вк

Яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – бурысыбыҙ
Яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – бурысыбыҙ
Автор:Алһыу Ишемғолова