

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү буйынса Рәсәй Президенты ҡуйған бурыстар республика Башлығы етәкселегендә тормошҡа ашырыла. Улар республикалағы - өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе.
- Әлеге ваҡытта уларҙы эш менән тәьмин итеү мәсьәләһе хәл ителә, медицина һәм юридик ярҙам күрһәтелә. Республика буйынса федераль сараларҙы ла индереп, барлығы 100 ярҙам сараһы ғәмәлдә, — тип белдерҙе Руслан Хәбибов. — Әлбиттә, тикшереп, өҫтәмә эшләүҙе талап иткән мәсьәләләр ҙә бар. Улар хөкүмәт, башҡарма власть органдары һәм муниципалитеттар командаһында хәл ителә.
Өфө ҡала Советы рәйесе Марат Васимов һәм баш ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Шәрипов депутаттарҙың гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне. Махсус хәрби операцияла ҡаланың яҡынса 15 мең кешеһе ҡатнаша, уларҙың 800-ө ҡайтҡан. Өфө етәкселеге республика власына ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе һәм һәр хәрби хеҙмәткәр һәм ветеран үҙенә ҡарата хәстәрлек тойһон өсөн тырышлыҡтарҙы арттырырға вәғәҙә итте.
«Ватан һаҡсылары» дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина Өфөлә төп ресурстарҙың тупланыуын һәм дәүләт фонды филиалының ике бүлексәһенең әүҙем эшләүен билдәләне.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.