Барыһы ла Еңеү өсөн
6 Августа , 11:58

"Дон" ғаилә ҡорған

Ҡаһарман яугир күптән түгел ялға ҡайтҡайны. Йәш ғаиләне район хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев та тәбрикләгән.  

Добавить в предпочтительные источники Google
"Дон" ғаилә ҡорған"Дон" ғаилә ҡорған
"Дон" ғаилә ҡорған

Саҡмағош районының Яңы Ҡото ауылы яугиры ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда һөйгәне менән никахтарын теркәгән.

“Ошондай ир-егеттәргә ҡарап ҡаһарманлыҡ беҙҙең ҡаныбыҙҙа икәнлегенә төшөнәһең. Ундай улдар үҫтергән ата-әсәләргә лә рәхмәт. Оло йөрәкле ил һаҡсыһы “Дон”дың киләсәктә яҡшы ғаилә башлығы буласағына ла шигем юҡ. Ә һайлаған йәре ғаилә усағын һаҡлаусы, тоғро гүзәл зат булһын”, - тип йәштәрҙе ҡотлаған Саҡмағош район хакимиәте башлығы.

"Дон"дың яуҙағы батырлығы "МХО-ла ҡатнашыусы" һәм Жуков миҙалдары менән билдәләнгән.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова