Барыһы ла Еңеү өсөн
5 Августа , 04:15

Беҙҙең яугирҙар ҡайҙа ла батыр!

"МАКС"-тағы "Башҡорт батальоны" каналында хәбәр итеүҙәренсә, "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының "Восход" позывнойлы командиры Луганск Халыҡ республикаһының юғары наградаһына лайыҡ булған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Беҙҙең яугирҙар ҡайҙа ла батыр!Беҙҙең яугирҙар ҡайҙа ла батыр!
Беҙҙең яугирҙар ҡайҙа ла батыр!

«Восход» яуҙа үҙен ҡыйыу, аҡыллы һәм тактик етәкселек итә белеүсе, ҡатмарлы хәрби бурыстарҙы үтәүҙә маҡсатҡа өлгәшеүсән итеп күрһәткән. Уның етәкселегендә полк яугирҙары фронттың иң ҡыҙыу урындарында ла юғары оҫталыҡ, обороналау операцияларында ныҡлыҡ күрһәткән.

«Башҡортостан» полкы 2023 йылдың яҙында БР Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән төҙөлгәйне. Уға тиклем дә МХО-ла беҙҙең яугирҙар исемле батальондарҙа ҡатнаша ине инде. Тәжрибә күрһәтеүенсә, яҡташтар бергә булғанда алғы һыҙыҡта берҙәм, уяу, ҡыйыу алыша, бер-береһенә ярҙам итә.

Фото: Башкирский батальон, МАКС (архиф фотоһы).

Автор:Алһыу Ишемғолова