

Беҙҙең хәрбиҙәр сираттағы ярҙам партияһын алды. БР Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ылауҙы бөтә республика — дәүләт структуралары, райондар, волонтёр ойошмалары һәм ябай халыҡ йыйҙы.
"Һәр шундай колонна — ул фәҡәт йөк ебәреү генә түгел. Ул — тыуған өйҙән: «Һеҙҙе хәтерләйҙәр, һеҙҙе көтәләр, һеҙҙең менән ғорурланалар», — тип иҫкә төшөрөү ҙә.
Башҡортостан үҙенекеләрҙе ташламай!" - тип яҙылған төркөмдә.
Яугирҙар еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!
Фото: Башкирский батальон, вк