"Көмөш" ирекмәндәргә ҙур рәхмәт!

Салауат районының Нәсибаш ауылында «көмөш» ирекмәндәр штабы бик әүҙем эшләй. Ошо арала өлкән быуын активистарына ҡунаҡҡа уларҙың яҡташы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Динар Сафин килгән.

"Көмөш" ирекмәндәргә ҙур рәхмәт!"Көмөш" ирекмәндәргә ҙур рәхмәт!
"Көмөш" ирекмәндәргә ҙур рәхмәт!

Динар Сафин 2023 йылдан алып МХО зонаһында хеҙмәт итә. Был ваҡыт эсендә ул ауыр хәрби һынауҙар үтә, яралана, әммә һауыҡҡас та, үҙенең иптәштәре янына сафҡа ҡайта. Уның батырлығы һәм ҡаһарманлығы өс дәүләт наградаһы: «Батырлыҡ өсөн», «Ҡаһарманлыҡ өсөн»  һәм «МХО-ла ҡатнашыусы" миҙалдары менән билдәләнә. Динар Дилфәр улы рух көсө һәм Ватанға тоғролоҡ өлгөһө булып тора, тип яҙа район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. Яугир "көмөш" ирекмәндәргә килеп, уларға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдергән. Нәсибаш ауылының "көмөш" командаһы арымай-талмай маскировка селтәрҙәрен үрә, йылы әйберҙәр бәйләй, гуманитар ярҙам йыя һәм яугирҙарға хаттар яҙа. Оло быуын активистары Еңеүҙе яҡынайтыуҙың дөйөм эшенә ҙур өлөш индерә. Осрашыу барышында Динар Сафин фронттағы көнитмештәре, тыуған яҡты һаҡлаусылар өсөн ярҙамдың ни тиклем мөһим булыуы, Салауат районынан һәр хәбәр яугирҙарҙың йөрәктәрен нисек йылытыуы хаҡында һөйләй. Ул бөтә яҡташтарына йылы сәләм еткерә һәм еңеү беҙҙең яҡта буласағын белдерә. Бындай осрашыуҙар быуындар бәйләнешен нығыта һәм районда йәшәүсе һәр кемдең дөйөм көрәш һәм дөйөм Еңеүҙең бер өлөшө булыуын иҫкә төшөрә.

Фото: https://vk.ru/salavatsky_r

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас