

Ветерандар өсөн был уҡыу идара итеү карьераһында тәүге аҙым ғына түгел, ә һәйбәт командаға эләгеү мөмкинлеге лә. Улар бер йыл эсендә бер-береһенә хәрби иптәш булыуҙарын йәшермәй.
Башҡортостан Башлығының Дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте мәсьәләләре буйынса идаралығы етәксеһе Татьяна Саенко "уҡыусыларҙың" әҙерлеген юғары баһаланы: "Проекттарҙы яҡлау кимәле ойоштороусыларҙы ла, уҡытыусыларҙы ла хайран ҡалдырҙы. Икенсе ағым мотлаҡ тағы ла көслөрәк буласаҡ — хәҙер тәжрибә бар».
Программала ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттарын республиканы үҫтереүгә бағышланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, "Башҡортостан геройҙары" кадрҙар программаһы 2025 йылдың февралендә, республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторолған "Геройҙар ваҡыты" федераль проектының төбәктәге дауамы булараҡ старт алды. Уның маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү.