

Ватаныбыҙ мәнфәғәтен һаҡлаған уңған егет өйгә ҡайтҡас, тик ятмай - мунса төҙөүгә тотонған!
- Был уның үҫешкә ынтылышы һәм яҡындары тураһында хәстәрлек күреүе хаҡында һөйләй, - тип яҙа район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.- «Кама» — барыбыҙ өсөн дә өлгө. Яуаплылыҡ, Ватанға тоғролоҡ һәм ғәйәт ҙур рух көсө өлгөһө. Ул лайыҡлы рәүештә төрлө наградалар менән бүләкләнгән, әммә уның өсөн иң ҙур награда - тыныслыҡ.
Рәхмәт һиңә, «Кама», хеҙмәтең өсөн, батырлығың өсөн! Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ һәм ихлас күңелдән һинең тыуған яғыңа — һин шундай ҡаһарманлыҡ менән һаҡлаған тыныс тормошҡа — имен-аман әйләнеп ҡайтыуыңды көтәбеҙ!
Фото: https://vk.ru/nurimanrb