

Байым ауылы биләмәһенә ун ауыл ҡарай, шул ун ауылдан һәләк булған батыр ир-егеттәрҙең исеме мәңгеләштерелеүе хаҡында сикһеҙ ғорурлыҡ менән Рәүиә Ғәлекәйева хәбәр итте.
- Беҙҙең ауылда ҙур ваҡиға - махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған яугир егеттәрҙең хөрмәтенә стела асыу тантанаһы уҙҙы, - тине көмөш ирекмән. - Яу яланында башын һалған геройҙарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү идеяһын уларҙың яҡындары күтәреп сыҡты. Бергә-бергә һөйләшеп, кәңәшләшкәндән һуң, буласаҡ стелаға урын Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға ҡуйылған обелиск янында һайланды һәм район етәкселегенең ризалығын алыу менән, ул тирәне таҙарта, тәртипкә килтерә башланылар. Проект әҙерләү, фотолар эшләтеү, тротуар өсөн таш түшәтеү, сәскәләр ултыртыу, обелиск кәртәһен буяу – быларҙың барыһын да мәрхүм егеттәрҙең яҡындары үҙ өҫтөнә алды, хәләл көстәре менән башҡарҙы. Тәрән рәхмәтебеҙҙе ҡабул итһендәр, һәр кеменә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете һәм тыныс күк йөҙө теләйбеҙ!
Яугир ҡатыны, изге эштең уртаһында ҡайнаған Зөһрә Собханғолова уның һүҙҙәрен йөпләп:
- Ситтән ҡарағанда еңел генә күренһә лә, бик күп финанс сығымдар талап ителде, байтаҡ көс түгелде, - тине. – Тәүҙә урынын юллау, аҙаҡ шул ерҙе рәтләү, үләнен утау, ҡом-ташын ташыу, ҡойманы ағартыу, сәскәләр ултыртыу, тимер табыу, техника менән бензинды хәстәрләү - бөтә үҙ көсөбөҙ менән, һәләк булған яугирҙарҙың ҡатындары, ата-әсәләре, балалары тарафынан, атҡарылды. Ниәтебеҙ бойомға ашты, шөкөр. Ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәтлебеҙ. Яуҙа шаһит киткәндәрҙең мәңгелек йоҡолары тыныс, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, рухтары шат, имандары юлдаш булһын!
Ҡаһарман йөрәкле ғәзиз улдарының, һөйөклө тормош иптәшенең, ҡәҙерле атайҙарының, бер туған ағай-ҡустыларының исемдәре ваҡыт үтеү менән онотолмаһын, тарих битенән төшөп ҡалмаһын өсөн ваҡыты, аҡсаһы менән иҫәпләшмәй, бар күңелен биргән Зәриә Рәфҡәт ҡыҙы һәм Хәдиулла Абдулла улы Йәһүҙиндар, Фирүзә Хөсәйен ҡыҙы Ғүмәрова, Зөһрә Миҙхәт ҡыҙы Собханғолова, Миләүшә Вәхит ҡыҙы Сәғәҙәтуллина, Хәлил Фәнил улы һәм Вәзилә Мөхәмәткәрим ҡыҙы Зиядрисламовтар, Ләйсән Инфат ҡыҙы Йәһүҙина, Гөлсинә Хибәтулла ҡыҙы Сәләхова, Әлиә Айытбай ҡыҙы Жерновенкова, Лариса Әнүәр ҡыҙы Заһретдинова, Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы Әхмәҙиеваға рәхмәттең иң-иң ҙуры! Башҡа яугирҙарҙың яҡындары ла, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Йәлил Насип улы Зәйтүнов, яҡташтары Фидан Зәйнулла улы Ғилмитдинов, Ғәҙел Әнис улы Ғарипов, Урал Миҙхәт улы Йомағолов, Илнур Истамғол улы Исламов һәм Күбәләк ырыуы ҡор башы Исрафил ағай Йәнсәйетов та сауаплы эшкә үҙ өлөшөн индергән.
Тантаналы һәм һағышлы сара барышында Зөһрә Собханғоловаға - "Әбйәлилдең яугир-геройы ҡатыны", яугир Рәмзил Әхмәтйәновҡа – “Әбйәлил яугир-геройы” билдәләре, Хәлил Зиядрисламов менән Хәдиулла Йәһүҙинға – “Ватанды һаҡлаусының атаһы”, Зәриә Йәһүҙина, Фирүзә Ғүмәрова, Вәзилә Зиядрисламова, Гөлдәр Ғәйнетдинова, Райхана Бирҙеғоловаға - “Ватанды һаҡлаусының әсәһе” миҙалдары, ирекмән Рәүиә Ғәлекәйеваға хәрби частән "Рәсәй яугирҙарына эскерһеҙ ярҙам иткән өсөн" миҙалы тапшырылды.
Тиҫтәләрсә кеше ҡатнашҡан стела асыу тантанаһынан һуң Хәлил һәм Вәзилә Зиядрисламовтар барлыҡ яугирҙарға бағышлап ҡорбан салдырҙы. Был көндө яңғыраған һәр изге теләк ҡабул булһын, һуғыш тиҙерәк бөтөп, яуҙағы яугирҙарыбыҙға имен-һау өйҙәренә әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Яугирҙарға хөрмәт билдәһе булған һәйкәлдәр беҙҙең өсөн хәтер сығанағы ла, ҡеүәтле тәрбиә потенциалы ла. Фотоларҙан баҡҡан ил һаҡсылары үткәндәрҙе онотмаҫҡа, тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өндәп торғандай. Тыуған ил алдындағы бурыстарын намыҫлы үтәп, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө күрһәткән ир-азаматтарыбыҙ мәңге халыҡ күңелендә йәшәһен:
рядовой Динис Даян улы Ғүмәров,
матрос Хәлит Мәүлит улы Абдрахманов,
рядовой Руслан Нәсиб улы Собханғолов,
кесе сержант Ғаяз Ғәзизулла улы Йәһүҙин,
рядовой Дим Марат улы Бирҙеғолов,
рядовой Алмас Шәғәли улы Исламов,
бүлексә командиры, сержант Зөфәр Париж улы Ғарипов,
рядовой Рәмил Хәлил улы Зиядрисламов,
матрос Фәнүр Рәмил улы Сөнәғәтуллин,
рядовой Илгизәр Батыр улы Ғиниәтуллин,
гвардия өлкән сержанты Йәмил Хәдиулла улы Йәһүҙин,
бүлексә командиры, ефрейтор Айҙар Ғаяз улы Сәғәҙәтуллин,
кесе сержант Йәмил Нәзир улы Таһиров,
кесе сержант Вадим Анатольевич Жерновенков,
рядовой Салауат Сибәғәт улы Ғәлиуллин,
зенитсы, кесе сержант Рушан Рим улы Ямалов,
рядовой Далларис Мөдәрис улы Камалетдинов,
разведчик-радиотелефонист Илнур Басир улы Әхмәҙиев,
рядовой Хәлим Мөхәмәтдин улы Ғайсин,
өлкән разведчик, рядовой Илгиз Халидар улы Ғирфанов,
рядовой Руслан Илдар улы Сафин,
рядовой Шатморат Хәкимйән улы Шакиров,
рядовой Вәзих Айтуған улы Шаһиязданов,
өлкән сержант Денис Анатольевич Жерновенков,
рядовой Йәлил Сәғитулла улы Ғилметдинов,
рядовой Илнур Камил улы Йосопов,
ефрейтор Тимур Истамғол улы Исламов,
кесе сержант Фәиз Сәйфетдин улы Баһаутдинов,
өлкән сержант Марсель Хәҙис улы Ғәйнетдинов,
рядовой Рөстәм Рәшит улы Сәләхов,
кесе сержант Радмир Ғамир улы Рәхимов.
Йәндәре йәннәттә булһын!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.