Имен-һау йөрө, "Батыр"!

Көйөргәҙе районы егете, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы "Батыр" ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыһында яҡташ яугирҙың ата-әсәһенә лә барып сығырға ваҡыт тапҡан.

Имен-һау йөрө, "Батыр"!Имен-һау йөрө, "Батыр"!
Имен-һау йөрө, "Батыр"!

Шәп егет бала сағынан шаян, шуҡ, алсаҡ булыуы менән айырылып тора. Иптәштәрен көлдөрөп хәбәр һөйләргә яратҡан, иғтибар үҙәгендә булған "Батыр" һис ҡасан танау төшөрөп, бәлә һалып, тормошҡа зарланып йөрөмәй. Хәлдәрең нисек тип һора, уның гелән бер яуап: "Бөтә яҡшы!" Оптимист яугир һуғыш хаҡында һөйләргә, яҡындарын борсоуға һалырға теләмәй, хәлен һорағандарға әле лә шул уҡ яуапты бирә "Бөтә яҡшы!"

Беҙ ихлас күңелдән уға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: "Батыр" яҡташ, тормошоңда һәр ваҡыт шулай бар нәмә тик яҡшы булһын! Яҡындарың янында рәхәтләнеп ял ит, көс йый! Оҙон ғүмерле, һау-сәләмәт, бәхетле, уңышлы бул!

Фото: https://vk.com/kuyurgaza_adm

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас