"Урман" йәштәрҙе өйрәтә

Мәләүез районынан "Урман" позывнойлы яугир 2022 йылдан алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә. ошо ваҡыт арауығында бер нисә тапҡыр яраланһа ла, дауаланғас, һәр саҡ кире сафҡа баҫа.

"Урман" йәштәрҙе өйрәтә"Урман" йәштәрҙе өйрәтә
"Урман" йәштәрҙе өйрәтә

Әле яҡташыбыҙ Симферополдә диңгеҙ пехотаһы штурмовиктарын уҡыта, инструктор булып, йәштәрҙе һөнәр нескәлектәренә төшөндөрә.

"Урман" белгән бөтә нәмәһе тураһында һөйләй, тәжрибәһе менән уртаҡлаша: тактика, пилотһыҙ осҡостар менән эшләү, берүбереңә ярҙам итеү - фронтта барыһы ла кәрәк.

"Үҙем тере булғанда егеттәребеҙ өйҙәренә еңеү менән иҫән-һау ҡайтһын өсөн барыһын да эшләйәсәкмен", - ти яугир.

Барығыҙ ҙа имен ҡайтығыҙ, яҡташтар!

Фото: Башкирский батальон, вк

 

Беҙҙе МАКС-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас