

Был урын ауыл халҡы өсөн хаҡлы рәүештә изге тип һанала. Комплекс үҙәгендә Иҫке Ҡорос егете, Александр Матросов батырлығын ҡабатлаған 112-се кавалерия дивизияһы политругы Мирҡасим Ҡәйүмовтың һәйкәле ҡалҡып тора. Һул яҡта — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың, уң яҡта — яу ҡырҙарынан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандарҙың исемдәре яҙылған плиталар. Айырым рәүештә афғансы-яугирҙәр, сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре мәңгеләштерелгән. Хәҙер был исемлеккә яңы батырҙарҙың да исемдәре өҫтәлде.
Мемориаль таҡтаташтар махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан геройҙар хөрмәтенә ҡуйылды:
Илдар Солтанов, Ирек Камалов, Рәфис Шәфиғуллин, Зиннур Мәннәнов, Рәмил Нуриев, Азат Закиров, Ильяс Мирзағәлиев.
Азат Закировтан башҡа уларҙың барыһы ла үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Бынан тыш, Төньяҡ Кавказдағы терроризмға ҡаршы операцияла ҡатнашҡан Салауат Фәрхетдинов хөрмәтенә лә мемориаль таҡтаташ асылды.
«Уларҙың батырлығы мәңге йәшәргә тейеш, балаларыбыҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәребеҙ тыныслыҡтың һәм азатлыҡтың хаҡын белһен», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Иҫке Ҡорос ауыл биләмәһе башлығы Илфаҡ Мәннәпов.
Йыйылған халыҡ геройҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды, мемориалдарға сәскәләр һалды. Туғандары сикһеҙ һөйөү билгеһе итеп веноктар, ә синыфташтары мәктәп дуҫлығына тоғролоҡ һәм мәңгелек хәтер билдәһе итеп сәскәләр килтерҙе.
Геройҙарға мәңгелек дан! Беҙ ғорурланабыҙ улар менән!
Фото: https://vk.com/bakaly_adm