

Никахта торған хәрбиҙәр өсөн бындай мөмкинлек ғәмәлдә. Ошо хаҡта тулыраҡ яҙма.
Төп мәлдәрҙе Башҡортостан республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аңлаттылар:
Яңы закон ғаилә ағзалары исемлеген, никах мөнәсәбәттәре менән генә сикләмәй, киңәйтә. Был мөмкинлектән инвалид хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балиғ булған балалары ла файҙалана аласаҡ, тип белдерелә.
Ата-әсә йәки балалар, теләһә, үҙҙәренең отпускын инвалид хәрби хеҙмәткәр туғанының ял итеү ваҡытына тап килтерә ала. Шул уҡ ваҡытта йыллыҡ отпускынан оҙағыраҡ ял көндәре өсөн хеҙмәт хаҡы иҫәпләнмәй.
Тулыраҡ мәғлүмәт – документта: vk.cc/cZlHHA