Һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә

Бер нисә көн элек Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә футбол буйынса турнир үтте, тип хәбәр итәләр.

Һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенәҺәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә
Һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә

"Олимп" стадионында турнирҙы Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Кожевников асҡан. Командалар составында хәрби хәрәкәттәр ветерандары, дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары һәм предприятиелар вәкилдәре булған: «Катрен» – фармацевтика компанияһы, «СВЛ» – десантсы-ветерандар,Росгвардияның «Булат» махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отряды, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай, «Барс» – Туймазы десанты-ветерандары, «Патриот» – Рәсәй Геройы М. Серафимов ис. хәрби-патриотик парк, «УТК» – Урал торба-прокат компанияһы, «Шурави» – хәрби хәрәкәттәр ветерандары. Шулай уҡ майҙанға балалар командалары ла сыҡҡан.

Турнир бик ҡыҙыу барҙы, егеттәр тырышты, ти көйәрмәндәр.

Ойоштороусылары - Йәштәргә патриотик тәрбиә биреү үҙәге, «Ветераны Воздушно-десантных войск и подразделений спецназа РБ» ойошмаһының Өфө бүлексәһе, «Лига ФУЛЛ Республики Башкортостан» йәмәғәт ойошмаһы.

Фото: Город Уфа, вк

 

Беҙҙе МАКС-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә
Һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә
Һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә
Һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас