Ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар

Ҡырмыҫҡалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре инвалидлыҡ алған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүҙе дауам итә.

Ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙарЯрҙамһыҙ ҡалдырмайҙар
Ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар

- Инвалидлыҡ алған махсус хәрби операция ветерандарына ярҙам күрһәтеү сиктәрендә Ҡырмыҫҡалы юл ремонтлау-төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре Яңы Ҡыйышҡы ауылына асфальт валсығы алып килде, - тип хәбәр итә район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. - Уны МХО ветераны Әлмир Үлмәҫҡоловтың ихатаһына бушаталар. Йорттарға инеү һәм йорт яны биләмәһен төҙөкләндереү менән бәйле көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеү буйынса ҡарарҙы район хакимиәте ауыл хакимиәттәренән алған ғаризалар буйынса ҡабул итә.

Бекетов ауылынан Иванко Андрейға ла 5 тонна асфальт валсығы алып барылған. Ул да махсус хәрби операцияла яраланған батыр яугир.

Фото: https://vk.com/karmadm?z=photo-173018413_457317261%2Fwall-173018413_42644

 

 

Ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар
Ярҙамһыҙ ҡалдырмайҙар
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас