МХО ветеранына ихтирам һәм хөрмәт!

Нуриман районының Яңы Бүрес ауылынан "Бабай" барыһына ла өлгө! 

МХО ветеранына ихтирам һәм хөрмәт!МХО ветеранына ихтирам һәм хөрмәт!
МХО ветеранына ихтирам һәм хөрмәт!

"Бабай" 2023 йылдың сентябренән махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. 2026 йылдың июнендә ул, бурысын үтәгәндән һуң демобилизацияланып, тыуған яғына ҡайта.

Хеҙмәт итеү осоронда "Бабай" үҙен илебеҙҙең ысын һаҡсыһы, яҡлаусыһы итеп күрһәтә, генерал Шайморатов, "Хәрби батырлыҡтары өсөн", "Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы" миҙалдары менән бүләкләнә.

Был наградалар уның батырлығы, фиҙаҡәрлеге һәм Ватанға тоғролоғо символы булып тора.

- Беҙ илебеҙҙе намыҫ менән яҡлаған "Бабай" кеүек геройҙар менән ғорурланабыҙ! - тип яҙа Нуриман район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте. - Район халҡын ветераныбыҙҙы ҡотлауҙарға ҡушылырға саҡырабыҙ. Уның юлы үҫеп килгән быуын өсөн өлгө булһын, ә беҙҙең районда тыныс тормош уның кеүек һаҡсылар ярҙамында хәүефһеҙ булһын.

Беҙ ҙә "Бабай"ҙы иҫән-һау һуғыштан ҡайтыуы менән ҡотлайбыҙ, уға ныҡлы һаулыҡ, бәхеттәр, уңыштар теләйбеҙ!

Фото: https://vk.com/nurimanrb

 

МХО ветеранына ихтирам һәм хөрмәт!
МХО ветеранына ихтирам һәм хөрмәт!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас