"Бик әһәмиәтле программа"

Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған кадрҙар программаһына юғары баһа бирелде.

"Бик әһәмиәтле программа""Бик әһәмиәтле программа"
"Бик әһәмиәтле программа"

Һүҙ "Башҡортостан геройҙары" махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар программаһы тураһында. МХО тамамланғас, республика иҡтисадын кадрҙар менән тәьмин итеүгә арналған осрашыуҙа БАГСУ кафедраһы мөдире Илшат Рысаев программа финалсыларын әҙерләүҙе юғары баһаланы.

- Ҡатнашыусыларҙың дәүләт һәм муниципаль идара органдарында эшләүгә бик ыңғай һәм ҙур теләктә икәне күренә. Потенциалдары республиканың идарасы кадрҙарына ҡушылыуға яҡшы нигеҙ булып тора, - тигән эксперт.

Әйткәндәй, "Башҡортостан геройҙары" иң яҡшы белем биреү программаһы тип танылды.

Фото: вк, ГЕРОИ БАШКОРТОСТАНА.

 

Беҙҙе МАКС-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас