"Содружество Орлят России" сменаһында балалар махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтары өсөн ҡоро душ эшләне, тип хәбәр итәләр ҡаланан.
Тәрбиә буйынса советник Гөлшат Хәбибуллина етәкселегендә эш дәррәү барған, малайҙар һәм ҡыҙҙар тырышып, МХО яугирҙарына иҫәнлек теләп, гуманитар ярҙам күрһәтеүгә өлөш индергән.
Афарин, балалар!
Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда "Йәштәр һәм балалар" милли проекты ғәмәлгә ашырыла.