

Ауыл мәктәбендә ойошторолған йәйге лагерҙа яугир ауылдаштары менән осрашыу хаҡында китапханасы Роза Ульданова хәбәр итте:
- Яугир балаларға үҙенең хеҙмәте, көндәлек тормошо тураһында һөйләне. Ул һалдат көнөнөң тәртибен, хәрби бурыстарға әҙерлекте ентекле тасуирланы, яуаплылыҡтың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы айырыуса "һалдат паегы" ҡыҙыҡһындырҙы. "Дим Димыч" белеме өсөн тыуған мәктәбенең бөтә уҡытыусыларына рәхмәтен белдерҙе. Бөтә мәктәп фәндәренең дә кәрәкле, файҙалы булыуын билдәләне һәм бер нисә миҫал килтерҙе: математика - сәпкә тиклемге араны иҫәпләргә, география - таныш булмаған ерҙәрҙә йүнәлеш алырға ярҙам итә, ә физкультура сыҙамлыҡты, көстө арттыра, реакцияны үҫтерә. Йәшерен мәғлүмәттәрҙе тапшырыуҙа туған башҡорт теле айырым роль уйнай, тине яугир. Һәр белемдең көтөлмәгән хәлдәрҙә файҙаһы булыуы ихтимал, тип ул балаларҙы тырышып уҡырға саҡырҙы.
Балалар үҙ сиратында уға батырлығы өсөн рәхмәт әйтеп, хәрбиҙәргә яҙған хаттарын тапшырған. Был хаттарҙы "Дим Димыч" иптәштәренә алып барасаҡ.
Осрашыуҙан илһамланған балалар МХО-ға ярҙамдан ситтә ҡалмаҫҡа ҡарар итә. Һалдаттарға йәшенергә ярҙам иткән маскировка селтәрҙәренең мөһимлеген белгәс, бөтә лагерь бергәләп эшкә тотона һәм берҙәм тырышлыҡ менән сираттағы маскировка селтәре үрелә.
- "Дим Димыч" менән осрашыу геройҙарҙың беҙҙең арабыҙҙа йәшәүен һәм һәр беребеҙҙең мөмкин булғанса һалдаттарыбыҙға ярҙам итә алыуыбыҙҙы асыҡ күрһәтте, - ти китапханасы.
Фото: https://vk.com/id328079331