Батырҙың йәне йәннәттә булһын...

Ейәнсура районының Элмәле ауылында тантаналы, һағышлы сара үткән - махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Илгиз Әхмәҙулла улы Юлдыбаевтың йортонда таҡтаташ асылған.

Батырҙың йәне йәннәттә булһын...Батырҙың йәне йәннәттә булһын...
Батырҙың йәне йәннәттә булһын...

Таҡтаташты асыу тантанаһында ҡыйыу яугирҙың яҡындары, класташтары, ауылдаштары ҡатнашҡан. Илгиз Әхмәҙулла улы һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән наградланған (үлгәндән һуң).

Ғүмерен тыуған иле өсөн биргән уҙамандың батырлығын, илһөйәрлеген, фиҙаҡәрлеген киләһе быуындар ҙа онотмаһын ине. Һәр ваҡыт уны оло ихтирам менән телгә алһындар, батырҙарыбыҙ бар, тип ғорурланһындар!

Фото: https://vk.com/club139060820

 

Батырҙың йәне йәннәттә булһын...
Батырҙың йәне йәннәттә булһын...
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас