Яралыларға ла ярҙам кәрәк

Йәрмәкәйҙәр - барыһына ла өлгө. Районда махсус хәрби операциялағы яугирҙарға, яралыларға ярҙам күрһәтеү эше яйға һалынған, “Махсус хәрби операцияға ярҙам. Йәрмәкәй” ирекмәндәр ойошмаһы әүҙем эшләй.

Яралыларға ла ярҙам кәрәкЯралыларға ла ярҙам кәрәк
Яралыларға ла ярҙам кәрәк

Фронт һыҙығы беҙҙең республиканан мең ярым саҡрым тирәһе алыҫлыҡта булһа ла уның шаңдауы һәр йортҡа ҡағыла, ҡайғыһы һәр күңелде әрнетә, йөрәкте яралай. Кемдеңдер туғаны йәки дуҫы, кемдеңдер уҡыусыһы йәки танышы ут эсендә йөрөгәндә, яу ҡырында ғүмере өҙөлгәндә һуғыш ҡайҙалыр алыҫта түгел, ә илебеҙҙең эсендә, йәнәшәлә генә барғанын аңлайһың – йортобоҙ ут эсендә кеүек. Шуға ла ауыл-ауылдар бер булып, махсус хәрби операция биләмәһенә ярҙам юллағанын ишетһәм, өмөтһөҙлөк ҡосағына сумыр күңелдә өмөт осҡондары ҡабына.

Йәрмәкәй районы ирекмәндәре ойошторған гуманитар ылауҙар тураһында күптән белә инем. Илебеҙҙең төрлө госпиталендә ятҡан яралылар өсөн кәрәкле әйберҙәрҙе үҙҙәре эшләй башлауын ишетеп, оҫталар менән яҡынданыраҡ танышырға, улар тураһында республика халҡына ла еткерергә, тигән маҡсат менән эш сәфәренә сыҡтыҡ. Тәүҙә шуны билдәләп үтергә кәрәк: районда “Махсус хәрби операцияға ярҙам. Йәрмәкәй” ирекмәндәр ойошмаһы эшләй. Етәкселәре – Елена Кожевникова, Марат Сәлимов, Рафаэль Рафиҡов һәм Лилиә Шәймәрҙәнова. Төп штаб Тарҡаҙы ауылында урынлашҡан – бында етештереү эше лә бара, әҙер тауарҙар һаҡлана, посылкалар тултырыла. Штабтың район буйынса 23 филиалы эшләй, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенең Спепановка ауылы һәм Татарстандың Ютазы районы ирекмәндәре менән дә бәйләнеш булдырылған.

Штаб етәксеһе Лилиә Мәғсүм ҡыҙы Шәймәрҙәнова даими рәүештә алғы һыҙыҡта йөрөүсе яҡташ егеттәр менән аралашып, ниндәй ярҙам кәрәклеген һорашып тора. Уларҙың үтенесе буйынса әйберҙәр әҙерләнә, гуманитар ярҙам күләме билдәләнә. Һуңғы йылдарҙа яралыларҙың күп булыуын иҫәпкә алып, госпиталдәр менән дә ярҙам күпере булдырылған.

Ҡушҡарандар хәстәрлеге

40-лап ҡына йорттан торған (уларҙың да тиҫтәгә яҡыны буш) Ҡушҡаран ауылы – булдыҡлылар, уңғандар төйәге. Матур ихаталар, төҙөк йорттар, йәшелсә-емештәр үҫкән баҡсалар теҙелгән урамға барып инеү менән бында ысын ер кешеләренең йәшәгәнен аңлайһың. Ошо кескәй генә ауылдың бер төркөм ир-егете берләшеп, ирекмәндәр рәтенә яҙылған. Улар бер нисә йыл ҡыш буйы һалдаттар өсөн “буржуйка”лар яһаған. Быйыл февралдә иһә һөнәр арттырып, яралылар өсөн ҡултыҡ таяҡтары эшләй башлағандар. Был изге эшкә улар Ленар Ахунйәнов башланғысы менән тотонған.

– Ирекмәндәр штабынан: “Госпиталдә ятҡан егеттәргә ҡултыҡ таяҡтары кәрәк”, – тигән хәбәр булғас, үҙебеҙҙең район үҙәгендәге дарыуханаға инеп булған ғына ике парҙы һатып алдым. Күпләп килтерелмәй икән, хаҡтары ла ҡиммәт кенә. Ҡайтып киләм, үҙем уйланам: “Үҙебеҙ эшләмәҫлек эш түгелдер бит? Арзанғараҡ төшмәҫме икән?” Береһен һүтеп ҡараным – әллә ни ҡатмарлы түгел кеүек. Ғүмер буйы ағас эше менән булған Илдар ағайға инеп, кәңәш һораным. “Уның бер ниндәй ҡатмарлылығы юҡ”, – тине. Үҙемдең ике туған ағайҙарымды ла әйҙәләнем. Тәүҙә схема һыҙҙыҡ, үлсәнек, ҡырҡтыҡ, килеп сыҡмағанын кире һүттек. Бер аҙ бәхәсләшеп тә алдыҡ. Артабан эштәр алға китте, – ти Ленар ағай.

Ул үҙе фермер хужалығы тота, күпләп йылҡы малы аҫрай. Әйткәндәй, МХО биләмәһенә ебәреү өсөн даими рәүештә ит бирә, Октябрьский ҡалаһындағы “Шават” кооперативы уны быҡтырып, консервалар әҙерләй. “Хәләл” брендлы ризыҡ шул тиклем тәмле, тип яу яланынан рәхмәтле сәләмдәр килә.

Ленар ағайҙың теләктәштәре лә – эшкә шәп ир-уҙамандар. Вилдан Ильясовты районда умартасы, тип беләләр. Ул да алғы һыҙыҡҡа йыл һайын тәмле күстәнәс ебәрә. Ә Рәмил Ғәлиуллиндың ихатаһы тулы техника: ауылдаштарына ла, үҙенә лә бесән әҙерләй, ер эшкәртә. Күпләп мал аҫрай, баҡса сәсә.

Альберт Саҙретдинов 38 йыл Себерҙә экскаваторҙа эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылына ҡайтып өй һалған. Бәләкәй генә экскаватор һатып алып, яҡын-тирәләге ауылдарҙа төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәрен башҡара. Илдар Шәрифуллин иһә электән ағас эше менән шөғөлләнә, ҙур өйөнөң подвалын оҫтахана итеп эшләп алған, унда ниндәй генә станок юҡ! Ҡышҡы һәм яҙғы һалҡын көндәрҙә ҡултыҡ таяҡтарын шунда эшләгәндәр. Ә инде көн йылытҡас, Линар ағай атаһы мәрхүмдең һарайын ошо эш өсөн ҡулайлаштырып алған. “Февраль, март айҙарында аҙнаһына бер нисә көн эшләй инек, көндәр йылынғас, хужалыҡ эштәре артты. Шуға күрә бер тапҡыр йыйылышырға һөйләштек. Һауа торошо боҙолоп, эш туҡталһа, тиҙ генә хәбәрләшеп, эшкә тотонабыҙ. Ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, бергәләп тотонғанда, эштәр ырамлы бара. Үҙебеҙҙең хеҙмәт менән илебеҙҙе һаҡлап утҡа ингән, яраланған һалдаттарға ярҙам итә алыуыбыҙға шатбыҙ”, – ти береһенән-береһе оҫта ағайҙар.

Ҡултыҡ таяҡтарын улар конвейер ысулы менән эшләй. Кемдер махсус үлсәмдәр (шаблон) буйынса фанеранан таяҡтың үҙәген (каркасын), ситтәрен ҡырҡа, икенсеһе тотҡаларын, ҡултыҡ аҫтына ҡулайлама (подмышник) эшләй. Өсөнсөһө әҙер материалдарҙы шымарта, тағы ла береһе саморез өсөн уйымдар тишә. Әҙерлек эштәре бөткәс, материалдарҙан таяҡ йыйыла. Ҡушҡарандар эшләгән таяҡтар махсус заводта етештерелгәндән һис кенә лә ҡайтыш түгел. Яралы һалдаттың буйына һәм ҡул оҙонлоғона ярашлы, таяҡтың оҙонлоғо һәм тотҡаның кимәлен күсерергә мөмкин – улар өсөн уйымдар ҡалдырыла. Иртәнән кискә тиклем йөрөһә, бер көндә биш ағай 15-ләп пар таяҡ әҙерләй ала. Әлбиттә, тәүге осор, оҫталыҡ булмағанда улар күпкә ҡайтыш булған. Илебеҙҙең хәрби госпиталдәренә Ҡушҡарандан 96 пар ҡултыҡ таяғы оҙатылған. Әлеге мәлдә тағы ла 24 пар әҙер, тағы ла 30-ҙы эшләү өсөн материал бар.

– Маркетпейс аша алғанда бер пары кәм тигәндә 1,5 мең һумға төшә. Был йәһәттән был егеттәребеҙҙең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ – материалдарҙы үҙҙәре һатып ала, эштәре өсөн хаҡ һорамайҙар. Үҙҙәренең эш ҡоралдарын, станоктарын тотоналар. Шундай ир-егеттәребеҙ күберәк булһын ине! – ти Лилиә Шәймәрҙәнова.

Был ауылда еңеүгә үҙ өлөшөн индергән 80 йәшлек Зәниә инәй Ахунйәнова ла (Ленар ағайҙың әсәһе) бар. Ул ир-егеттәр эшкә йыйылған көнө йылы аш, сәй табыны әҙерләп, уларҙың тамағын туйҙырыуҙы хәстәрләй. “Аштан оло булмағыҙ, һеҙ бит юл кешеләре!” – тип беҙҙе лә тәмле сәйҙәре менән һыйлап ебәрҙе.

Балалар ҙа ситтә ҡалмай

Тарҡаҙы ауылындағы штабтың махсус бүлмәһендә буралай өйөлөп ятҡан мендәрҙәрҙе күреп, хайран ҡалдым. “Яралылар өсөн”, – тинеләр. Хәрби госпиталдәрҙә постель-кәрәк яраҡтары кәрәген  ишетеп белә инек. Шәхсән үҙем дә, таныштарым да простыня һәм юрған, мендәр тыштары алып тапшырғаныбыҙ булды. Ә бына мендәр тураһында уйламаныҡ та.

– Туҡымаларҙы йыуып тотонорға була. Ә ҡан, эрен тамған түшәк-мендәрҙәрҙе таҙартыу ҡатмарлы. Госпиталдәр беҙгә кәрәкле әйберҙәр исемлеге ебәрә. Унда мендәрҙе күреп, аптырауға ҡалдыҡ: нимәнән эшләргә була? Һатып ала башлаһаң, эслек материалдары ҡиммәт. Шул саҡта йомшаҡ уйынсыҡтар күҙгә ташланды. Улар бит өй һайын бар һәм ҡулланылмай. Ә эсендәге материал мендәр өсөн бынамын тигән – йомшаҡ, күпереп кенә тора. Тәүҙә үҙебеҙҙең ауылда йыйҙыҡ, аҙаҡ районда “Йомшаҡ уйынсыҡ бүләк ит!” тигән акция ойошторҙоҡ. Күптәр ихлас ҡушылды, келәт тулды. Беҙҙең ауылдың “Дуҫлыҡ” клубы ағзалары йөҙҙән ашыу мендәр текте. Тик ваҡыт еткерә алмайҙар – улар иңендә башҡа мәшәҡәттәр ҙә бар бит. Йәрмәкәй мәктәбенең технология уҡытыусыһы Резеда Ғәйфуллина менән осрашҡанда, уҡыусы ҡыҙҙарҙы ошо эшкә йәлеп итергә булмаҫмы икән, тип һораштым. Улар яңы һөнәргә өйрәнер, ә беҙгә ярҙам булыр, тип мәсьәләне ыңғай хәл иттек. Шулай итеп, беҙҙең сафҡа 7 – 9-сы класс уҡыусылары ла баҫты. Ҡыҙҙар ғына түгел, үҫмер малайҙар ҙа ихлас ҡатнаша: эслек тултыралар, тегергә лә өйрәнделәр. Йәйге каникулдарға тиклем уҡыусылар 120-ләп әҙер мендәр тапшырҙы, – ти Лилиә апай, йәш быуын өсөн ғорурланыуын йәшермәй.

Әйткәндәй, был уҡыусылар салфеткалар әҙерләүҙә лә ҡатнашҡан. Ирекмәндәр арзанға төшһөн өсөн марля тауарҙы төкләп (мең метрлы) һатып ала. Ҡулланыу өсөн уларҙан билдәле бер размер буйынса салфеткалар ҡырҡып, тәҫләп, унар даналап төрөргә кәрәк. Тарҡаҙы ҡатын-ҡыҙҙары тағы ла госпиталдәр өсөн (ҡулы яраланғандарға) йөйһөҙ итеп фиксациялаусы косынкалар тегә.

Әлеге ваҡытта йәрмәкәйҙәр госпиталдәр өсөн 50-се гуманитар йөк оҙатырға әҙерләнә. Уларҙа үрҙә һанап үтелгән кәрәк-яраҡтан тыш, халыҡтан йыйылған медикаменттар, гигиена кәрәк-яраҡтары, күстәнәстәр, эске кейемдәр, дарыуҙар ҙа бар.

Изгелек, ярҙам, берҙәмлек төшөнсәләре менән берләшкән йәрмәкәйҙәрҙән өлгө алып, Еңеү өсөн һәр кем үҙ өлөшөн индерһен ине. Ауырыуҙарға ярҙам итеү, уларҙың хәлен белеү бер сауап булһа, иле өсөн утҡа ингән яралы-сирлегә ярҙам итеү – йөҙләтә, меңләтә сауап. Сөнки ул беҙҙең тыныслыҡ хаҡына үҙенең сәләмәтлеген ҡорбан иткән.

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Өфө – Йәрмәкәй – Өфө.

Автор фотолары.

Яралыларға ла ярҙам кәрәк
Яралыларға ла ярҙам кәрәк
Яралыларға ла ярҙам кәрәк
Яралыларға ла ярҙам кәрәк
Яралыларға ла ярҙам кәрәк
Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас