

Мунса тарихы былай: Дим районы хакимиәте башлығы Иван Ивановҡа яугирҙың ҡатыны фронтта йыуыныу мөмкинлеген ойоштороу үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Етәксе, әлбиттә, ярҙам итәсәген белдергән. Мунса эшләүҙе ШЭ Ямалетдинов үҫ өҫтөнә алған, йәнә лә район коллективтарының хәйриә концерттарынан аҡса килгән, Эмиль Хәсәнов атлы эшҡыуар ярҙам иткән.
Яугир бындай шәп бүләккә бик ҡыуанған. Әйткәндәй, Дим районы халҡы МХО-лағы егеттәргә даими ярҙам күрһәтә.
Барыһы ла Еңеү өсөн!
Иҫән-һау ҡайтһындар!
Фото: Башкирский батальон, вк
Беҙҙе МАКС-та ла уҡығыҙ!