

РФ фән һәм юғары белем министры Валерий Фальков Президент Владимир Путин менән осрашыуҙа әйтеүенсә, МХО-ла һәләк булған һәм яраланған яугирҙарҙың, шулай уҡ Рәсәй Геройҙарының, өс тапҡыр Батырлыҡ ордены кавалерҙарының балалары юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ инеү хоҡуғын алды.
Быйыл МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балаларын ташламалы шарттарҙа ҡабул итеү өсөн 53,5 мең бюджет урыны бүленгән. Был, былтырғыға ҡарағанда, 1,3 мең урынға күберәк.
Һәр йүнәлеш буйынса бюджет урынының кәмендә 10 проценты күләмендә квота булырға тейеш. 360-лап вуз минималь билдәнән артығыраҡ квота тәҡдим итә.
Быйылдан башлап МХО яугирҙарының тол ҡатындары/ирҙәре лә айырым квота буйынса уҡырға инә ала.
Источник: Земля Батыров, вк
Беҙҙе МАКС-та ла уҡығыҙ!