"Татарин" ялға ҡайтҡан

Ҡариҙел районынан “Татарин” позывнойлы һалдат махсус хәрби операцияла пилотһыҙ осоу аппараттарының өлкән операторы булып хеҙмәт итә. Ул бала саҡтан хәрби булырға хыяллана һәм был маҡсатына өлгәшә. Атаһы яғынан ҡарт олатаһының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуы ла уны был аҙымға этәрә. Атаһы яугир ҡартолатаһының батырлыҡтары тураһында бала саҡтан һөйләп, улын илһөйәрлек рухында тәрбиәләп үҫтерә.  

"Татарин" ялға ҡайтҡан"Татарин" ялға ҡайтҡан
"Татарин" ялға ҡайтҡан

“Татарин” тәүҙә Амур өлкәһенең Белогорск ҡалаһында армия сафтарында һалдат бурысын үтәй. Һуңынан Сүриәлә контракт буйынса хеҙмәт итә. Унда юлланғансы Мәскәүҙә үҙе ҡыҙыҡһынып,  БПЛА операторына уҡып сыға.

2023 йылда махсус хәрби операцияға юлланғас та ошо һөнәренә тоғро ҡала. Бөгөн ул пилотһыҙ осоу аппараттарының өлкән операторы вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән үтәй. Уның лайыҡлы хеҙмәт итеүе тураһында наградалары ла һөйләй. Сүриәлә хеҙмәт иткәндә  “Терроризмға ҡаршы операцияла ҡатнашҡан өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Махсус хәрби операцияла ла һынатмай: “2-се дәрәжә хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн”, Жуков миҙалдары тапшырылған.

Бер нисә тапҡыр ялда булған яугир. Был юлы ла ул һағынып, ашҡынып ҡайта тыуған яҡтарына.

– Әлбиттә, ситтә йөрөгәндә атай-әсәй, йәшәгән төйәк һағындыра. Ялдан көс-ҡеүәт алып китәм. Тыуған яғым ыңғай хис-тойғолар бирә, яҡын кешеләрем эргәлә булғанда күңелгә тыныс, – тине  егет.

Махсус хәрби операция тамамланып, Ҡариҙел яугиренә иҫән-имен йәнтөйәгенә бөтөнләйгә ҡайтырға, күңелендәге уй-хыялдарын тормошҡа ашырырға насип булһын.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас