“Формаль белем биреү курсы ғына түгел”

“Башҡортостан геройҙары” махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар программаһының Йәмәғәт советы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Артур Ғәлиев уҡыуға йомғаҡ яһаны.

“Формаль белем биреү курсы ғына түгел”“Формаль белем биреү курсы ғына түгел”
“Формаль белем биреү курсы ғына түгел”

Артур Альберт улының һүҙҙәренсә, уҡытыу күп яҡлы килеп сыҡҡан: ҡатнашыусылар идара итеү компетенцияларын үҙләштергән, кешеләр менән эшләргә һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре көн һайын осраған практик мәсьәләләрҙе хәл итергә өйрәнгән.

“Дүрт модулдә ”Башҡортостан геройҙары”ның формаль белем биреү курсы ғына түгел, ә МХО-ла ҡатнашыусыларҙы дәүләт идара итеү системаһында эшләргә әҙерләүсе программа булыуы раҫланды”, — тине Артур Ғәлиев.

Фото: вк, ГЕРОИ БАШКОРТОСТАНА.

 

Беҙҙе МАКС-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас