Фәйрүс Ғафаров батырлығы онотолмай

Мәләүездең В.И. Синицын исемендәге 1-се гимназияһында махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир иҫтәлегенә "Герой партаһы" асылды.  

Фәйрүс Ғафаров батырлығы онотолмайФәйрүс Ғафаров батырлығы онотолмай
Фәйрүс Ғафаров батырлығы онотолмай

Фәйрүс Фәнис улын оҙаҡ йылдар ошо гимназияла йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләгән уҡытыусы, Мәләүез районы ДОСААФ-ы етәксеһе тип беләләр. Ул тормош иптәше менән бер ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән атай, өс ейән һәм ике ейәнсәргә олатай булып өлгөргән. Олпат йәшенә ҡарамайса, 2023 йылда МХО-ға үҙ теләге менән юллана. Луганск ерендә хәрби бурыс үтәгәндә һәләк була.

Тантаналы сарала герой менән бергә эшләгән педагогтар, ҡатыны һәм балалары, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас