"Малай саҡтан бер ауыл урамдары буйлап йүгерҙек..."

«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының финалсыларының дуҫлыҡ тарихы. Азамат Шаһисолтанов үҙенең иптәше Рәмил Мостафина тураһында һөйләне. Улар бер ауылда бергә уйнап үҫкән, бала саҡтан яҡын дуҫтар.  

"Малай саҡтан бер ауыл урамдары буйлап йүгерҙек...""Малай саҡтан бер ауыл урамдары буйлап йүгерҙек..."
"Малай саҡтан бер ауыл урамдары буйлап йүгерҙек..."

- Мин үҙебеҙҙе малай саҡтан хәтерләйем. Бер ауыл урамдары буйлап йүгереп йөрөнөк, һуңғы икмәк киҫәген бүлештек, ҡыуыштар төҙөнөк һәм ул саҡта шундай ябай булып күренгән киләсәк тураһында хыялландыҡ», — тип яҙа Азамат. Рәмил Ватанды һаҡлау юлын һайлай, офицер, хәрби хәрәкәттәр ветераны. Хатта ауыр яраланғандан һуң да ул һынмай, сафта ҡала. Уның өсөн офицер намыҫы һүҙ генә түгел, ә йәшәү рәүеше.Ул иптәштәренә ярҙам итә, уларға остаз булып тора.

Азамат дуҫын ҙур йөрәкле кеше, батырлыҡ һәм рух көсө өлгөһө тип атай. Хәҙер ике финалист бергә идара итеүҙең заманса технологияларын һәм яһалма интеллектты үҙләштереп, «Башҡортостан Геройҙары» программаһының дүртенсе модулен үтә.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас