

Позывнойы “Уҡытыусы”
...Ҡыңғырау шылтырағандай тойолдо һәм Илмир Теләүсин үҙенең бала сағын иҫләне. Ҡыңғырау шылтыраһа, парта артынан һикереп тороп, йүгәнһеҙ ат кеүек коридорға сабырға әҙерләнгән генә мәлдә уҡытыусының талапсан тауышы уларҙы кире урынына ултырта:
- Ҡыңғырау һеҙҙең өсөн түгел, ә уҡытыусы өсөн! Өйгә эште яҙып алығыҙ...
Илмир һуңынан, үҙе мәктәптә балалар уҡыта башлағас, дәрестәр араһында ял итһендәр, ҡайнап торған энергияларын саҡ ҡына булһа ла кәметһендәр, тип малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы бер минутҡа ла тотҡарларға яратманы. “Ҡыҙыҡ, ә уҡыусылары унда ни хәлдә икән? Өлгәшәләрме? Уҡытыусылар менән телләшмәйҙәрме? Зарланмайҙармы уларға коллегалары? Һуғыштан ҡайтҡас, ни әйтерҙәр икән? Һуғыштан ҡайтҡас... Ҡайта алырмы һуң ул?! Был тамуҡтан имен-һау ҡотолормо?” - пехотаның хәрби машинаһының тоҫҡаусы-операторы Илмирҙың уйҙарын командирҙың киҫкен тауышы өҙҙө:
- Алышҡа!
Илмир күҙ асып йомғансы үҙ урынына ултырҙы, люкты япты, шлемофонды тоташтырғас, автоматик рәүештә приборҙар панелен асты, “привод” кнопкаһына баҫты, вентиляторҙы ҡуйҙы, пушканы тегеләй-былай йөрөтөп алды... Ике минуттан командирға һуғышҡа әҙерлек тураһында хәбәр итте. Ә был мәлдә “Дед” позывнойлы механик-водитель идара иткән БМП-2 алға елдерә ине инде. Командалар бер-бер артлы яуҙы: “Зарядла!”, “Башня уңға!”, “Пульт менән тоҫҡа!”, “Мишенгә 5 тапҡыр атырға!”... Саң, төтөн пәрҙәһе аша йүнләп бер ни ҙә күренмәне, шуға ла командирҙың да, механик-водителдең дә, тоҫҡаусы-операторҙың да артыҡ көсөргәнештән күҙҙәре ауыртты, сикәләге ҡан тамырҙары сәтәкәй бармаҡ йыуанлығындай бүртте...
Штурмлаусыларҙың атакаһына ярҙам итеп, дошмандарҙы снарядтар менән дөмбәҫләгәс, шунда уҡ артҡа сигенделәр. Машинаны маскировкалап йәшерҙеләр ҙә, ситкә йүгерҙеләр - үҙҙәренә йәшенеү урындарын эҙләнеләр. Күп тә үтмәне, ВСУ-ның танкыға ҡаршы идара ителеүсе ракеталары уларға табан осто. Шөкөр, береһе лә машинаға теймәне, үҙҙәре лә иҫән ҡалды. Снарядтар менән яңынан заправкаланғас, киренән яу яланына ашыҡтылар...
Штурмлау төркөмө составында һуғышҡан Илмир Теләүсин яу ҡырында разведка үткәрә, килгән подразделениелар өсөн навигатор функцияларын үтәй, яралыларға беренсе медицина ярҙамын күрһәтеп, уларҙы хәүефһеҙ зоналарға эвакуациялай.
- Оло ғазаптар кисергән яралы кешене күрһәң, һин уны ашаҡлап үтеп китә алмайһың, нисек тә булһа, белемең етәме-юҡмы, тиҙерәк ярҙам итәһең, башҡаса мөмкин дә түгел, - ти Илмир Булат улы. – Өҫтөңә күктәр ауҙарылып торғанда да, тыныс, ышаныслы тауышың менән яугирҙашыңды әүрәтәһең, ә ҡулдарың яраларын бәйләй, жгут һала, ауыртыуҙы баҫа торған укол сәнсә. Уны йәһәтләп ут аҫтынан ситкә, үҙебеҙҙекеләр яғына һөйрәйһең. Хәленән килгәндәр һиңә үҙҙәре лә аяҡтары менән этәрешеп, ярҙамлашырға тырыша. Хәленең мөшкөллөгөн аңлағандарҙың әрнеү тулы ҡараштары һәр саҡ күҙ алдында...
Фронттың иң ҡыҙыу нөктәләренең береһе булып тарихҡа ингән ауыл Илмирҙың хәтеренә һис ҡасан юйылмаҫлыҡ булып уйылған. Һуғыштар ауыл өсөн дә, тирә-яҡтағы өҫтөнлөклө бейеклектәр өсөн дә бара. Географик өҫтөнлөк менән файҙаланған дошман бейеклектәрҙе бирмәҫ өсөн снарядтарҙы йәлләмәй: миналар, артиллерия, кассеталар, кешеләрҙең тәнен яндырып, ағыулап үлтергән фосфорлы химик зарядтар... Бынан тыш дүрт-биш кешелек төркөмдәрҙең өҙлөкһөҙ һөжүм ынтылыштары, “ҡошсоҡтары”ның атакалары - бар нәмә тереклекте юҡ итеүгә йүнәлтелгән. Үҙенең исеме менән үк һағайыу уятҡан ер яугирҙарҙың ҡанын һурған “талпан” һымаҡ та, тын алырға ла ирек бирмәгән “ҡыпсыуыр” ҙа кеүек, иректе сикләгән “ҡоршау” ҙа ише була. Тап шунда, 2023 йылдың сентябрендә, яралы иптәшен ут аҫтынан алып сығып барған Илмир үҙе лә ауыр яралана. “Ит турағысы”нда тере ҡалыуы - мөғжизәгә тиң.
...Баймаҡ районының Бөрйәнйылға ауылында тыуып-үҫкән Илмир Булат улы Теләүсин - юғары категориялы технология уҡытыусыһы. Сибай институтын ҡыҙыл дипломға тамамлаған, ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән егет уҡытыуҙан тыш, мәктәптә робототехника, 3Д-принтер түңәрәктәрен дә алып бара. Уҡытыусылыҡ эшенә йәне-тәне менән бирелгән, балаларҙы ихлас яратҡан, уларға бөтә белгәнен өйрәтергә, үҙе лә белем эстәргә ынтылған Илмир менән әңгәмәләшеүе – үҙе бер ғүмер.
- Белемем буйынса мин технология һәм эшҡыуарлыҡ уҡытыусыһы, - тип үҙе менән таныштырҙы Норильск ҡалаһында төпләнгән яҡташыбыҙ. - Студент йылдарында уҡ миндә, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртер өсөн яңы быуын тәрбиәләргә кәрәк, ә был бары тик уҡытыусы һөнәре аша ғына мөмкин, тигән идея бөрөләнде. Сөнки буласаҡ граждандарҙы педагог формалаштыра. Институт деканының, аспирантурала уҡыуыңды дауам итергә кәрәк, тигән кәңәшен тыңлап, армиянан һуң ситтән тороп уҡырға индем, ғилми эшмәкәрлек менән шөғөлләнә башланым. 2022 йылдың октябренә тиклем мәктәптә уҡытыусы булып эшләнем. 4 октябрҙә, Уҡытыусылар көнөндә, мобилизацияланылар. Мин бер ҡасан да ҡорал, хәрби техника, хәрбиҙәр тормошо менән ҡыҙыҡһынманым - был миңә бөтөнләй ят ине. Әммә өлөшләтә мобилизация иғлан ителде һәм ҡулыма повестка тотторҙолар. Һуғышҡа алынырмын, тип башыма ла индермәгәс, хәрби комиссариатҡа саҡырыуҙары бөтөнләй көтөлмәгән хәл булды. Ләкин ҡасып ҡалыу уйы башыма ла инмәне. Һуңынан нисек балаларҙың күҙенә ҡарар, уларҙы намыҫлылыҡ, әҙәплелек, гражданлыҡ яуаплылығы рухында тәрбиәләр инем? Әлбиттә, төрлө юлдарын табып, тороп ҡалһам, бер кем дә һүҙ әйтмәҫ, бәлки белмәҫтәр ҙә ине, тик мин үҙемде үҙем ғәфү итмәҫ, үҙ ҡиммәттәремә хыянатты күтәрә алмаҫ инем.
Мобилизацияланғас, Омскиҙа “писарь” йәки водитель булып ҡалырға тәҡдим иткәйнеләр, баш тарттым. Иптәшем менән бергә штурмлау мотоуҡсылар батальонына эләктек, унда мине “БМП-2”-нең тоҫҡаусы-операторы итеп тәғәйенләнеләр. Был вазифа иң хәүефлеләрҙең береһе тип һанала - техника йыш ҡына артиллерия һәм дрондарҙың сәбенә әйләнә. Ә минең шуғаса БМП-ны күргән дә булмағас, уның менән алғы һыҙыҡта “танышырға” тура килде: интернеттан инструкцияларҙы уҡып, уҡытыу видеоларын ҡарап, тәжрибәлерәк яуҙаштарҙан һорап...
Омскиҙа уҡ үҙенең тәрбиәле, белемле, тыныс булыуы менән айырылып торған Илмирға иптәштәре “уҡытыусы” ҡушаматын сәпәй. Уның ысын педагог икәнен белгәс, бот сабып аптырайҙар. Шулайтып “Уҡытыусы” позывнойы үҙенән-үҙе барлыҡҡа килә. МХО-ла егеткә барыһы ла ихтирам менән ҡарай, ололап өндәшәләр. Уҡытыусыларға хөрмәт бәләкәй саҡтан ҡанға һеңгәнгәлер. Хәйер, Илмир үҙе лә юғары исемде өлгөлө хеҙмәте, тәртибе менән аҡлай.
- Госпиталдә дауаланып, реабилитация үтеп ҡайтҡас, мәктәпкә барҙым, уҡыусылар сикһеҙ ҡыуанып, илап тороп ҡаршыланы, осрашыу ваҡытында минән, һуғышта ҡурҡынысмы, тип һоранылар. Юҡ, мин быға тиклем мәктәптә эшләгәс, бер ҙә ҡурҡыныс булманы, тигәйнем, эй, көлдөләр инде, - Илмир Булат улы үҙе лә көлөп ҡуйҙы. – Мәктәптә сынығыу үттем, тип әйтеүем шаяртыу, әлбиттә. Төпкөл ауылда үҫкән кеше мин. Ауыр эш эшләп, күрше ауылдағы мәктәпкә 12 саҡрым йәйәүләп йөрөп уҡып, мәктәп-интернетта йәшәп сыныҡҡанмын. Тормош үҙе мине әҙерләгәндер яҙмыш һынауҙарына. Һуғыштан ҡайтҡас, дуҫ-иптәштәр менән күрештем. Улар, осрашыр алдынан, аҡыллы, тотанаҡлы, шаян Илмир урынына ҡырыҫ, “нервылы”, ауыҙынан сигарет төшөрмәгән кешене күрербеҙме икән, тип ҡурҡҡайныҡ, әлдә үҙгәрмәгәнһең, шул интеллигент булып ҡалғанһың, тип ауыҙ йырҙылар. Һуғышта үҙгәрмәй ҡалыу бик ауыр. Сөнки һине нимә көткәнен, тере ҡалаһыңмы-юҡмы икәнен белмәйһең. Доброволецтар уйлап-уйлап, үҙ ирке менән бара фронтҡа. Контрактниктар иһә хәрби тормошто һөнәр итеп һайлаған. Ә беҙҙән, өлөшләтә мобилизацияға эләккәндәрҙән, бер кем дә, һуғышырға теләйһеңме, тип һорап торманы, 2-3 көндә алдылар ҙа киттеләр. Мобилизацияға эләккән һәр кем ауырлыҡтарҙы үҙенсә үткәрҙе. Мин, нимә бирәләр, шуны риза булып алдым, яҙмышымды ҡабул иттем. Ғүмерҙә лә көрәк, бысҡы, балта кеүек эш ҡоралдарын тотмаған ир-егеттәргә айырыуса ҡыйын булды. Унда бит гелән генә һуғышып йөрөмәйһең, окоп та ҡаҙаһың, блиндаж да төҙөйһөң, ашарға ла бешерәһең. Ябай эштәрҙе лә башҡара алмай ыҙалаған 40-50 йәшлек яугирҙар үҙ-үҙенә ышанысын юғалта торғайны. Ә беҙҙең кеүек ябай ауыл егеттәренә ер ҡаҙыу, нимәнелер төҙөү моңмо ни, тотабыҙ ҙа, эшләп тә ҡуябыҙ.
Демобилизациянан һуң яралар яйлап бөтәшә. Тән яралары ла, күңел йәрәхәттәре лә. Баштан уҡ, үткәндәрҙә ҡаҙынмайым, ғәйеплеләрҙе эҙләмәйем, үҙемде йәлләмәйем, маңлайыма яҙылғанды ҡабул итеп, артабан йәшәйем, тип ҡарар иттем. Һуғышта булыуымдан “тамаша” ҡорорға йыйынмайым. Минең төп бурысым - шул уҡ кеше булып ҡалыу: йылмайыусан, изге күңелле, асыҡ. Бөтә кисергәндәргә ҡарамаҫтан, үткән юлдың ауырлығы ситтән күренмәһен өсөн. Әлбиттә, һуғыш һалған эҙҙәрҙе, бураҙналарҙы тулыһынса йәшереп булмай, әммә мин быға ынтылам.
Дәүләт һәм фән эшмәкәре, танылған ғалим, яҙыусы, шағир һәм драматург Әлфис Ғаязов етәкселегендә диссертацияһын дауам иткән Илмир Теләүсин остазы кеүек бар яҡлап талантлы кеше – шиғыр яҙа, һүрәт төшөрә, радиотехника, электроника, программалаштырыу өлкәһен үҙләштерә. Демобилизациянан һуң ул яралы килеш тә мәктәптә бер йыл уҡыта. 2025 йылда Ҡурғанда Илизаров клиникаһында операция яһатҡандан бирле иһә реабилитацияла, үҙе әйтмешләй, үҙенсәлекле “ижади отпускыла” – яратҡан эштәре менән булыша. Мәктәпкә лә йыш йөрөй, сөнки 7-се синыфтың етәксеһе булып ҡала. Уҡытыусы Саида Сальвиевна менән өйләнешеп, татыу ғаиләләрендә ҡыҙ бала үҫә. Бергә була алмаһалар ҙа, 6-сы синыфта уҡыған улы менән дә аралары ныҡлы Илмирҙың.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Суворов миҙалы менән наградланған ҡыйыу яугирҙың, булмышы менән тырыш, булдыҡлы егеттең, алдынғы ҡарашлы уҡытыусының киләсәккә пландары бик күп, уларҙың барыһы ла бойомға ашһын, тип теләйбеҙ. Яҡты уйлы кеше үҙенең уҡыусылары менән ғорурланып, илһамланып йәшәһен, кинәнеп ижад итһен, ҡолас йәйеп эшләһен!
Фото: И.Теләүсиндың шәхси архивынан.