Ассоциацияның бурыстары изге

Ҡырмыҫҡалы районының ветерандар ассоциацияһы бик әүҙем эшләүе менән айырылып тора: бер-бер артлы “Батырлыҡ һәм тактик медицина дәрестәре” үткәрәләр, осрашыуҙар ойошторалар, мәҙәни һәм спорт сараларында ҡатнашалар, МХО ветерандарын туплап, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса эш алып баралар. Ойошманы үҙ ирке менән махсус хәрби операцияға барып, «Батырлыҡ өсөн», «Һәләк булғандарҙы ҡотҡарған өсөн», «Хәрби батырлыҡтары өсөн», «Донбасты азат иткән өсөн» миҙалдары менән наградланған ҡыйыу яҡташыбыҙ Игорь Абросимов етәкләй. Уң ҡулы - урынбаҫары Вадим Ибраһимов та махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы. Ул Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы - “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, Донецк халыҡ республикаһының “Батырлыҡ өсөн”, “Вагнер” шәхси хәрби компанияһының “Батырлыҡ өсөн”, “Бахмутты алған өсөн”, “Бахмут ит турағысы”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” миҙалдары, “Вагнер” шәхси хәрби компанияһының ҡара тәреһе, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” билдәләре менән бүләкләнгән.

Ассоциацияның бурыстары изгеАссоциацияның бурыстары изге
Ассоциацияның бурыстары изге

Вадим Баҡсалы ауылында Вилдан Солтан улы менән Наталья Михайловна Ибраһимовтарҙың ғаиләһендә тыуған. Бала сағынан йырларға яратҡан егет башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарып, район, республика йыр конкурстарында ҡатнашҡан, концерттарҙа йыш сығыш яһаған. Мәктәптә уҡығанда ла, Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында, Ауырғазы күп профилле колледжында белем алғанда ла, йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнаған.

Ҡайҙарҙа ғына йөрөһә лә, йыр - Вадимдың тоғро юлдашы булып ҡала. Алғы һыҙыҡта ул саялығы, ҡаһарманлығы, рух ныҡлығы менән генә түгел, моңло тауышы менән дә иптәштәренең ихтирамын яулаған. Уның башҡарыуында Фидан Ғафаров, Ғәзим Ильясов, Сәғиҙулла Байегеттең йырҙары штурм алдынан яугирҙарға көс өҫтәгән, күңелдәрен асҡан, һалҡын окоптарҙа һуғыш афәттәрен бер мәлгә булһа ла оноторға форсат биргән. Йыр-моңға ғашиҡ яҡташыбыҙ тәүге уҡытыусыһы Рәмзилә Мөхәмәтоваға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мәүлиҙә Тазетдиноваға тәрән рәхмәтле. “Улар башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү тәрбиәләне, рухымды нығытты”, - ти.

Вадим 2022 йылдың октябрендә “Вагнер” шәхси хәрби компанияһы менән контракт төҙөп, ике аҙна “учебка”ла була. Полигонда уларҙы автоматтан, гранатометтан, пулеметтан атырға, граната ташларға, икешәрләп, өсәрләп, төркөм менән хәрәкәт итергә, алыш маневрҙарына, атакаға күтәрелергә, дөрөҫ сигенергә өйрәтәләр. Нисек итеп тораҡтарҙа - биналарҙы, урманда окоптарҙы штурмларға, карталарҙы “уҡырға”, артиллерияны компас менән һәм азимут буйынса йүнәлтергә, радио аша дөрөҫ аралашырға өйрәнәләр. Бынан тыш ир-егеттәр беренсе медицина ярҙамын күрһәтеүҙе, “өс йөҙ”ҙәрҙе һәм “ике йөҙ”ҙәрҙе (яраланғандарҙы һәм һәләк булғандарҙы) эвакуациялауҙы үҙләштерә. Сирияла хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан инструктор үҙ бурыстарына үтә яуаплы ҡарай: әҙерлек барышында буласаҡ яугирҙарҙың ете ҡат тирен сығара, был һеҙҙең мәнфәғәтегеҙҙә, тип, бөтә күнекмәләрҙе лә теүәл үтәргә, бар нәмәне лә һеңдерергә, автоматизмға еткерергә өндәй. Инструктор төркөмдө алғы һыҙыҡҡа үҙе алып бара. Ул Украиналағы алыштарҙың үҙенсәлектәре, нескәлектәре тураһында һөйләп, алда ни көтөрөн яҡшылап аңлатһа ла, егеттәр тәүге яуға ингәс, ҡаушап ҡалалар.

- Беренсе ингәндә снарядтарҙан ерҙәр аҡтарылып, донъяның аҫты-өҫкә әйләнһә лә, ҡурҡманыҡ, ә был мәхшәрҙә нимәнең нимәгә икәнен аңлап бөтмәгәнгә генә ҡаушаныҡ, - тип һөйләй Вадим Вилдан улы. – Аҙаҡ өйрәндек. Хәйер, өйрәнгән кеше өйрәнә, ә кемдер өйрәнә алмай икән ул һуғышҡа. Уларға айырыуса ауырға тура килә. Штурмлаусы, реактив ҡул гранатометсыһы сифатында башланым МХО-ла хеҙмәтемде. Унан һуң отделение командирының урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр. Бахмут йүнәлешендәге ҡан ҡойошло алыштарҙың береһендә командир яраланғас, мине уның урынына ҡуйҙылар. Икенсе штурм ваҡытында миңә лә дошман уты “ҡаҙалды”. Әйткәндәй, һуғышҡа барыуымды әсәйгә өндәшмәгәйнем, ҡайҙалығымды госпиталдә ятҡан саҡта ғына хәбәр иттем. Ул шаҡ ҡатты... Яраларымды Красный Луч госпиталендә “ямап” сығарғастары, тәьмин итеү төркөмөн етәкләттеләр. 2023 йылдың апрелендә икенсегә яраланып, Луганск ҡалаһында дауаланғандан һуң контрактым тамамланып, ауылға ҡайттым. Тәүге ярты йыл ныҡ ҡыйын булды. Кире һуғышҡа, иптәштәрем янына барғым килде, улар уйымдан сыҡманы. Ике туған ағайҙарыма рәхмәт, әүрәтеп алып ҡалдылар.

Тәүҙә вахта менән Себерҙә эшләнем, хәҙер районда ҡалымда йөрөйөм, йөк ташыу менән шөғөлләнәм. Ветерандар ассоциацияһындағы эшебеҙ бик мөһим. Балаларға “батырлыҡ дәрестәре”н үткәргәндә һуғыш тураһында ғына һөйләмәйбеҙ. Иң тәү сиратта тыуған илгә, ғаиләгә, тыуған яҡҡа һөйөү тураһында була һүҙебеҙ. Илһөйәрлек ата-әсәләргә хөрмәттән, изге эштәрҙән башлана. Районда иллеләп мәктәп, реабилитация үҙәге бар, уларҙың һәр береһен йөрөп сыҡтыҡ. Һәр мәктәптә ирекмәндәр төркөмө ойошторолған. Улар МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә ярҙам итә. Балаларға дөрөҫ йүнәлеш, өлгө күрһәтеүең генә шарт, өйрәнергә, күтәреп алырға әҙер торалар. Тактик медицина буйынса күнекмәләр ҙә кәрәкле, малайҙарға һәм ҡыҙҙарға кеше ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

Районда көн һайын тиерлек ветерандар ассоциацияһы ҡатнашлығында төрлө саралар уҙғарыла. Мәҫәлән, ошо арала район хакимиәте менән берлектә махсус хәрби операция зонаһына гуманитар йөк йыйып ебәрелгән, Ҡырмыҫҡалы ауылындағы Аҡкүл паркында, “Быуындар бәйләнеше баҡсаһы” акцияһы сиктәрендә, МХО-ла һәләк булыусылар иҫтәлегенә ағастар ултыртылған.

- Беҙгә махсус хәрби операциянан ҡайтҡан яҡташтарыбыҙға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү бик мөһим, - тип һүҙен йомғаҡланы Вадим Ибраһимов. - Ассоциация ветерандар өсөн ышаныслы терәк буласаҡ, социаль яраҡлашыуҙа ярҙам итәсәк һәм уларҙың изге башланғыстарын үҫтереүгә этәргес көс бирәсәк, тип ышанабыҙ.

Фото: Вадим Ибраһимовтың шәхси альбомынан.

 

Ассоциацияның бурыстары изге
Ассоциацияның бурыстары изге
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас