Бер ярҙам да артыҡ түгел!

РФ ЭЭМ Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы Илгиз Байсурин МХО зонаһында яугирҙар менән осрашты.

Бер ярҙам да артыҡ түгел!Бер ярҙам да артыҡ түгел!
Бер ярҙам да артыҡ түгел!

РФ ЭЭМ Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы полиция полковнигы Илгиз Байсурин отпуск осоронда Баймаҡ районы башлығы Азамат Иҙрисов  менән бергә алғы һыҙыҡҡа гуманитар йөк алып барған.

Новоайдар ҡасабаһына, Донецк һәм Макеевка ҡалаларына сәфәр барышында полиция полковнигы хәрбиҙәр менән шәхсән аралаша, уларҙың ихтыяждарын асыҡлай һәм посылкалар тапшыра. Алғы һыҙыҡҡа өс мотоцикл, төҙөлөш материалдары, инструменттар, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, түшәк кәрәк-яраҡтары, генераторҙар һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр килтерелә. Азамат Иҙрисов менән Илгиз Байсурин яугирҙарға тыуған яҡтың сәләмдәрен, рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерә. Бындай осрашыуҙар шәхси составтың хәрби рухын нығыта һәм тылдың ярҙам итеренә ышанысты арттыра.

Сәфәр сиктәрендә полковник Байсурин Рәсәй Геройы – яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шшайморатовтың иҫтәлегенә бәйле урындарҙа булған. Ул легендар генералдың эштәрен мәңгеләштергән мемориалға сәскәләр һала.

Бынан тыш Ростов өлкәһендә командировкала булған БР буйынса Эске эштәр министрлығының эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу булған. Илгиз Байсурин улар менән әңгәмәләшеп, профессиональ эшмәкәрлегенең көнүҙәк мәсьәләләрен, өйҙән алыҫ хеҙмәт итеү шарттарын тикшергән.

Фото: https://vk.com/mvdporespublikebashkortostan

 

Бер ярҙам да артыҡ түгел!
Бер ярҙам да артыҡ түгел!
Бер ярҙам да артыҡ түгел!
Бер ярҙам да артыҡ түгел!
Бер ярҙам да артыҡ түгел!
Бер ярҙам да артыҡ түгел!
Бер ярҙам да артыҡ түгел!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас