

МХО-лағы яҡташ яугирҙар өсөн бар кәрәк нәмә йыйылған, тупланған, тейәлгән. Белореттар был яҡтан бик әүҙем һәм бөтә йөрәктән ярҙам итә.
Азат Хәкимов “Бәйләнештә” яҙыуынса, улар гуманитар йөк менән фронт янындағы госпиталдәргә ингән, дауаланып ятыусы егеттәр менән осрашҡан, шулай уҡ Красный Луч ҡалаһындағы мәктәптә лә булған. Бында беҙҙекеләр шефлыҡ ярҙамы күрһәтә.
“Барыһына ла ҙур рәхмәт! Һеҙ егеттәрҙең һауығып, яңынан сафҡа баҫыуын, өйгә ҡайтыуын яҡынайтаһығыҙ”, – тип яҙған район башлығы госпиталгә күрһәткән ярҙамдары өсөн халҡыбыҙға.
Һәр яугирыбыҙҙың ҡайтыуын көтәбеҙ! Һәләк булғандарҙы бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ!
Фото: Азат Хакимов, вк