Батырҙарға мәңгелек дан!

Учалы районында ике яугирҙың иҫтәлегенә "Герой партаһы" асылды.

Батырҙарға мәңгелек дан!Батырҙарға мәңгелек дан!
Батырҙарға мәңгелек дан!

Ҡорама ауылы мәктәбендә махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған сержант Артур Рәис улы Исхаҡовтың иҫтәлеген мәңгеләштерҙеләр. Был турала яҡташтары хәбәр итте.

Исхаҡов Артур Рәис улы 1997 йылда Силәбе өлкәһенең Миәсс ҡалаһында тыуған. Ҡорама ауылы урта мәктәбен тамамлаған. 2015-2016 йылдарҙа хәрби хеҙмәтте һауа-десант ғәскәрҙәрендә үтәгән. Махсус хәрби операция үткәрелгән осорҙа ил өсөн ауыр ваҡытта ситтә ҡала алмаған һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәт үтеү тураһында Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән.

Артур Рәис улы ысын патриот булған, ул һалдат, Ватанды һаҡлаусы булып лайыҡлы юл үткән, хәрби бурысын ахырына тиклем үтәгән. Уны часть командованиеһы юғары баһалаған, хеҙмәттәштәре хөрмәт иткән. Ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн ул хәрби наградаларға – Шайморатов, Суворов, «Хәрби ҡаһарманлығы өсөн» I һәм II дәрәжәләге миҙалдарға, генерал Шайморатов орденына (үлгәндән һуң) лайыҡ булған.

Уҡыусы иҫтәлегенә мәктәптә «Герой партаһы» асылды. Сарала геройҙың туғандары, социаль сәйәсәт буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина, Туңғатар ауыл биләмәһе башлығы Алмас Ғиззәтуллин, уҡытыусылары һәм уҡыусылар ҡатнашты. Яугир иҫтәлеген бер минут тынлыҡ менән һәм сәскәләр һалыу менән хөрмәтләнеләр.

С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында иһә махсус хәрби операция барышында бурысын үтәгәндә геройҙарса һәләк булған учреждениеның элекке студенты Рәил Руслан улы Ханов хөрмәтенә "Герой партаһы" асылды.

Иҫтәлекле сарала С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусылары һәм студенттары, махсус операция ветерандары, Рәил Хановтың туғандары һәм яҡындары ҡатнашты. Улар геройҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.

Ханов Рәил Руслан улы 1997 йылдың 28 октябрендә Учалы районының Комсомольск ауылында тыуған. Урта белемде Ҡунакбай урта мәктәбендә алған. Мәктәпте тамамлағандан һуң Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжында уҡыған. 2017-2018 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт иткән. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләгән. 2023 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән республиканың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булған.

2022 йылдың 26 сентябрендә Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссариаты тарафынан мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған.

2024 йылдың 2 апрелендә махсус хәрби операция барышында хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған.

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы, батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән — генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Шулай уҡ II дәрәжә "Хәрби ҡаһарманлығы өсөн", "МХО-ла ҡатнашыусыға", "Хәрби хәрәкәттәр ветераны" миҙалдары, 428-се полктың махсус миҙалы менән бүләкләнгән.

Геройҙарыбыҙға мәңгелек дан! 

Фото: https://vk.ru/uchalyraion

 

Батырҙарға мәңгелек дан!
Батырҙарға мәңгелек дан!
Батырҙарға мәңгелек дан!
Батырҙарға мәңгелек дан!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас