

Алина Маннанова — хәрби медик. Ул 2023 йылда контракт төҙөп, ЛНР-ға юллана, фронт һыҙығынан яралыларҙы эвакуациялай. Унан ҡайтҡас, волонтер булып, яугирҙарға ярҙам итеүен дауам итә. Алина – БДМУ-ла Тактик медицина үҙәге етәксеһе лә.
Зинера Слабожанко – хәрби фельдшер, МХО ветераны. Бөгөн ул «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан филиалында социаль координатор булып эшләй, РФ Оборона министрлығының хәрби-социаль үҙәгендә аналитик.
Ике яугир ҙа “Берҙәм Рәсәй” партияһының алдан тауыш биреүендә ҡатнашыу өсөн 15-се территориаль төркөмдән (Өфөнөң Орджоникидзе р-ны) документ тапшырған.
Шулай уҡ кадрҙар программаһынан тағы өс яугир – Александр Илтуғанов, Руслан Садиҡов һәм Рафаэль Солтанов – һайлауҙа ҡатнашыу өсөн документ биргән.
Фото: Герои Башкортостана, вк
Беҙҙе МАКС-та ла уҡығыҙ!