

Иң оло награда – ҡотҡарылған ғүмерҙәр
“Туған, мин бында...”
Күк ергә ауҙарылды...
Артиллерия утына эләккән кеше был дәһшәтле ғәрәсәтте һис ҡасан онота алмаясаҡ. Тереклекте юҡҡа сығарған мифик аждаһаның бушлыҡтан хасил булып, ерҙе тотошлай йоторға әҙерләнгәндәй тойола. Артиллерия уты аҫтында ғүмер секундтар һәм сантиметрҙар менән үлсәнә, уңыш һирәктәргә йылмая. “Лекарь” позывнойлы Вадим Баһаутдинов уйлап та өлгөрмәне, тәне ғәҙәтенсә ергә һылашып һуҙылды. Тирә-яғына күҙ йүгертте: янған техника һөлдәләре, снарядтарҙан өңрәйгән соҡорҙар, шартлауҙан таралып сәселгән блиндаж емереклектәре, төбө-тамыры менән аҡтарылған, яртылаш һынып йығылған ағастар... Ҡапыл кемдеңдер йән асыһы менән ҡысҡырыуын ишеткәндәй булды. Вадимда үҙ-үҙеңде һаҡлау инстинкты күптәнән база көйләүҙәрен юғалтҡан, шуға ла ул, үҙенә янаған хәүефте уйламай, йәһәт кенә ҡалҡынды ла, эйелгән килеш яугир янына ашыҡты. Ауыр яраланған яуҙаш иптәшенең ҡолаҡ тондорғос шау-шыуҙа бер ни ишетмәҫен белһә лә, эргәһенә барып ятыу менән шыбырланы:
- Туған, мин бында...
“Яралары ҡан ҡатыш батҡаҡҡа буялып, бысранып бөткән...” - ярсыҡтарҙан теткеләнгән кәүҙәне күҙҙәре менән ҡапшаған арала яраланған беләккә, аяҡҡа күҙ асып йомғансы жгут һалды, ауыртыуҙы баҫа торған шприцты ҡаҙаны, бинттар менән ураны:
- Алып сығам мин һине хәҙер, тик һин дә мине һынатма – бирешмә! Һиңә өйгә ҡайтыр кәрәк, шуны онотма...
Мыҡты кәүҙәле фельдшерҙың һәр хәрәкәте тиҙ, ышаныслы, тауышы тыныс ине. Ятҡан ғына килеш тәүге ярҙамды күрһәтте лә, егетте танкыларҙың суйын ямғыры аҫтынан ситкә һөйрәне. Эвакуация төркөмөн осратҡас, яралыны уларға тапшырып, ҡайтанан ут эсенә йомолдо. Тамуҡ эсенән нисә яугирҙы иҫән килеш хәүефһеҙ ергә сығарғанын иҫәпләмәне – уларҙы, “өс йөҙ”ҙәрҙе, туҡтауһыҙ ташыны. Үҙенә арырға, хәлдән тайырға ирек бирмәне. Әгәр тын алырға туҡтаһа, шул мәлдә кемдеңдер ғәзиз яҡыны ҡанһырап үлер һымаҡ тойолдо...
“Мин – Вадим, “Лекарь”
...Ауылды дошман алыҫтан утҡа тотто. Яугирҙар шәп-шәп “коридор” булдырып, кешеләрҙе алып сығырға ғына йыйынғайнылар, яуыздар утлы дауыл булып ябырылды: артиллерия, танкылар...
Вадимға, ауылда ҡатын бәпесләй, тип әйткәстәре, ул бер мәлгә аптырап та ҡалды. Нимә-нимә, ә һуғыш уртаһында, ҡыҙыу алыш барышында “бала таба” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә әҙер түгел ине. Ләкин профессионализмы үҙенекен итте, ул ярҙамға ашыҡты. Өйгә барып ингәс, тулғаҡ тотҡан ҡатындың эргәһенә сүгәләне:
- Исемең нисек?
- Настя... Анастасия, - тип ыңғырашты буласаҡ әсә.
- Мин – Вадим, “Лекарь”. Хәҙер мин һиңә ярҙам итәм, ә һин миңә – әйткәнемде үтәрһең, һәм бөтә яҡшы буласаҡ. Килештекме?
Маңлайына бөрсөк-бөрсөк тир бәреп сыҡҡан украин ҡатыны башын ҡаҡты:
- Та, Вадим... Мы не могли выехать из-под обстрелов... ехали на машине... мужа убило...
Вадимдың күп йылдар элек, Медногорск медицина училищеһында уҡыған сағында, бала табыу йортонда сабыйҙарҙың тыуыу процесын күҙәткәне була. Күргәндәрен, акушерлыҡ буйынса белгәндәрен иҫләп, еңен һыҙғана... Снарядтарҙың әсе һыҙғырыуы, ерҙе һелкеткән шартлауҙар, ярсыҡтарҙың, шыбырлағандай, шып-шып итеп стеналарға ҡаҙалыуҙары һәм... яңы тыуған сабыйҙың ҡыҫҡа тын алышынан һуң оҙон һулыш менән беренсе вокаль өндәре донъяны яңғырата: “Эң-ңә-эң-ңә-ә!” Сәләмәт ир баланың көслө, таҙа тауышы Вадим өсөн ысын-ысындан иң гүзәл йыр кеүек ишетелә. Ул, гүйә өмөтһөҙлөк йомғағы эсенән яҡтыға морон төрткән йәшәү билгеһе була. Изгелектең яуызлыҡты еңеүе!
Әсәне лә ҡотҡара хәрби фельдшер.
Хәле арыуланғас, әсә ҡотҡарыусыһына рәхмәттәр уҡып бөтә алмай:
- Улыма Вадим тип исем ҡушасаҡмын...
“Үкенмәйем яҙмышыма”
Зифа менән Миңлевәлиулла Баһаутдиновтарҙың улы Вадим Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылында тыуып үҫкән. Йомоҡ, аҙ һүҙле, китап уҡырға әүәҫ малай бәләкәй сағынан ҡаҙ-өйрәктәрҙе, быҙауҙарҙы дауаларға ярата, көрәш менән шөғөлләнә. Атаһы һәм олатаһы менән бергә балыҡҡа йөрөй. Уға 13 йәш тирәһе булғандыр, бер көн өйөнә ҡайтып, әсәһенә, мин Мишканы ҡотҡарҙым, тип һөйләй: “Ул йылғаға һикергәйне, сәсәп бата башланы. Һыуға сумдым да, уны сығарҙым һәм яһалма тын алдырҙым”. Юғалып ҡалмай, дуҫын ҡотҡарырға ташланған зирәк үҫмер уны велосипедҡа ултыртып, дауаханаға ла алып бара әле.
Имен тамамланған ошо ваҡиға Вадимға ҙур йоғонто яһай – ул медицина юлын һайларға ниәтләй. Өләсәһе лә ейәненең табип булыуын ихлас теләй. 11 синыфтан һуң Медногорск медицина училищеһына фельдшерлыҡҡа уҡырға ингән Баһаутдинов Ырымбур өлкәһенең атҡаҙанған табибтары Анатолий Яковлевич Серков менән Ольга Георгиевна Серкова, терапия һәм махсус дисциплиналар буйынса уҡытыусы Людмила Владимировна Золотарева һәм башҡа үҙ эшенең оҫталары етәкселегендә төплө белем ала, һөнәр нескәлектәренә төшөнә.
- Улар биргән белем миңә күп кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итте, - ти “Лекарь”. - Хәрби хирург булырға хыялланғайным да, тормош ауырлыҡтары юғары белем алырға ҡамасауланы. Ләкин мин үкенмәйем яҙмышыма. Хәрби хеҙмәткә саҡырылғас, ғүмеремде армия менән бәйләргә ҡарар иттем, беренсе контрактҡа ҡул ҡуйҙым. Шулай итеп хәрби медик хеҙмәтен башланым. Контракт бөткәс, “Тиҙ ярҙам” фельдшеры булып эшкә төштөм, өйләндем. Әммә, “гражданка”ла бөтә яҡшы булһа ла, армия кире үҙенә тартты...
Вадим Баһаутдиновтың махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлыҡтары “Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн” дәүләт наградаһы менән билдәләнгән. Ә иң оло награда – ҡотҡарылған ғүмерҙәр. Фиҙаҡәрлеге, сикһеҙ ҡыйыулығы арҡаһында тере ҡалған ир-егеттәрҙең уға арналған шиғыр-йырҙары миҙал-ордендарға торошло!
Яҡташыбыҙ әлеге ваҡытта амбулатор дауа ала, реабилитация үтә.
- Ныҡлап аяҡҡа баҫҡас, яңынан МХО-ға барырға теләйем, - тине һаубуллашҡанда батыр ир. – Унда мине дуҫтарым көтә. Нисек мин уларҙы ташлайым?!
Ошо һүҙҙәрҙә Вадим Баһаутдиновтың бар булмышы.
Фото: В.Баһаутдиновтың шәхси альбомынан.