

«СВОему герою» тигән проект Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы грантын отҡан. "Проекция" социаль башланғыстарға һәм проекттарға булышлыҡ итеү үҙәге, "Эколог" экология-биология һәм Өфөнөң "Фортуна" ҡала экологик үҙәктәре, 130-сы мәктәп берлектә эшләгән проект был.
6 - 10 класс уҡыусылары, һаулығы сикләнгән балалар "Ландшафт дизайны", "Сәскәселек" программалары буйынса уҡып, "Иң яҡшы ландшафт дизайны" конкурсында ҡатнашҡан. Иң яҡшы өс проект һайлап алынған. Шуларҙың эскиздары буйынса МХО-ла һәләк булған яугирҙың йорто янында матур түтәлдәр барлыҡҡа килгән.
Фото: Город Уфа, вк