

Өфөнән МХО яугиры Эльвир Исмәғилев шәхси эшен асырға була, дәүләт ярҙамы алыу буйынса мөрәжәғәт иткән. Был йәһәттән ярҙам 350 мең һумға етә.
Эльвир аҡсаға ҡорамалдар алырға ниәтләй, сүкелгән әйберҙәр эшләү планы бар.
Социаль контракт төҙөргә теләүсе МХО ветерандары "Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фондының Башҡортостан филиалына мөрәжәғәт итә ала. Уның адресы: Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 13/15-се йорт. Урындағы социаль координаторҙар документ йыйырға ла ярҙам итәсәк.