Яугирҙарҙың ғаиләләренә - ҙур иғтибар

Баймаҡ районының Түбә ауыл хакимиәтендә яугир әсәләренә бик йылы осрашыу ойошторолған.

Яугирҙарҙың ғаиләләренә - ҙур иғтибарЯугирҙарҙың ғаиләләренә - ҙур иғтибар
Яугирҙарҙың ғаиләләренә - ҙур иғтибар

Бөйөк Еңеү көнө алдынан үткән сарала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәрҙең әсәләре йыйылған. Улар төрлө конкурста ла ҡатнашҡан, яратҡан йырҙарын да иҫтәренә төшөргәндәр.

Матур сәй табынындағы йылы осрашыуҙан әсәйҙәрҙең күңеле булып ҡайтҡандыр. Бөгөн уларҙың улдары ил һағында тора, алғы һыҙыҡта еңеү өсөн көрәшә.

Һәр яугирыбыҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын!

Фото: Баймаҡ районы хакимиәтенән, вк.

Яугирҙарҙың ғаиләләренә - ҙур иғтибар
Яугирҙарҙың ғаиләләренә - ҙур иғтибар
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас