Беҙҙең батырҙар!

Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһынан махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ, "Башҡортостан" полкы яугиры Шайморатов генерал орденына лайыҡ булған.

Беҙҙең батырҙар!Беҙҙең батырҙар!
Беҙҙең батырҙар!

Денис махсус хәрби операция башланғас та, үҙе теләп яуға киткән, ә 2023 йылдың 26 апрелендә РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Быға тиклем егеткә "МХО-ла ҡатнашыусы" миҙалы тапшырылған.

Ул - илһөйәр ғаиләнән. Атаһы Федор Матвеевич - Афған яуы үткән кеше. Ғаиләләрендә хәрби хеҙмәтте изге бурыс тип һанайҙар.

Иҫән-һау булһын бөтә яугирыбыҙ!

Фото: Башкирский батальон, вк

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас